БЕСӘЙ БӨТНӨГӨ
ва (лат. Malva). Бөҙрә бесәй борсағы. Урман бесәй борсағы, ■ Мостай беҙҙе тирә-яғына яҙ — сысҡан тармаһы, көҙ — бесәй борсағы тип аталған үлән әйләндереп алған урынға ҡоролған ҡыуышҡа инеп ултырырға тәҡдим итте. С. Кулибай.
БЕСӘЙ БӨТНӨГӨ (Р.: котовник кошачий; И.: catnip; T.: kedi nanesi) и. бот.
Тәме әскелт, еҫе көслө булғаны өсөн бесәйҙәр ашарға яратҡан күп йыллыҡ үлән.
□ Котовник кошачий, кошачья мята (лат. Nepeta cataria). Бесәй бөтнөгөнөң еҫен бесәй йыраҡтан һиҙә.
БЕСӘЙ БӘРӘМӘСЕ и. бот. ҡар. бе-сәйтабан.
БЕСӘЙГҮҘ и. диал. ҡар. ябалаҡ. ъБесәйгүҙгә тейергә ярамай, өйөңә ҡайғы килә. Башҡорт мифологияһынан.
БЕСӘЙҒОЙРОҠ (бесәйғойроғо) (Р.: житняк; И.: wheatgrass; T: buğday otu) и. бот.
Башағы бесәй ҡойроғона оҡшаған, ваҡ ҡына йылтыр ҡара орлоҡло ҡыяҡлы үлән.
□ Житняк, щетинник сизый (лат. Agropyron). Бесәйғойроҡ йыйыу. ■ Баҡсаны бесәйғойроҡ баҫҡан бит, балам, - тип, өләсәйем әҙерәк шелтәләп алды. И. Нурғәлиев.
БЕСӘЙҘӘР, БЕСӘЙ ҺЫМАҠТАР (Р: семейство кошачьих; И.: feline; T: kedigiller) и. зоол.
Йорт бесәйе, арыҫлан, юлбарыҫ һ. б. шундай имеҙеүсе йыртҡыс йәнлектәр ғаиләһе.
□ Семейство кошачьих (лат. Felidae).
БЕСӘЙ ЕЛЕК (елеге) и. диал. ҡар. йөлөн.
БЕСӘЙ ИКМӘГЕ и. диал. ҡар. бесәй борсағы.
БЕСӘЙ КҮҘЕ и. бот. диал. ҡар. күгәрсен күҙе.
БЕСӘЙ КҮМӘСЕ и. бот. диал. ҡар. бесәйтабан. Бәләкәй саҡта бесәй күмәсен беҙ ҙә ашай торғайныҡ.
БЕСӘЙ КӘБЕҪТӘҺЕ и. бот. ҡар. тырнағут.
БЕСӘЙ ҠАРҒЫШЫ (Р: вид проклятия; И.: cat’s curse; T: kedi laneti) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, ас тотҡанда, һуҡҡанда бесәйҙең ҡарғышы төшөү. □ Проклятие кошки. ■ Бесәйҙе ас тоторға ярамай. Бесәй ҡарғышы төшә. Башҡорт мифологияһынан.
БЕСӘЙ ҠОЙРОҒО I и. бот. ҡар. бесәйғойроҡ.
БЕСӘЙ ҠӨЙРОҒО II (Р: хвост кошки;
И.: tail of cat; T.: kedi kuyruğu) и. миф.
Эренле шеш, күперткене дауалағанда ҡулланыла. □ Хвост кошки. ■ Һум шеште бесәй ҡойроғо төртөп имләйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
БЕСӘЙ ҠУҘҒАЛАҒЫ и. бот. ҡар. аҡ алабута. Бесәй ҡуҙғалағы йыйыу.
БЕСӘЙ МАҢҠАҺЫ и. диал. ҡар. йөлөн.
БЕСӘЙ-СЫСҠАН (Р: детская игра «Кошки-мышки»; И.: tag; T.: «Kedi ve Fare» oyunu) u.
Балалар уйыны (тотоношоп, түңәрәккә баҫалар; аранан икәү «бесәй» менән «сысҡан» булып баҫтырыша; түңәрәктәгеләр «сысҡан» үткән ергә «бесәйҙе» үткәрмәҫкә тырыша; «бесәй» «сысҡанды» тотҡан тәңгәлдә түңәрәктән икәү сығып, тағы баҫтырыша). □ Детская игра «Кошки-мышки».
БЕСӘЙТАБАН (Р: кошачьи лапки; И.: Mountain Everlasting; T.: kediayağı) и. бот.
Түңәрәк япраҡлы, һиҙәп орлоҡло күп йыллыҡ һары сәскәле үлән. □ Кошачьи лапки (трава) (лат. Helichrysum arenarium). Бесәйтабан үләне баҫып алыу.
БЕСӘЙ ТАБАНЫ и. бот. ҡар. бесәйтабан.
БЕСӘЙ ТАРМАҺЫ (Р: будра; И.: Gle choma; T: yer sarmaşığı) и. бот.
Яланда, үҙәндә, һыуһыл ерҙә үҫеүсе, һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған тарбаҡай ботаҡлы бейек күп йыллыҡ үлән, мәшкәк. □ Будра (лат. Glechoma).
БЕСӘЙ ТАРЫҺЫ (Р: щирица метельчатая; И.: amaranth; T.: amaranthus) и. бот.
Ваҡ ҡына сәскәле, тығыҙ һепертке башаҡлы, оҙонса япраҡлы ҡый үләне; ҡара алабута. □ Щирица метельчатая; лебеда чёр
240