БЕТА-КИҪӘКСӘ
1. Кеше, ҡош, йәнлек тәнендә ҡан һурып йәшәгән бәләкәй генә ҡанатһыҙ бөжәк. □ Вошь (лат. Louse). Баш бете. Кейем бете. Kaş бете. Һарыҡ бете. I Беткә үсегеп, тунын утҡа яҡҡан, тигәндәй килеп сыға, ахыры. Ш. Насыров.
2. Үҫемлектең һутын һурып ҡорота торған йәшел төҫтәге ваҡ ҡына ҡанатһыҙ бөжәк; кеблә. □ Тля, растительная вошь (лат. Aphididae). Алма бете. Карағат бете.
БЕТА-КИҪӘКСӘ (Р.: бета-частица; И.: beta particle; T: beta parçacığı) и. физ.
Бета-тарҡалыш ваҡытында хасил булған электрон һәм позитрон. □ Бета-частица.
БЕТА-НУРҘАР (Р: бета-лучи; И.: beta rays; T: beta-ışınları) и. физ.
Радиоактив матдәләр тарҡалғанда, атом ядроһынан айырылып сыҡҡан электрондар йәки позитрондар ағымы. □ Бета-лучи.
БЕТА-ТАРҠАЛЫШ (Р: бета-распад; И.: beta decay; Т.: beta dezentegrasyonu) и. физ.
Атом ядроларының радиоактив әүерелештәре, был процеста ядролар, электрондар һәм антинейтрино йәки позитрондар һәм нейтрино айырылып сыға. □ Бета-распад.
БЕТАТРОН [рус. < ингл. betatron] (Р: бетатрон; И.: betatron; T.: betatron) и. тех.
Электрондарҙы тиҙләтеү приборы. □ Бетатрон. Бетатрон ҡулланыу.
БЕТЕЙ и. диал. ҡар. түш. ■ Албаҫтының ике бетейелә оҙон була. Экспедиция материалдарынан.
БЕТЕП р. диал. ҡар. бөтөнләй. Бетеп беҙнең тормош инде ул китапта.
БЕТЕҮ I [боронғо төрки бути-, бити-, пити- ‘яҙыу’] (Р: документ; И.: paper; Т.: belge) и.
1. иҫк. Яҙыу, документ. □ Документ (подтверждающий что-л.). Тарханлыҡ бетеүе. ■ Тарханлыҡ бетеүе алған кеше генә хан яһағынан ҡотола алған. К. Мәргән.
2. этн. Кешеләрҙең төрлө бәхетһеҙлектәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн доға яҙып, күн менән өскөлләп кәпләп, муйынға
йәки кейемгә тағып йөрөй торған доғалығы.
□ Амулет, оберег, талисман (молитвенник в виде треугольника, обшитый кожей). Бетеү яҙыу. ■ Бетеүҙе сәңгелдәктең дүрт мөйөшөнә элеп ҡуйғандар әүәле. Ф. Хисамитдинова. Мулла менән мәзин яҙған бетеүҙәрҙе һуғышҡа киткән кешеләрҙең муйынына, түшенә таҡтылар. Ж. Кейекбаев.
БЕТЕҮ II и. диал.
1. ҡар. бетеүсә I, 2.
2. Ҡораманан тегелгән стена ҡорғаны.
□ Занавес для стены, сшитый из треугольных лоскутков.
БЕТЕҮ БИҘӘК (биҙәге) (Р: узор;
И.: pattern; T.: bezek) и. диал.
Өсмөйөшлө биҙәк. □ Узор-аппликация в форме треугольников.
БЕТЕҮ КҮЛДӘК (күлдәге) (Р.: обереж ная рубашка новорождённого; И.: amulet shirt; T.: koruma elbise) и. миф.
Өсмөйөш ҡорамаларҙан тегелгән, һаҡлау көсөнә эйә булған бала күлдәге. □ Обереж-ная рубашка новорождённого, сшитая повитухой из треугольных лоскутков. Бетеү күлдәк кейеү. ■ Кендек инәһе ҡораманан теккән күлдәкте бетеү күлдәк, тиҙәр. Ф. Хисамитдинова.
БЕТЕ ҮЛ ЕК (бетеүлеге) (Р: оберег; И.: amulet; T.: muska) и.
Эсенә бетеү һалып күндән тегелгән амулет. □ Оберег.
БЕТЕҮЛӘҮ (бетеүлә-) (Р: сшивать лоскутки; И.: sew patches; T.: bez parçalarını dikmek) ҡ.
Өскөлләп ҡорама ҡорау. □ Пришивать лоскутки.
БЕТЕҮСӘ I (Р: узор; И.: kind of magic pattern; T.: küçük üçgenler şeklinde muska) u.
1. Ваҡ ҡына өсмөйөш рәүешендәге биҙәк. □ Узор в форме маленьких треугольников. По верованиям башкир, такой узор обладает обережной силой. Бетеүсә биҙәк. Балаға, ауырыу кешегә бетеүсәле юрған япҡандар.
242