Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 234


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕРШӘП
уҙе бер бәхет. Бер һуҙҙән аңлап тора. Н. Ғәйетбаев.
БЕРШӘП (Р.: немного; И.: a little; Т.: biraz) р. диал.
Бер аҙ. □ Немного. Бершәп барғас та ауыл булыр.
БЕР ШӘПТӘ/?. диал. ҡар. тиҙ арала. Бер шәптә эшләп ҡуйыу.
БЕР ЫҢҒАЙ р. ҡар. бер юлы. Бер ыңғай барып ҡайтыу. ■ Егет уянғас та, уҙ тирмәһенә саҡыртып алып, энәһенән ебенә тиклем һорашты. Бер ыңғай Иҫәнғолдоң көсө тураһында ла хәбәр алмай ҡалманы. К. Мәргән.
БЕРӘГӘЙ (Р: стоящий; И.: worth; Т.: layık) с.
1. Бер үҙе күпкә торошло; бер тигән. □ Стоящий, настоящий, достойный. ■ Атанан алтау тыуғансы, берәу ҙә берәгәй тыуһа ине, ил ағаһы булһа ине, ил башында торһа ине. Ҡобайырҙан.
2. кусм. Тапҡыр, үткер. □ Меткий, веский. Берәгәй кеше.
БЕРӘГӘЙЛЕ I (Р. : исключительно хороший; И.: exceptionally good; T.: son derece iyi) с.
1. Берәгәй, бик яҡшы. □ Исключительно хороший. ■ Урал-Волга төбәгендә Болғар осоро яҙма әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында иң мөһим урынды тотҡан, шиғриәтебеҙҙең шишмә башын хасил иткән берәгәйле поэтик ҡомартҡы бар. Р. Шәкүр.
2. кусм. Тапҡыр, үткер. □ Веский, меткий. ■ һуҙлеккә индерелгән 30 мең һуҙҙең аңлатмаһы берәгәйле һәм бер урында ла ҡабатланмай. «Йәшлек», 27 ғинуар 2010.
БЕРӘГӘЙЛЕ II (Р: сильно; И.: properly; T: kuvvetle)/?.
1. Ныҡ көслө, яҡшы; тейешенсә. □ Сильно; как следует. ■ Кешеләр малды әллә ни куп булмаһа ла, берәгәйле итеп аҫрарға тырыша. «Йәшлек», 12 февраль 2011. • Бер әйт — берәгәйле әйт. Әйтем. Бер эшлә — берәгәйле эшлә. Әйтем.
2. Иң яҡшы рәүештә. □ Наилучшим образом. ■ [Айһылыу:]Эй-йе... һиңә берҙе булһа
ла берәгәйле итеп характерыңды курһәтеп алырға кәрәк булған да бит. Т. Ғарипова. • Бер булһын — берәгәйле булһын. Әйтем.
БЕР ӘҘЕРӘК (Р: немного; И.: alittle; Т: biraz) р. диал.
Бер аҙ. □ Немного. Бер әҙерәк көтөу көтөп ҡайттым әле.
БЕРӘҘӘК I (берәҙәге) [рус. бродяга] (Р: бродяга; И.: vagabond; T: evsiz barksız) и.
1. Билдәле тәғәйен йәшәү урыны булмаған кеше, асарбаҡ. □ Бродяга, бомж. ■ Берәҙәктәр — баш ҡалабыҙҙың ҙур проблемаһы. Уларҙың кубеһе — ауылдарҙан килеп ҡағылып-һуғылып йөрөуселәр һәм эшләргә теләмәуселәр. «Башҡортостан», 12 апрель 2011.
2. диал. Ҡыҙырас, Мысыр хәйерсеһе, ил-һеҙ-ерһеҙ кеше. □ Бродяга. Берәҙәк тормошо. ■ Үҙ илеңдә берәҙәк хәлендә йәшәуҙән дә аянысы юҡтыр ул. Т. Ишкинин.
БЕРӘҘӘК II (Р: не имеющий постоянного места жительства; И.: homeless; T: evsiz barksız) c.
1. Билдәле тәғәйен йәшәү урыны булмаған. □ Не имеющий постоянного места жительства, бездомный. Берәҙәк эттәр. Берәҙәк мал. ■ Бынан теуәл 90 йыл элек, 1921 йылғы хәтәр аслыҡта Рәсәйҙә 7 миллион самаһы берәҙәк бала донъя ҡыҙырып йөрөгән. «Йәшлек», 5 март 2011.
2. Яңғыҙ. □ Одинокий. ■ Зөбәйер, юҡ-юҡ, тип башын һелкте, нисектер уға ошо берәҙәк ир менән икмәк булешеуе ғәрлек һымаҡ ине, әуҙе һаман куҙҙәрен икмәк һынығынан ала алманы. Ә. Яхина.
БЕРӘҘӘКЛЕК (берәҙәклеге) (Р: бродяжничество; И.: vagrancy; T: serserilik) и.
Берәҙәк, асарбаҡ булып йөрөү (билдәле даими йәшәу урыны булмаған кешенең көн итеурәуеше). □ Бродяжничество. Ш Атайың, икәуебеҙҙе лә етем ҡалдырып, берәҙәклеккә олаҡты, хәуефләнмә, улым, иҫән-һау саҡта, һине кәм-хур итмәм, тигәндер Тәскирә. Д. Исламов.
БЕРӘҘӘКЛӘНЕҮ (берәҙәклән-) (Р: бродяжничать; И.: tramp; T: serserilik etmek) ҡ.
234