БЕРМӘ-БЕР
Милләттәр Ойошмаһы. Хужалыҡтар берлә-шеүе.
БЕРЛӘШМӘ (Р.: объединение; И.: association; T.: birlik) и.
1. Ойошҡан төркөм; ойошма. □ Объединение, союз, ассоциация. Әҙәби берләшмә. Профсоюздар берләшмәһе. ■ «Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы» иҫәпләнгән Яңауылда ҡырҡ йылға яҡын «Замандаш» әҙәби берләшмәһе эшләп килә. Бында төрлө райондарҙан йәш һәм башлап яҙыусылар йыйылған. «Ағиҙел», № 7, 2010.
2. хим. Молекулаһы бер нисә элементтың атомдарынан торған матдә. □ Соединение (вещество), состоящее из нескольких разных атомов. Азотлы берләшмәләр. Органик берләшмәләр. Химик берләшмә.
3. ҡар. берекмә. ■ Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бушлай консультациялар үткәрелә башланы. «Башҡортостан», 12 август 2011.
БЕРЛӘШТЕРЕЛЕҮ (берләштерел ) ҡ. төш. ҡар. берләштереү, страд, от берләштереү. Урмандар берләштерелеп, хөкүмәт фондына индерелде.
БЕРЛӘШТЕРЕҮ (берләштер ) (Р.: объединять; И.: unite; T.: birleştirmek) ҡ.
1. Бергә төркөмләштереү; ойоштороу. □ Объединять, соединять кого-чего. Тыныслыҡ яҡлыларҙы берләштереү. Төрлө төшөнсәләрҙе берләштереү. М Республикабыҙҙа дини йүнәлештә төрлө саралар даими ойошторола, уларҙың һәр береһе халыҡтарҙы берләштереүгә һәм айырылмаҫ көс итеүгә тос өлөш индерә. «Башҡортостан», 5 октябрь 2011.
2. ҡар. тоташтырыу. Ике яҡты берләштергән күпер.
3. этн. Ирле-ҡатынлы итеү; кейәү йәки ҡыҙ ҡуйынына һалыу; ҡауыштырыу. □ Сводить, свести (невесту с женихом). Еңгәләр егет менән ҡыҙҙы берләштерҙе.
БЕРЛӘШТЕРЕҮСЕ (Р: объединяющий; И.: uniting; T.: birleştirici) с.
Бергә йыйыусы, туплаусы. □ Объединяющий. Берләштереүсе кеше. ■ Ғаиләне бер
ләштереүсе, туплаусы кеше әсә була. 3. Биишева.
БЕРМЕКЛӘҮ (бермеклә-) (Р.: отделять по одному; И.: single out; T.: ayırmak) ҡ. диал.
Берәмекләү. □ Отделять по одному. Себештәрҙе бермекләп айырыу.
БЕРМУД [рус. < фр. < нем. Bermudas ‘Бермуд утрауҙары’ ] (Р.: бермуды; И.: Bermuda shorts; T: bermuda şort) и.
Киң ҡыҫҡа салбар. □ Бермуды (шорты) Бермудтар хәҙер модала.
БЕРМӘ (Р: за один раз; И.: at once; T.: derhal) p.
Бер юлы, бер ыңғай. □ За один раз, зараз, сразу, заодно. Орлоҡто ашлама һиптергес менән һибәләп, һуңынан дискылап ҡуйһаң, сәсеү ҙә тиҙләтелә, бермә сифаты ла яҡшыра.
БЕРМӘ-БЕР (Р.: вдвое; И.: twice; T.: iki kat) р.
1. Ике тапҡырға; икеләтә (артыу йәки кәмеү тураһында). □ Вдвое. Картуфтың уңышы бермә-бер артты. И Йәйләүгә күсеп, һыйырҙарҙы тәүлек әйләнәһенә көтә башлағас, һауым бермә-бер артты. Р. Ураҙ-ғолов.
2. һиҙелерлек дәрәжәлә, хәтһеҙ, байтаҡ. □ Заметно, значительно. Килем бермә-бер артты. ■ Ул [атайым] ҡайтҡас, беҙҙең өй бермә-бер яҡтырып, уның эсендә ҡот артҡан һымаҡ булып китте. Н. Мусин.
3. Тап, тас, нәҡ. □ Точь-в-точь. Бермә-бер булды.
4. Дөп-дөрөҫ, һүҙмә-һүҙ. □ Точь-в-точь. Ул бөтәһен дә бермә-бер һөйләп бирҙе. ■ Таш-булатовтың бөтә гонаһтары, эшләгән бысраҡлыҡтары, түккән аҡсалары бермә-бер күрһәтелгән мәҡәләнең аҫтында вагонда танышҡан репортёрҙың имзаһы ярылып ята ине. И. Насыри.
5. Шул ыңғай, ҡапыл. □ Сразу, немедленно. Дарыу бермә-бер килеште. ■ Киске һигеҙгә табан тағы һыуыҡ көсәйҙе. Шыйыҡ күкһел томан бермә-бер ҡуйырҙы. Н. Мусин.
231