БЕСӘЙ БОРСАҒЫ
БЕСТЕК (Р.: маленький; И.: little; Т.: küçük) с. диал.
Бәләкәй. □ Маленький. Бестек кенә.
БЕСТЕРЕЛЕҮ I (бестерел-) ҡ. төш. ҡар. бестереү I. страд, от бестереү I. Яңыса бестерелгән күлдәк.
БЕСТЕРЕЛЕҮ II (бестерел-) ҡ. төш. ҡар. бестереү II. страд, от бестереү II. Бестерелгән үгеҙ.
БЕСТЕРЕҮ I (бестер-) ҡ. йөкм. ҡар. бесеү I. понуд. от бесеү I. Күлдәк бестереү.
БЕСТЕРЕҮ II (бестер-) (Р.: обрезать; И.: circumcision; T.: sünnet etmek) ҡ.
1. йөкм. ҡар. бесеү II. понуд. от бесеү II. Тәкә бестереү. Бестерелгән һарыҡ тәкәһе.
2. диал. Сөннәтләү. □ Подвергать обрезанию.
БЕСТЕРТЕҮ I (бестерт ) ҡ. йөкм. ҡар. бесеү I. понуд. от бесеү I. Күлдәк бестертеү.
БЕСТЕРТЕҮ II (бестерт-) ҡ. йөкм. ҡар. бесеү II. понуд. от бесеү II. Тәкә бестертеү.
БЕСТЕРӘҮ (Р: заплечная сума, вьюк; И.: pack; T.: torba) и. диал.
Артмаҡ {арҡаға аҫа торған юл тоғо).
□ Заплечная сума, вьюк. Бестерәү аҫыу. ■ Шуныһы: малайҙар бестерәүҙәренә һалып алып килтергән икмәктәрен тәүге дәрестә үк ашап бөтөрә лә, ҡайтыр юлға сыҡҡас, ашағылары килә. И. Нурғәлиев.
БЕСТЕРӘҮЛӘҮ (бестерәүлә-) ҡ. диал. ҡар. артмаҡлау. ■ Сәлих урынынан торҙо. Төйөнсөгөн арҡаһына бестерәүләп йәтешләп аҫты. С. Агиш.
БЕСТСЕЛЛЕР [рус. < ингл. bestseller} (Р: бестселлер; И.: bestseller; T.: çoksatar) и.
Күп тираж менән сыҡҡан һәм уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан китап.
□ Бестселлер. Был китап бестселлерға әй-ләнде.
БЕСТӘТӘҮ (Р: без штанов; И.: without pants; T.: pantolonsuz) с. диал.
Ыштанһыҙ (up балаға ҡарата). □ Без штанов. Бестәтәү йөрөгән малай.
БЕСӘЙ (Р: кошка; И.: cat; T.: kedi) и. зоол.
1. Сысҡан тота торған йыртҡыс ҡылыҡлы йорт йәнлеге. □ Кошка (лат. Felis silvestris catus). Ama бесәй. Инә бесәй. ■ Бесәй балаһы көнө буйы арып-талып уйнап, мырр-мырр итеп иркәләнеп килеп, Лилиәгә һыйынды, рәхәтләнеп йоҡларға ятты. Т. Ишкинин. • Бесәй юҡ ерҙә сысҡан түрә була. Мәҡәл.
2. күсм. Өнө, тыны сыҡмаған йыуаш кешегә ҡарата әйтелә. □ Кроткий (о кротком, безропотном, смирном человеке). Бесәй һымаҡ баҫып йөрөү.
3. миф. Кеше килеүен, көн үҙгәреүен алдан белеү һәләтенә эйә булған мифлаш-тырылған йәнлек. □ Кошка. ■ Бесәй яман ул, теге донъяла ҡойроғо менән ут ташыр, ти. Экспедиция материалдарынан.
♦ Бесәй төкөрөгө бик әҙ, бәләкәй нәмәгә әйтелә. ■ Кулға килеп ингән аҡса — бесәй төкөрөгө. Ғ. Лоҡманов. Утҡа (йәки ҡуҙға) баҫҡан бесәй кеүек сыҙамай, өтәләнеп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Как ужа-лённый. ■ Һикеренеп, екеренеп, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, донъя ҡыйратырға тотондо Мәжит. И. Тимерханов. Эт менән бесәй кеүек үҙ-ара талашып, ыҙғышып торған кешеләргә ҡарата әйтелә. □ Жить как кошка с собакой. ■ Эт менән бесәй кеүек һәр ваҡыт ырылдашып-мырылдашып ҡына тормағыҙ, һеҙ ағалы-һеңлеле туғандар бит. А. Вахитова.
БЕСӘЙ АЯҒЫ и. диал. ҡар. бесәй борсағы.
БЕСӘЙБАШ и. диал. ҡар. һупай.
БЕСӘЙБАШ ЯБАЛАҠ (ябалағы) (Р: филин; И.: owl; T.: puhu kuşu) и. зоол.
Аҡ һәм ҡара таптар менән сыбарланған ерәнһыу һоро төҫлө, күҙҙәре һары, башында ҡалҡып торған ҡауырһындарҙан ҡолаҡтары булған, киң оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло урман ҡошо. □ Филин (лат. Bubo bubo).
БЕСӘЙ БОРСАҒЫ (Р: просвирник; И.: mallow; T.: ebegümeci) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, аҡ йәки ҡыҙғылт сәскәле, һиҙәп орлоҡло бер йәки күп йыллыҡ үҫемлек. □ Просвирник, маль-
239