Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 230


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕРЛЕКЛӘШЕҮ
БЕРЛЕКЛӘШЕҮ (берлекләш ) (Р.: объ единиться; И.: unite; T.: birleşmek) ҡ.
Бергә ойошоу; берләшеү, берҙәмләшеү, бергә төркөмләшеү. □ Объединяться, сплачиваться. Берлекләшеп эшләу. Хужалыҡтар берлекләшеуе. ■ Игенде уҙең урып бөтә алһаң, мин тапамаға ҡайтып өлгөрә алмаһам, кешеләр менән берлекләшеп, берәй нәмә эшләрһең. Һ. Дәүләтшина.
БЕРЛЕКЛӘШЕП (Р.: сообща; И.: together; T.: birlikte) р. диал.
Бергәләшеп. □ Сообща. Берлекләшеп сәсеп алып киттеләр игенде.
БЕРЛЕКСӘГӘ (Р: на этот раз; И.: this time; T.: bu sefer) р. диал.
Бер юлға. □ На этот раз. Берлексәгә ғәфу итеу.
БЕРЛЕКТӘ (Р: вместе; И.: jointly; T.: birlikte) р.
Бергәләп, бергә. □ Вместе, совместно. Ата-әсәләр менән берлектә булыу. ■ Ф. А. Нәҙершина — башҡа фольклорсы ғалимдар менән берлектә 36 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» серияһы томдарын баҫтырыуға әҙерләуҙә ҙур өлөш индергән донъя куләмендәге куренекле ғалимә. Г. Хөсәйенова.
БЕРЛЕКТӘГЕ (Р: совместный; И.: joint; T.: ortak) с.
Бергә башҡарылған, бергә эш иткән. □ Совместный. Берлектәге ултырыш. Берлектәге комиссия.
БЕРЛИКЕ (Р: немножко; И.: a little; Т.: biraz) р. диал.
Бер килке. □ Немножко. Әсмә лә берлике нәмә алды.
БЕРЛӘМ I [боронғо төрки биртәм ] (Р: единодушно; И.: unanimously; T.: oybirliğiyle) р. диал.
Берҙәм. □ Единодушно. Берләм эшләйҙәр улар.
БЕРЛӘМ II (Р: одинокий; И.: lonely; Т.: yalnız) с. диал.
1. Яңғыҙ, бер. □ Одинокий. Берләм кеше.
2. Бөтөн. □ Целый, цельный, из целого. Берләм нәмә.
БЕРЛӘМ ЮЛ (Р: тропинка; И.: path; Т.: patika) и.
Йәйәү кеше юлы; һуҡмаҡ. □ Тропинка, тропа. ■ Ашҡаҙар йылғаһы үҙәненә төшкәс, беҙҙең берләм юлыбыҙ тағы тарая төштө. Р. Шаммас. Егет кенә йылҡы, ай, ҡыуалыр тау буйына берләм юл менән. Халыҡ йырынан.
БЕРЛӘНТИН и. ҡар. бөрләнтин.
БЕРЛӘС (Р: одинокий; И.: lonely; Т: yalnız) с. диал.
Яңғыҙ, бер. □ Одинокий. Быйыл һарыҡтың берләс кенә бәрәсе булды. М Ошо (Ҡуштау, Йөрәктау, Торатау) берләс тауҙар Ағиҙелде яландар буйына оҙата килгән Урал илселәре һымаҡ тойолалар. Ғ. Хөсәйенов. • Берләс бәрәстән урсем көтмә. Мәҡәл.
БЕРЛӘТӘ (Р: однажды; И.: one day; T.: bir gün) һ. диал.
1. Берҙән-бер көн. □ Однажды. ■ Зиннур ғаиләлә бер генә ул ине, берләтә улеп ҡалды йәшләй. Ф. Ғүмәров.
2. диал. Бер тапҡыр. □ Один раз. Берләтә генә барып кил әле һыуға. ■ Аҙнаев тышҡы ишеккә ҡарай атланы һәм уҙенең берләтә килеп, бер йомошон ғына булһа ла йомошлай алыуына шатланған һымаҡ итеп ҡуйҙы. Н. Мусин.
БЕРЛӘҮСЕ (Р: одинокий; И.: single; Т: yalnız) с. диал.
Яңғыҙ. □ Одинокий. Берләусе торғандары ике һыйыр тотҡан.
БЕРЛӘШЕП (Р: сообща; И.: together; Т: birlikte) р.
Бергәләшеп, үҙ-ара бер булып. □ Сообща, вместе. Берләшеп эшләу. ■ Берләшеп эшләһәң генә эш уңа ул, туған. Н. Мусин. Йылайыр, Баймаҡ, Бөрйән райондарындағы ябай эшҡыуарҙар араһында ла берләшеп, яңы завод асыу маҡсаты менән яныусылар бар. «Башҡортостан», 6 октябрь 2011.
БЕРЛӘШЕҮ (берләш-) (Р: объединяться; И.: unite; T: birleşmek) ҡ.
Бергә төркөмләшеү, бергә ойошоу. □ Объединяться, сплачиваться. Берләшкән
230