Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 236


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕРӘМТЕКЛӘҮ
ентекләп һорашыуҙан гелән туҡталды, ғөмүмән, бер һүҙҙең дә төбөнә тоҙ ҡойманы. Ф. Мансуров.
БЕРӘМТЕКЛӘҮ II (берәмтеклә-) (Р.: воспитывать с большим трудом; И.: hard; T.: zor büyütmek) ҡ. диал.
1. Ҡәҙерләп, ныҡлап ҡарау, үҫтереү.
□ Воспитывать с большим трудом. Берәмтекләп ҡараным балаларҙы.
2. Берәмләп йыйыу, һанау. □ Собирать, считать по одному.
БЕРӘМ-ҺӘРӘМ (Р.: по одному; И.: one by one; T.: teker teker) p.
1; Айырым-айырым. □ По одному, поодиночке. Берәм-Һәрәм таралышыу. Берәм-һәрәм ҡайтыу. ■ Йыйылыш оҙаҡҡа барманы. Артистар берәм-һәрәм өйҙәренә таралды. Ш. Рәхмәтуллин.
2. Унда-Һанда берәү; һирәк-мирәк. □ Поодиночке, изредка. Берәм-Һәрәм ултырған өйҙәр. ■ Балан бөткән инде, берәм-һәрәм генә осрай. Н. Игеҙйәнова.
БЕРӘР [боронғо төрки бирәр ‘айырым’] (Р: по одному; И.: one by one; T.: birer) бүл.һ.
1. Һәр береһе берҙән торған, бергә тиң.
□ По одному. Берәр китап. Берәр ҡәләм. Көнөнә берәр сәғәт уҡыу. ■ Ҡыҙырас менән Юлдаш берәр кәрзинкә ҡарағат тиргәнсе, ҡыҙҙар арбалағы йәшниктәрҙе тултырҙылар. 3. Биишева.
2. а. диал. ҡар. берәй. Берәр ваҡыт барыу.
БЕРӘРЛЕК (берәрлеге) (Р.: рубль; И.: one rouble note; T.: bir ruble) u.
Бер һумлыҡ аҡса. □ Рубль, рублёвка. Кеҫәмдә берәрлектәр йыйылып киткән.
БЕРӘРЛӘП (Р.: по одному; И.: one by one; T.: birer) р.
Берәр итеп. □ По одному, по одной штуке. Алманы кеше башына берәрләп өләшеү. ■ Берәрләп булһа ла, йылҡы малы йә һыйыр малы ҡулығыҙға төшөр. К. Мәргән.
БЕРӘҪ (Р.: старательный; И.: industrious; T: çalışkan) с. диал.
Тырыш. □ Старательный. Берәҫ кеше булып сыҡты.
БЕРӘҮ I (Р.: один; И.: once; T.: bir) йый. һ.
Бер кеше йәки нәмә. □ Один, одна, одно, одни. Берәүҙе бүлеү. Балаһы берәү. ■ Бер көндө бөтә ауылды карателдәр баҫты. Айым һәләүекте, Буранбикәне йәшерҙе. Юғиһә, берәүһе киленсәк булып, берәүһе малай ғына башы менән һөңгөгә йәбештеләр. Ғ. Ибраһимов. • Берәү таба, бишәү ҡаба. Әйтем.
БЕРӘҮ II (Р.: некто; И.: somebody; Т.: biri) билдһ. а.
Билдәһеҙ кеше, бер кеше. □ Некто, кто-то, какой-то, некий. Берәү ишек туҡылдата. Берәүгә лә кәрәкмәй. Берәүҙе лә тыңламай. Берәүҙә лә юҡ. ■ Берәүгә берәү кәрәк, ҡыйышҡа терәү кәрәк, тигәндәй, Фәриҙә менән минең ише ҡыйыштар бер-береһенә терәү булырға тейеш. М. Кәрим. Һыр йылғаһы буйында берәү йырлай, эскәйҙәре тулы һағышҡа. Халыҡ йырынан. • Берәүҙәр ҡайғынан һарғая, берәүҙәр — тәмәкенән. Әйтем. Берәүҙә баш ҡайғыһы, берәүҙә бүрек ҡайғыһы. Әйтем.
БЕРӘҮ ҘӘ (Р.: никто; И.: no one; T.: hiç kimse) юҡл. а.
Һис кем, һис бер кем. □ Никто. Берәү ҙә ҡайтырға ҡабаланмай. ■ Тәүге таш выжлап осоп китте, ләкин ҡайҙа барып тейгәнен берәү ҙә күрмәне. М. Кәрим. • Берәү ҙә мөгөҙлө булып тыумай. Әйтем.
БЕРӘШКӘ АТЫ и. диал. ҡар. мисәү аты. Берәшкә аты һайлау.
БЕРӘШКӘ Л ӘҮ (берәшкәлә-) ҡ. диал. ҡар. мисәүләү. □ Запрячь в пристяжку. Аттарҙы берәшкәләп егеү. Берәшкәләп тороп ат егеп сығып китерҙәр ине әүәле.
БЕР ЮЛЫ (Р.: одновременно; И.: simultaneously; T: aynı anda) р.
1. Бер үк ваҡытта, бер мәлдә. □ Одновременно. ■ Тыуасаҡ балаларыбыҙ игеҙәк булырын белгәс, йөрәкте шатлыҡ та, ҡурҡыу ҙа бер юлы биләне. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4,2010.
2. Юл ыңғайы. □ По пути, мимоходом. Бер юлы инеп сығыу.
БЕР ЯҠЛЫ I (Р.: односторонний; И.: one-sided; T.: tek taraflı) с.
236