Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 244


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕТОНЛАУ
БЕТОНЛАУ (бетонла-) (Р.: бетонировать; И.: lay concrete; T.: betonlamak) ҡ.
Бетон һалып эшләү. □ Бетонировать, бетонирование. Өй нигеҙен бетонлау.
БЕТОНСЫ (Р.: бетонщик; И.: concrete worker; T.: beton işçisi) и.
Бетон эшендәге эшсе. □ Бетонщик. Бетонсы булып эшләу. ■ Ҡыҙ ҙа бында бетонсы булып эшләй икән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
БЕТСӘ (Р: клещ чесоточный; И.: itch mite; T.: uyuz böceği) и. зоол.
1. Ҡысынма ҡорто, бетсә талпаны.
□ Клещ чесоточный, чесоточный зудень (лат. Sarcoptes scabiei). Бетсә йоҡтороу.
2. кусм. Түбән, меҫкен кеше. □ Несчастный, убогий человек. ■ [Фәрит:] Ҡуркма! Һинең кеуек бетсәгә һуғып бысрана торған ҡул тугел. Ғ. Әхмәтшин.
3. диал. Һытҡы. □ Прыщ. Тәнгә бетсә сыҡҡан.
4. диал. Ҡорсаңғы, ҡысынма. □ Чесотка. ■ Фурункулёз, тире сабыртыу, бетсә сығыу матдәләр алмашыныуы боҙолоуынан килә. «Башҡортостан», 2 август 2011.
5. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни.
БЕТСӘ ИМЛӘҮ (Р: заговаривание чесотки; И.: charmed scabies; T.: uyuz büyüsü) и. миф.
Бетсәне (4) өшкөрөп дауалау. □ Заговаривание чесотки. ■ Бетсә имләгәндә бер он дә сығарырға ярамай. Башҡорт мифологияһынан.
БЕТСӘЛӘҮ (бетсәлә-) (Р: заболеть чесоткой; И.: ill with scabies; T.: uyuz ile hastalanmak) ҡ. диал.
1. Ҡысынмалау. □ Заболеть чесоткой.
2. Эҫенән тәнгә ваҡ ҡына ҡыҙыл бөрсөк сығыу. □ Появление потницы на теле. Тәне бетсәләгән.
БЕТСӘ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух чесотки; И.: spirit of scabies; T: uyuz hastalığının hocası) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, ҡысынма ауырыуы эйәһе. □ Дух чесотки. Его изгоняют способом окуривания или перенесения
духа на какой-н. предмет. ■ Бетсә булһа, тары ярмаһын сепрәккә төрөп ағын һыуға ағыҙалар. Башҡорт мифологияһынан.
БЕТТЕКӘЙ и. диал. ҡар. йыуа. Беттекәй эҙләп сығып китә торғайныҡ.
БЕТҺЕҮ (бетһе-) (Р: быстро встать на ноги; И.: quickly get on their feet; T.: hızlı bir şekilde ayaklanmak) ҡ. диал.
Тиҙ генә аяҡҡа баҫыу. □ Быстро встать на ноги.
БЕТӘҮ I (P: овчарня; И.: fold; T: ağıl) и. диал.
1. Ваҡ мал ояһы. □ Овчарня.
2. Кетәк. □ Курятник.
БЕТӘҮ II с. диал. ҡар. бөтәү I.
БЕТӘҮ III и. диал. ҡар. бетеү.
БЕТӘҮҘӘЙ (Р: в цельном виде; И.: in solid form; T: tüm halde) р. диал.
Бөтәү көйө. □ В цельном виде. ■ Тирмәнде тешәмәгәндәр әллә ни, бойҙай бетәуҙәй төшөп тик тора. Экспедиция материалдарынан.
БЕТӘҮ ЭЙӘҺЕ м. диал. ҡар. аҙбар эйәһе.
БЕТӘҮ ЯРА и. диал. ҡар. шешек. Бетәу яра тәнде баҫып алыу.
БЕҮӘ и. диал. ҡар. быуа.
БЕЧЛӘК (бечләге) и. диал. ҡар. беснәк.
БЕШБЕЛДЕК с. диал. ҡар. бысый 2.
БЕШЕ I (Р: прочный; И.: dense; Т: sağlam) с.
1. Тығыҙ, ныҡ. □ Прочный, плотный, крепкий. Беше ағас. Беше тауар. Беше булыу. Беше итеу. ■ Ат яба торған септәне бешерәк итеп һуғырға тырышырға кәрәк. Н. Мусин. Ләкин беше имән кеуек Габдулла тиҙ генә әлһерәп төшә торғандарҙан тугел ине. М. Кәрим.
2. кусм. Эшкә ныҡ, бирешмәй торған; түҙемле. □ Крепкий, здоровый; выносливый. Беше кеше. ■ Спорт менән шөғөлләнгәндәр беше була ул. Б. Бикбай.
3. кусм. Әйткәнгә ыжламаҫ; ышаһыҙ, кеҙе. □ Крайне неуступчивый, упрямый, непокладистый. Беше бала.
БЕШЕ II (Р: плотно связанная вещь; И.: dense thing; T: sıkı örülen bir şey) и. диал.
244