БЕРӘМТЕКЛӘҮ
Берәҙәк булып йөрөү. □ Бродяжничать. ■ Ата-әсәйем хоккей менән ҡыҙыҡһыныу ымды хупланы, урам буйлап берәҙәкләнеп йөрөгәнсе, һаулығы нығыныр, тигәндәрҙер. «Йәшлек», 11 сентябрь 2010.
БЕРӘЙ (Р.: какой-нибудь; И.: some; Т.: herhangi bir) билдһ. а.
Ниндәйҙер бер, билдәһеҙ бер. □ Какой-нибудь, какой-либо. Берәй кеше. Берәй ваҡыт. Берәй файҙа. ■ Урман-тауҙар гиҙеүҙән, сәмләнеп-ҡомарланып йөрөп берәй кейек алыуҙан ул [Һолтанбай] йәненә рәхәтлек таба. Н. Мусин.
БЕРӘЙҺЕ (Р.: кто-то; И.: some; T.: birisi) билдһ. а.
Берәй кеше, бер-берәү. □ Кто-то, кто-нибудь, кто-либо. Берәйһе килер. ■ Бөгөн ул хикәйәтте мин һиңә һөйләйем. Бәлки, бер саҡ һин дә берәйһенә һөйләрһең. 3. Биишева.
БЕРӘЙ ЯРЫ (Р: куда-нибудь; И.: somewhere; T.: bir yere) р. диал.
Ҡайҙа ла булһа берәй яҡҡа. □ Куда-нибудь. Берәй яры китеп тороу.
БЕРӘМ-БЕРӘМ [боронғо төрки берләм] (Р: поодиночке; И.: one by one; T.: birer birer)p.
1. Һәр береһе үҙенә башҡа; айырым-айырым. □ Поодиночке, в одиночку, порознь. Берәм-берәм йөрөү. ■ Походта саҡта төндә берәм-берәм йөрөү тыйыла. Д. Бүләков.
2. Береһе артынан икенсеһе, бер-бер артлы. □ Друг за другом. Балалар берәм-берәм йоҡоға киттеләр.
3. Берәрләп. □ По одному. ■ һунарсы... асыуынан теге түмәрҙәрҙе күтәреп, берәм-берәм ситкә ташлай башланы, ти. Әкиәттән. Зәкиҙең маҡтаулы һүҙҙәренә тағы ла бер иле күтәрелеп ҡуйған комиссар берәм-берәм үҙенең һәнәрҙәрен күрһәтеп сыҡты. И. На-сыри.
БЕРӘМЕК I (берәмеге) (Р: единица; И.: unit; T.: birim) и.
1. Үлсәм итеп билдәләнгән күләм, дәүмәл. □ Единица (величина, которой измеряются однородные величины). Аҡса берә
меге. Ауырлыҡ берәмеге. Күләм берәмеге. Лексик берәмек. ■ Фәндең һәм фәлсәфәнең үҙенсәлекле төп берәмеге — төшөнсә, ә әҙәбиәттеке — образ. К. Әхмәтйәнов. Был ҡот осҡос күренеш әллә бер нисә минут эсендә булып үтте, әллә сәғәттәр буйы барҙы, уны ваҡыт берәмеге менән үлсәү мөмкин түгел ине. Н. Мусин.
2. Бер бөтөн нәмәнең үҙ аллы бер өлөшө. □ Отдельная часть в составе целого. Хужалыҡ берәмеге. Ғәскәри берәмек. ■ Хәҙер ҡайҙа күпме бүлеү — муниципаль берәмектәр ҡулында, һәммә нәмәгә үҙҙәре хужа улар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
БЕРӘМЕК II (Р: единичный; И.: separate; T.: ayrı) с.
Айырым, ҡайһы бер, берәм-берәм; яңғыҙ. □ Единичный, отдельный. Берәмек йәшәү.
■ Берәмек ғүмер - һүнгән күмер инде ул. М. Бураҡаева. Берәмек бүреләр соҡсоноп йөрөй башланылар. Ә. Бикчәнтәев.
БЕРӘМЕК АУЫРЫУ (Р: одиночная, незаразная болезнь; И.: disease; T.: hastalik) и. диал.
Йоғошһоҙ ауырыу. □ Одиночная, незаразная болезнь. Берәмек ауырыу булғас, ҡурҡыныс түгел шул.
БЕРӘМЕКЛӘП р. ҡар. берәмләп. Берәмекләп ҡарау.
БЕРӘМЕКЛӘҮ (берәмеклә-) (Р: отделять; И.: separate; T.: ayırmak) ҡ.
Берәм-берәм айырыу. □ Отделять, перебирать по одному. Орлоҡтарҙы берәмекләп айырыу. Себештәрҙе берәмекләп иҫәпләү.
■ Ул әбей ҙә берәмекләп үҙ хәлдәрен һөйләне, ти. Әкиәттән.
БЕРӘМЛӘП (Р: поодиночке; И.: one by one; T.: teker teker) p.
Берәм-берәм итеп йәки берәм-берәм булып. □ Поодиночке, поштучно, в отдельности. Берәмләп өләшеү. Берәмләп ултыртыу. Берәмләп саҡырыу. ■ Килене берәмләп йыуасаһын ырғыта бара, Мәскәй әбей йота бара, ти. Әкиәттән.
БЕРӘМТЕКЛӘҮ I (берәмтеклә-) ҡ. ҡар. берәмекләү. ■ Сәхибә улынан берәмтекләп,
235