БЕТ
ная (лат. Amaranthus). ■ Бесәй тарыһынан да икмәк ашаған булды. И. Нурғәлиев.
БЕСӘЙ ТЫРНАҒЫ (Р.: алтей; И.: althaea; T: hatmi) и. бот.
Күкһел көрән йәки алһыу төҫтәге эре сәскәле, бейек һабаҡлы дарыу үләне; һиҙәп үләне. □ Алтей (лат. Althaea}. ■ Йутәлде ингаляция, урмә гөл, бесәй тырнағы, юл япрағы кеуек дарыу уләндәре ярҙамында ла дауалайҙар. «Йәшлек», 6 февраль 2010.
БЕСӘЙ УСЫ и. диал. ҡар. бесәй борсағы.
БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ (Р.: валериана; И.: valerian; T.: kedi otu) и. бот.
һыу буйҙарында, дымлы ерҙә үҫеүсе, оҙон һабаҡлы, ҡара-ҡаршы япраҡлы, ваҡ суҡ алһыу миләүшә төҫлө сәскәле күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Валериана (лат. Valeriana). ■ Ҡан баҫымы юғары ваҡытта пион, бесәй уләне төнәтмәләре ҡотҡарыр. «Йәшлек», 12 ғинуар 2010.
БЕСӘЙ ҺӘҘӘБЕ w. бот. диал. ҡар. бесәй борсағы.
БЕСӘЙ ЯБАЛАҒЫ и. зоол. диал. ҡар. бесәйбаш ябалаҡ. Бесәй ябалағын кисә генә кургәйнек тә.
БЕСӘН (Р.: сено; И.: hay; T.: kuru ot) и.
1. Малға ашатыу өсөн сабылған үлән. □ Сено. Урман бесәне. Ялан бесәне. Бесән вағы. Бесән йыйыу. ■ Талха ялпылдап арбаһы янына барҙы ла бесән аҫтындағы салғыһын тартып сығара башланы. Ж. Кейекбаев.
2. диал. Үлән. □ Трава. Кул бесәне.
♦ Дуға менән бесән сабыу килешмәгән, мәғәнәһеҙ эш эшләү. □ Дугой сено косить. соотв. Попасть пальцем в небо.
БЕСӘН ВАҠЫТЫ и. ҡар. бесән өҫтө.
БЕСӘНГӘ ТӨШӨҮ (бесәнгә төш-) (Р.: приступить к сенокосу; И.: start mowing; T.: ot biçmek) ҡ.
Бесән сабыу осорон башлау. □ Приступить к сенокосу. ■ Бесәнгә төшөр алда, Ғариф, Табын йәрминкәһенә барып, еңелгә егеп йөрөу өсөн, бер саптар юрға һатып алды. Ж. Кейекбаев.
БЕСӘНЛЕК (бесәнлеге) (Р: сенокос; И.: hayfield; T.: otlar biçilen çayır) и.
1. Сабынлыҡ. □ Сенокос (место косьбы).
■ Хәҙер ул яҡтағы бесәнлектәргә беҙ былай тау аша тугел, ә урап һалынған таш юлдан арба менән йөрөйбөҙ. Д. Шәрәфетдинов.
2. Йорт янындағы бесән ҡуйылған урын. □ Сеновал, сенник. ■ Әмир хуш еҫле ҡайын миндеге менән мунса керҙе лә тирләп-бешеп сәй эсеп, аҙбар башына бесәнлеккә менеп китте. X. Ғиләжев.
3. диал. ҡар. утлыҡса.
БЕСӘН ӨҪТӨ (Р: сенокосная пора; И.: reaping; T.: ot biçme zamanı) u. a. x.
Бесән эшләү ваҡыты. □ Сенокосная пора, косовица. Бесән өҫтө етә. ■ Бесән өҫтө етһә — ҡышты һағынабыҙ, ҡыш етһә — йәйҙе көтәбеҙ. Р. Бикбаев.
БЕСӘН САБЫУ (бесән сап-) (Р: косить сено; И.: make hay; T.: ot biçmek) ҡ.
Ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү. □ Косить сено. ■ Берәуҙәр бесән саба, икенселәр уны йыя, өсөнсөләр кубәләй, дуртенселәр кәбән ҡоя. Эш гөрләп тора. С. Әлибаев.
БЕСӘН САПҠЫС (Р: косилка; И.: mower; T.: orak makinesi) и.
Бесән саба торған агрегат. □ Косилка. Үҙйөрөшлө бесән сапҡыс. ■ Һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтар бесәнде куберәген техника ярҙамында эшләй, һәр йортта тиерлек бесән сапҡыс, йыйғыс, тракторҙар ҙа етерлек. «Урал», 28 июль 2010.
БЕСӘНСЕ (Р: работающий на сенокосе; И.: mower; T.: biçici) и.
Бесән эшендәге кеше. □ Работающий на сенокосе; косарь, косец. Бесәнселәр ярыша.
■ Бесәнселәргә бер юлы өс ерҙә кәбән һалырға тура килде. М. Кәрим.
БЕСӘН ТАЯҠСАҺЫ (Р: палочка сенная; И.: bacillus subtilis; T.: bacillus subtilis) и. бот.
Тупраҡ бактерияһы. □ Палочка сенная. Бесән таяҡсаһының таралыуы.
БЕТ [дөйөм төрки биит ‘бет’] (Р: вошь; И.: louse; Т.: bit) и. зоол.
241