Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 229


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕРЛЕКЛЕ
Шул бер көйө инде, — тине егет һүрәнке тауыш менән. Г. Ғиззәтуллина.
3. кусм. Ҡыҙмаса. □ Подвыпивший, навеселе. Бер көйө булып алыу.
БЕР КӨН р. ҡар. бер ваҡыт. М Берҙән-бер көндө Алпамыша вәзирҙәренә: «Һумала ҡайнатығыҙ!» тип әмер бирә. Һумала ҡайнағас, Карабатырҙы зиндандан сығарта. «Алпамыша батыр», [һандуғас:] Анау бер көн Көмөш еңгәләр менән килгәндә лә шулай ултырҙы. М. Буранғолов.
БЕР КҮҘӘНӘКЛЕЛӘР (Р.: одноклеточные; И.: Protozoa, single cell;T.: tek hücreli) и. биол.
Тәндәре бер күҙәнәктән генә торған тере организмдар. □ Одноклеточные (лат. Protozoa). ■ Бер куҙәнәкле тереклек өлгөләре Ер шарттарында ғына тугел, йыһанда ла йәшәй алған, тип иҫәпләй белгестәр. «Башҡортостан», 25 август 2011.
БЕРКӘТӘҮ и. диал. ҡар. бөрләтәү.
БЕР ҠӘҘӘР (Р: немного; И.: some; Т.: biraz)р.
Бер аҙ, бер ни тиклем. □ Немного. ■ Беҙҙең ҡара һыйыр ҡайтыу менән, уны әсәй һарай алдына сығара һәм уға бер ҡәҙәре он һалып, апара итеп һыйырға эсерә ине. Ғ. Хәйри.
БЕР ҠӘҮЕМ (Р: доля; И.: lot; Т.: рау) и. диал.
Өлөш. □ Доля. Һәр кешенең бер ҡәуеме бар.
БЕРЛЕ I (Р: первый; И.: first (size); T.: ilk (boyut) c.
Үлсәме бер берәмеккә тиң. □ Первый (о размере). Берле калуш.
БЕРЛЕ II (Р: единица; И.: one; Т.: еп düşük not) и.
Биш баллы баһа системаһындағы иң түбән билдә. □ Единица, кол (отметка, оценка). Берле билдәһе. Берле алыу.
БЕРЛЕК I (берлеге) [боронғо төрки бирлик ‘берҙәмлек’] (Р: единство; И.: unity; T.: birlik) и.
1. Бер бөтөнлөк, берҙәмлек. □ Единство, единение. Диалектик берлек.
2. Дөйөмлөккә, оҡшашлыҡҡа, тормоштағы уй, ниәт уртаҡлығына нигеҙләнгән үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәт, бәйләнеш; берҙәмлек. □ Общность, единство, содружество; солидарность, единодушие. Күңел берлеге. Караштар берлеге. Теория менән практиканың берлеге. • Байлыҡ байлыҡ тугел, берлек — байлыҡ. Мәҡәл. Берлектә — бәрәкәт, тарҡаулыҡта — һәләкәт. Мәҡәл. Куңел берлеге булған ерҙә кейем төрлөлөгө күренмәй. Мәҡәл.
3. Фекерҙәштәр ойошмаһы. □ Союз, объединение, сообщество. Йәштәр берлеге. Яҡташтар берлеге. Интернет-берлек. Бизнес-берлек. ■ Сибай ҡалаһының мосолман йәштәре берлеге Төйәләҫ ҡасабаһында хажиҙар менән осрашыу уҙғарҙы. «Йәшлек», 13 ғинуар 2011. Ошо бигук оҙон булмаған ваҡыт арауығында башҡорт милли ойошмалары берлеге халҡыбыҙҙың уҙаңын тергеҙеу, телебеҙҙе һаҡлау һәм уҫтереу, мәғариф һәм мәҙәниәт әлкәләрен юғарыраҡ кимәлгә кутәреу һәм, ғөмумән, милли яңырыу юлындағы башҡа бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеу буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. «Йәшлек», 23 декабрь 2010.
БЕРЛЕК II (берлеге) (Р: единица; И.: one; Т.: Ыг) и.
1. мат. ҡар. бер I, 1. Ун иҫәбе эсендәге иң бәләкәй һәм беренсе һан. □ Единица.
2. Бер һумлыҡ аҡса. □ Рубль; рублёвка. Эш хаҡын берлектәрҙән генә бирҙеләр.
3. грам. һүҙ бер генә кеше йәки нәмә хаҡында барғанда ҡулланыла торған килеш һәм зат, заман, һан менән үҙгәреү формалары. □ Единственное число. Берлек һандағы исем.
БЕРЛЕК III (Р: понимание; И.: understanding; T.: anlayiş) и. диал.
Белек. □ Понимание. Үҙ берлегемә йөрөнөм.
БЕРЛЕКЛЕ (Р: верный своему слову; И.: true; T.: sadık) с. диал.
Бер һүҙле. □ Верный своему слову. Берлекле кеше менән эш итһәң дә була.
229