Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 237


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕСЕМҒАТА
1. Уңы һәм һулы булмаған (туҡымаға ҡарата). □ Односторонний (о ткани). Бер яҡлы туҡыма.
2. Бер генә йүнәлешле. □ Односторонний. Бер яҡлы хәрәкәт.
БЕР ЯҠЛЫ II (Р.: односторонне; И.: unilateral; T.: tek taraflı) р.
Бөтәһен дә эсенә алмай, бер төрлө генә (төрлө эш-хәл, мәсьәләнең ҡаралыуына ҡарата). □ Односторонне. Бер яҡлы ғына хәл итеу. ■ Йыртып ташланған «биттәрҙең» сала-сарпы һаҡланған нөсхәләрен табып уҡыған һайын, куҙҙәребеҙ асылып, зиһенебеҙ яҡтырып, тарихыбыҙҙың бығаса утә бер яҡлы итеп, ә куп өсраҡта боҙоп курһәтелеуен нығыраҡ ацлайбыҙ. Ә. Хәкимов.
БЕС-БЕС (Р.: кис-кис; И.: kitty, kitty; T.: pisi pisi) саҡ.
Бесәйҙе саҡыра торған һүҙ. □ Кис-кис. «Бесәйкәй, бес-бес!» — тип әбей бесәйҙе саҡыра башланы.
БЕСБЕСЕЙ (Р: московка; И.: coal tit; T.: çam baştankarası) и. зоол.
Турғайҙан бәләкәйерәк, түбәһе ҡара, сикәләре аҡ, арҡаһы күкһел һоро, ҡанаттары һәм ҡойроғо күкһел көрән ҡош. □ Московка, чёрная синица (лат. Periparus atef). ■ Бесбе-сей аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй.
Э. Ишбирҙин.
БЕСБЕТЕҮ и. диал. ҡар. һабан турғайы.
БЕСБЕТӘҮ и. диал. ҡар. бестәтәү.
БЕСЕДКА [рус.] (Р: беседка; И.: arbor; T.: kameriye) и.
1. Паркта, баҡсала, өй эргәһендә ял итеп ултырыр өсөн яһалған түбәһе ябыулы еңел ҡоролма. □ Беседка. ■ Ғиндулла ағайҙарҙың баҡса уртаһына беседка ҡуйғандар, эргә-тирәһендә урмәле гөлдәр уҫтерелгән. М.Ҡунафин.
2. махс. Бейек биналарҙы буяған саҡта эшселәр баҫып йәки ултырып эшләү өсөн яһалған аҫылмалы баҫҡыс-күтәрмә. □ Висячая лестница-подъёмник, которая используется при покраске стен высотных домов. Беседкаға баҫып эшләу. № Бер ағай фонарь яҡтыртҡан төнгө беседкаға ултырып
алған да, япа-яңғыҙ моңлана шулай. Д. Шәрәфетдинов.
БЕСЕЙ КҮМӘСЕ и. диал. ҡар. бесәй табаны.
БЕСЕЙ ҠОЙРОҒО и. диал.
1. ҡар. аҡ алабута.
2. ҡар. бесәйғойроҡ.
БЕСЕЙ ЖИЛЕГЕ и. диал. ҡар. йөлөн.
БЕСЕЙ КӨПШӘҪЕ и. диал. ҡар. шыма көпшә.
БЕСЕК с. диал.
1. ҡар. ебегән. Бесек икмәк.
2. Ебегән. □ Недотёпа.
3. ҡар. үсексән. Бесек ҡыҙ.
БЕСЕКТӘНЕҮ (бесектән-) ҡ. диал. ҡар. көйһөҙләнеү. Ҡунаҡ килһә, бала бесектәнеп китә ул.
БЕСЕК ҺАҒЫҘ (Р: навязчивый; И.: obsessive; T.: saplantılı) с. диал.
Кешегә һырығыусан. □ Навязчивый.
БЕСЕЛДӘҮ (беселдә-) ҡ. ҡар. бысылдау. Икмәк беселдәгән.
БЕСЕЛЕҮ I (бесел-) ҡ. төш. ҡар. бесеү I. страд, от бесеү I. • Кәңәш менән беселгән тунда кәмселек булмаҫ. Әйтем.
БЕСЕЛЕҮ II (бесел-) ҡ. төш. ҡар. бесеү II. страд, от бесеү II. Беселгән һарыҡ тәкәһе.
БЕСЕМI и. диал. ҡар. бышым.
БЕСЕМ II (Р: кусок ткани; И.: a piece of cloth; T.: bez parçası) и. диал.
Ҡырҡып алынған тауар өлөшө. □ Кусок ткани. Ике бесем ситса.
БЕСЕМҒАТА (Р: женская обувь без каблука с кожаной головкой и холщовым голенищем с разноцветной каймой; И.: a kind of female footwear; T.: deri başlı ve tuval bacaklı topuksuz bayan ayakkabıları) и. этн.
Төрлө төҫ менән ҡайылып тегелгән киндер ҡуныслы, күн башлы, үксәһеҙ ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейеме. □ Женская обувь без каблука с кожаной головкой и холщовым голенищем с разноцветной каймой. Бесемғата кейеп атлау. ■ Һуңғы ваҡытта бесемғатаны һурәттәрҙә генә тугел, музейҙарҙа ла куреп була, сөнки музейҙар - халыҡтың тере хәтере. 3. Ураҡсин.
237