Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 247


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕШЕҮ
БЕШЕРЕШТЕРЕҮ (бешерештер-) (Р.: изредка готовить; И.: cook from time to time; T.: ara sıra yemek pişirmek) ҡ.
Һирәк-Һаяҡ ашарға бешереү. □ Изредка готовить {еду}.
БЕШЕРТЕҮ (бешерт-) ҡ. йөкм. ҡар. бешереү I, II. понуд. от бешереү I, II.
БЕШЕРТТЕРЕҮ (бешерттер-) ҡ. йөкм. ҡар. бешереү I, II. понуд. от бешереү I, II.
БЕШЕҮ I (беш-) [боронғо төрки биш ‘өлгөрөү’] (Р.: вариться; И.: stew; T.: pişmek) ҡ.
1. Ҡайнап йәки юғары эҫелектә тороп, ашау-эсеү өсөн әҙер булыу. □ Вариться; выпекаться. // Варка, выпекание. Аш бешкән. Икмәк бешкән. ■ Ку сэр хан .. ут яҡҡан ергә барып ҡараһа, ҡаҙан тулы ҡош ите бешеп ултыра, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Ҡайнап сығыу. □ Вскипеть. // Кипение. Бешкән һөт.
3. Ҡайнап йәки ҡайнар һыуҙа ебеп, тәме, шифаһы сығыу. □ Завариваться. // Заваривание, заварка. Сәй бешкән.
4. Һыуҙа йәки эҫелә йомшарыу. □ Размокнуть в воде или от жары. Йукә ағасын һалабашҡа бешергә һалғандар. ■ Йукә ағасы яҙ көнө ашҡаяҡ була, шул саҡта ҡабығын һыҙырып, аҡмай торған һыуға (кулгә) йомшарырға, бешергә һалалар. 4—5 аҙнанан һуң, йукә ҡабыҡтан ҡубыр хәлгә еткәс, һыуҙан сығарып, йукәһен урҙаларға эләләр. М. Бураҡаева.
5. Утҡа, ҡайнар нәмәгә тейеп, зарарланыу (тәнгә ҡарата). □ Обвариваться, ошпариваться; обжигаться. Ҡул беште. ■ [Ҡыҙҙар] бирешмәҫкә тырыша. Әъэм, ҡалай эҫе, — ти ҙә, бешкән аяҡтарын һыуыҡ балсыҡҡа тыға. һ. Дәүләтшина. • Ауыҙы бешкән өрөп эсер. Әйтем.
6. кусм. Эҫеләп, тиргә батыу, ҡыҙарыу. □ Сильно потеть; преть, краснеть. Тирләп бешеу. ■ Фәриҙә янды, беште. Манма һыуға төшөп тирләне. Мәхмутенә барып етерлек хәле ҡалманы. Г. Ғиззәтуллина.
7. Үҫеп, ашарлыҡ, файҙаланырлыҡ хәлгә етешеү; өлгөрөү. □ Зреть, созревать, по
спевать, наливаться. // Созревание, поспевание, наливание. Баҫыуҙа иң элек арыш бешә. Көнбағыш бешкән. Емеш-еләк бешкән. Бешкән алма. ■ Уралым, һин ирәм бағы, йәнә ерҙең кендеге,.. һиндә ағас, һиндә ниғмәт, һәр емеш ҡыҙарып-бешеп кубәймеш. Ш.Әминев-Тамъяни. Маһинур тайсаһында баш ҡоҫоп ултырған игендәргә, аунап-тәгәрәп бешеп ятҡан ҡарбуз-ҡауындарға .. ҡарай ҙа, ауыр кәуҙәһен һәмгелдәтә-һәмгелдәтә, бөгөлә-һығыла илай. Т. Ғарипова.
8. кусм. Буйға үҫеп етеү; өлгөрөү. □ Созревать. // Созревание. ■ [Егет — батшаға:] Кесе ҡыҙыңдың алма кеуек бешкән сағы, шуға курә уҙе кеуек бешкән ҡыҙыл алма бирҙем. Әкиәттән.
♦ Ауыҙ бешеү уңайһыҙ хәлдә ҡалыу.
□ Попасть впросак. Беште ни ҙә төштө ни барыбер булыу. □ Хоть трава не расти; хоть бы что кому. Бешкән дә төшкән бер нәмәне анһат ҡына күреп, һораған йәки һорашҡан кешегә әйтелә. □ Легко сказать; просто так. Бит бешеү ҡар. бит I. Борсаҡ бешеү ҡар. борсаҡ I. Эш бешеү ҡар. эш.
БЕШЕҮ II (беш-) (Р.: взбивать; И.: churn; T.: çırpıp köpürtmek) ҡ.
Көбөгә һалып, аҫҡа-өҫкә табан болғатыу (ҡымыҙ, май яһау өсөн). □ Взбивать, сбивать (кумыс, масло в пахталке). Май бешеу. Ҡымыҙ бешеу. ■ [Әсә:] Кисә һауҙым мин бейә һәм дә ҙур дөйә; шул һөттәрҙе бешәйек, ҡымыҙ итеп эсәйек. Й. Солтанов. Бешәләр, бешәләр ҙә аҙаҡ ҡойоп әсәләр (ҡымыҙ). Йомаҡ.
БЕШЕҮ III (беш-) ҡ.
1. кусм. Ныҡ әрләү; бешереү. □ Распекать, прорабатывать, ругать. ■ [Бабай] Бигерәк тә комбайнёрҙарҙы бешә: урылған ерҙә бер генә башаҡ куреп ҡалһа ла, тегеләрҙең йәнен ала. И. Ғиззәтуллин.
2. Туҡмау. □ Бить, избивать, набить кого. ■ [Ғәйзулла:] Ниңә илайһың? Әллә малайҙар бештеме? Я. Хамматов.
БЕШЕҮ IV (беш ) ҡ.
1. диал. ҡар. тунау. □ Освежевать шкуру кулаком (обдирать, сдирать, драть шкуру).
2. Сәнсеү. □ Истыкать, воткнуть.
247