БЕШЕРЕЛЕҮ
Тығыҙ бәйләнгән әйбер. □ Плотно связанная вещь.
БЕШЕ БАШ (Р.: умная голова; И.: nerd; T: zeki) с. кусм.
Аҡыллы, үҙ фекерле кешегә ҡарата әйтелә. □ Умная голова. Беше баш малай. ■ Алмас беше баш булып уҫте. Р. Шаммас.
БЕШЕ-БЕШЕ (Р: слово-заклинание; И.: kind of benediction; T: güle güle giy) и. миф.
Ҡотлау, изге теләк теләү һүҙе. □ Слово-заклинание; благопожелание из ритуала поздравления человека с приобретением новой одежды. Беше булһын. ■ Беше-беше, ҡотло булһын, беше-беше, йылы тәнеңдә туҙһын! Экспедиция материалдарынан.
БЕШЕГЕҮ I (бешек-) (Р: преть; И.: rot; T.: terlemek) ҡ.
Эҫеләп тирләү. □ Преть, упариться. Эҫенән бешегеу. Эҫенән баланың тәне бешегә.
БЕШЕГЕҮ II (бешек-) (Р: уплотняться; И.: become dense; T: yoğunlaşmak) ҡ.
1. Бешегә (1) әйләнеү. □ Уплотняться. Йыуа-йыуа киндер бешегә.
2. кусм. Көскә нығыу; сынығыу. □ Становиться крепким, выносливым. Походтарҙа йөрөп бешегеу. Бешеккән тән юҡ-барға сырхап бармай. ■ Вулкандарҙы аттың, тауҙар булып ҡалҡтың — берсә яндың, берсә өшөнөң, ә асылда, киттең бешегеп. К. Кинйәбулатова.
3. кусм. Ыжламаҫ, кеҙе кешегә әйләнеү.
□ Не реагировать на что, не воспринимать что. Бала әргә бешегеп киткән.
БЕШЕКЛӘНЕҮ (бешеклән-) ҡ. төш. ҡар. бешекләү, страд, от бешекләү.
БЕШЕКЛӘҮ I (бешеклә-) (Р: ошпаривать; И.: scald; T.: haşlamak) ҡ.
1. Сей нәмәне әҙ генә ҡайнатып алыу.
□ Ошпаривать, обварить. Эсәк-ҡарынды бешекләу.
2. Ҡайнар һыуҙа йомшартыу, парға бешереү. □ Запарить. Миндек бешекләу. Мал аҙығын бешекләу.
3. Ҡайнар һыу менән сайҡау, ҡайнар һыу менән эшкәртеү. □ Обдавать кипятком, ошпаривать. Тауыҡты ҡайнар һыу менән бешекләу. ■ Марат кухняла кәструлен
ҡайнар һыу менән бешекләп йыуып тора. Ф. Иҫәнғолов.
4. тех. Пар менән бешекләү. □ Запаривать. Туҡыманы пар менән бешекләу.
БЕШЕКЛӘҮ II (бешеклә-) ҡ. диал. ҡар. бешегеү I.
БЕШЕКЛӘҮЕС (Р: запарник; И.: kind of greenhouse; T.: yem karıştırıcı) u. a. x.
Мал аҙығын бешекләй, парлай торған ҡорамал. □ Запарник. Аҙыҡ бешекләуес.
БЕШЕКСЕ и. иҫк. ҡар. ашнаҡсы. ■ Бешексе Сәлимә .. һауыт менән аш индереп ултыртты. Һ. Дәүләтшина. Ауылда уларҙы һунарсылар, бешекселәр, музыканттар ҡыуып етергә тейеш ине. Б. Рафиҡов.
БЕШЕКТЕРЕҮ (бешектер-) (Р: уплотнять; И.: make dense; T.: yoğunlaştırmak) ҡ.
Беше (1), тығыҙ хәлгә килтереү; беше итеү. □ Уплотнять (например, ткань). Бешектереп алыу.
БЕШЕЛЕК (бешелеге) (Р: плотность; И.: density; T.: sıklık) и.
Тығыҙлыҡ. □ Плотность. Туҡыманың бешелеге.
БЕШЕЛЕҮ (бешел-) ҡ. төш.ҡар. бешеү II. страд, от бешеү II.
БЕШЕЛӘНЕҮ (бешелән-) (Р: делаться прочным; И.: become dense; T.: yoğunlaşmak) ҡ.
1. Беше, тығыҙ хәлгә килеү; бешегеү. □ Делаться прочным, крепким, плотным.
■ Йукә буртеп, бешеләнеп киткән. Б. Бикбай.
2. ҡар. бешегеү II, 2.
БЕШЕНЕ Ү (бешен-) ҡ. диал. ҡар. бешегеү I. Аяҡ бешенә. Бармаҡ араһы бе-шенә.
БЕШЕРЕЛЕҮ (бешерел-) ҡ. төш. ҡар. бешереү I, II. страд, от бешереү I, II.
■ Тары онланды, май бешелде, бауырһаҡ бешерелде. Ф. Рәхимғолова. Әсәйем ейәнсәре алдына майҙа ҡыҙҙырылған йомортҡа, бөтәуләй бешерелгән бәрәңге ҡуя. «Ағиҙел», № 3, 2010.
245