БЕШЕРЕМ
БЕШЕРЕМ (Р.: достаточный для одной варки; И.: sufficient for a cooking; T.: bir yemek için yeterli) u.
Бешереүгә етерлек миҡдар. □ Достаточный для одной варки, на один раз. Бер бешерем картуф. Ике бешерем um. ■ Ниәт әйтеп ҡорбан салдырыусы кеше күрше-тирәһенә, туған-тыумасаһына берәр бешерем өлөш таратып сыҡты. М. Ғафури.
♦ Ауыҙы бер (йәки биш) бешерем ҡар. ауыҙ.
БЕШЕРЕНЕҮ (бешерен-) (Р: готовить; И.: cook; T.: pişirmek) ҡ.
Аш-Һыу менән мәшғүл булыу. □ Готовить, стряпать. ■ Айбулат ҡайтҡанда еңгәһе .. нимәлер бешеренеп йөрөй ине. һ. Дәүләтшина.
БЕШЕРЕНЕҮ-ТӨШӨРӨНӨҮ (беше-рен-төшөрөн-) (Р: готовить; И.: cook; T.: yemek pişirmek) ҡ.
Аш-Һыу әҙерләү. □ Готовить, стряпать (разные блюда). Бешеренеу-төшөрөнөугә оҫта кеше. ■ Минең әсәйем бешеренеу-төшөрөнөугә бик оҫта кеше ине. Ж. Кейекбаев.
БЕШЕРЕҮ I (бешер-) [боронғо төрки] (Р: печь; И.: cook; T.: pişirmek) ҡ.
1. Ҡайнатып йәки юғары эҫелектә тотоп, ашамлыҡ-эсемлек әҙерләү. □ Варить; готовить; стряпать; печь, выпекать. // Варка; готовка; стряпка; выпекание. Бишбармаҡ бешереу. Ашарға бешереу. Аш бешереу. Икмәк бешереу. ■ Сәлмән ҡайтып ингәс, әсәһе ҡаҙан тултырып картуф бешереп ебәргән, ти. Әкиәттән.
2. Ҡайнап сыҡҡансы утта тотоу; ҡайнатыу. □ Кипятить. // Кипячение, һөт бешереу.
3. Ҡайнатып йәки ҡайнар һыуға һалып, тәмен, шифаһын сығарыу. □ Заварить. // Заваривание, заварка. Андыҙ бешереу. Мәтрүшкә бешереу. Сәй бешереу. ■ Сәйҙе бешергәс тә эсеу яҡшы, иҫке сәйҙә витаминдарҙың һәм микроэлементтарҙың яртыһы юҡҡа сыға. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2,2010.
4. Ҡайнатып, эҫелә тотоп, йомшартыу.
□ Обваривать, ошпаривать. // Ошпаривание. Туғын бешереу. ■ [Хөсәйен:] Бешермәһәң, тал һына бит ул. Ә бешерһәң, ҡамыр кеуек була. Р. Ғабдрахманов.
5. Утҡа, ҡайнар нәмәгә зарарлау (тәнде), яндырыу. □ Обжигать, обварить. // Обжиг. Эҫе сәйгә ауыҙҙы бешереу. ■ Көмөш кенә ҡашыҡ, һабы нәҙек, тотмаһана — ҡулың бешерер. Халыҡ йырынан. Усаҡ бешерә, эҫеһе йөрәккә утә, уның уҙен дә ялҡын ялманы, ул ут эсендә ҡалды! Т. Ғарипова.
6. Бик ныҡ эҫетеү; ҡыҙҙырыу (көнгә ҡарата). □ Палить, жарить (о солнце). Тышта ныҡ бешерә. ■ Икенсе көндө битте ҡояш бешергәнгә уянып китһәм, аптырап киттем. Төш етеп килә. Ф. Әсәнов.
7. Ҡыҙҙырыу. □ Калить. Тимер бешереу.
♦ Ауыҙ эсендә бутҡа бешереү ҡар. ауыҙ. һүҙ бутҡаһы бешереү, ҡар. һүҙ. Борсаҡ бешереү ҡар. борсаҡ 1. Эш бешереү ҡар. эш.
БЕШЕРЕҮ II (бешер-) (Р: взбивать; И.: whip up; T.: yaymak) ҡ.
1. Көбөгә һалып, аҫҡа-өҫкә табан болғатыу (ҡымыҙ, май яһау өсөн). □ Взбивать, сбивать (кумыс, масло в пахталке).
2. кусм. Пыр туҙҙырып әрләү; ҡыҙҙырыу.
□ Ругать, распекать, прорабатывать кого. Бешереп алыу. ■ Председателгә уҙен саҡыртып, кәрәген биргәнсе бешерергә лә, шуның менән эште тамамларға кәрәк. 3. Хисмәтуллин.
3. кусм. Ҡыҙып туҡмау, дөмбәҫләү.
□ Бить по кому-чему. Дошманды бешереу. ■ Ҡайҙалыр яҡында ғына ер һелкетеп снаряд ярылды. Фашистарҙы бешерәләр генә. Д. Бүләков.
БЕШЕРЕҮСЕ (Р: повар; И.: cook; T.: aşçı) и.
Ниҙер бешереү эшендәге кеше. □ Повар, стряпуха, кулинар, пекарь, кашевар. Аш бешереусе. Икмәк бешереусе. ■ Ҡыуыш янында аш бешереуселәрҙе генә ҡалдырып, кешеләр яланға ағылды. Н. Мусин.
БЕШЕРЕШЕҮ (бешереш-) ҡ. урт. ҡар. бешереү I, II. взаимн. от бешереү I, II.
246