БЕШЕҮ
БЕШЕҮ V (беш-) ҡ. диал. ҡар. ҡыҙарыу.
Болот бешеңкерәп йәшкәҙәй.
БЕШЕҮҘЕ с. диал. ҡар. бешкән. Бешеүҙе икмәк алығыҙ.
БЕШКӘК I (бешкәге) (Р.: мутовка; И.: whip; T.: çırpacak) и. этн.
1. Көбөлә ҡымыҙ, май бешә торған оҙон һаплы, йомро башлы ағас ҡорал. □ Мутовка, пахталка. Бешкәк менән бешеү. ■ Улар [Юлдаш менән Ҡыҙырас], оҙон бешкәк ҡуйып, өҫтө ябыулы итеп эшләнгән ҙур-ҙур ағас көбөләр янынан үттеләр. 3. Биишева. • Ҡымыҙға бешкәк кәрәк, ишәккә күҫәк кәрәк. Мәҡәл.
2. миф. Сакраль предмет. □ Мутовка (старую мутовку нельзя бросать под ноги, её надо повесить куда-н. наверх). Иҫкергән бешкәкте аяҡ аҫтына ташламаҫҡа, уны юғарыға элеп ҡуйырға кәрәк.
БЕШКӘК II (бешкәге) и. диал. ҡар. гөмбөр II. Бешкәгемә һап ҡуйып алырға кәрәк ине.
БЕШКӘК III (бешкәге) и. вет. диал. ҡар. бешмә.
БЕШКӘКЛӘҮ (бешкәклә-) (Р: взбивать; И.: churn; T.: çırpıp köpürtmek) ҡ.
Туҡығыс таяҡ менән көбөлә ҡымыҙ, май бешеү. □ Взбивать, взбить. Ҡымыҙ беш-кәкләү.
БЕШКӘКТӘР (Р: название родового подразделения; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Бэшкэктэр (родовое подразделение башкир племени тамьян).
БЕШКӘН I (Р: кипячёное молоко; И.: boiled milk; T: kaynamış süt) и.
Ҡайнатып алынған һөт. □ Кипячёное молоко.
БЕШКӘН II (Р: сваренный; И.: welded; T: pişmiş) с. диал.
1. Бешеп, ҡайнап әҙер булған. □ Сваренный, испёкшийся. Бешкән икмәк.
2. Бешеккән. □ Плотный, крепкий (о дереве).
3. һелтелә ҡайнатылған. □ Отбеленное в щёлочи. Бешкән en.
БЕШКӘН ҠАЙМАҠ (ҡаймағы) (Р: взбитая сметана; И.: whipped cream; T: çırpılmış kaymak) и. диал.
Туғылған ҡаймаҡ. □ Взбитая сметана.
БЕШМӘ (Р: ящур; И.: foot and mouth desease; T.: aft humması) и. вет.
Айыры тояҡлы малдың ауыҙы, тояҡ аралары иҙелеп ауырый торған йоғошло ауырыу. □ Ящур. Бешмә ауырыуы. ■ Был яҡтарҙа ла ҡасандыр малдарҙың бешмә менән ауырыу осраҡтары теркәлә. «Башҡортостан», 12 апрель 2011.
БЕШМӘГӘН (Р: сырой; И.: crude; Т.: һат) с.
1. Бешеп өлгөрмәгән, сей. □ Сырой. Бешмәгән ит. Бешмәгән икмәк.
2. Өлгөрмәгән, бешеп етмәгән. □ Неспелый, незрелый. Бешмәгән алма. Бешмәгән еләк. ■ Үтә ныҡ бешмәгән помидорҙы, ҡыярҙы, редисканы һ. б. ентекләп башта һалҡын, унан ҡайнатып һыуытылған һыуҙа йыуырға һәм киптерергә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11,2010.
3. күсм. Ҡулынан эш килмәгән; булдыҡһыҙ, ебегән. □ Растяпа. ■ Әй бешмәгән, түбән оста йәшәүсе Ғәффә ни ере менән һиңә ярамайҙыр, әллә яусылайыҡмы шуны? Д. Бүләков.
БЕШМӘК (Р: узкоглазый; И.: narroweyed; T: dar gözlü) с. диал.
Ҡыҫыҡ күҙ. □ Узкоглазый. Бешмәк күҙ.
БЕШӘ [фарс. 4 Ûmj ] (Р: молодые заросли хвойных деревьев; И.: young pine growth; T.: çamlık) и. бот.
Йәш ҡарағай үҫентеләре. □ Молодые заросли сосны, ели или лиственницы. * Яҡында ғына саталы бер-ике ҡарағай үҫә. Дәү имән йығылғанда бешә генә булғандарҙыр, күрәһең. Ҡ. Гарифуллина.
БЕШӘКЛӘҮ (бешәклә-) ҡ. диал. ҡар. бешекләү.
БЕШӘЛЕК (бешәлеге) (Р: молодой сосняк; И.: pinewood; T: çamlık) и.
248