БИБИ
1. Бешә үҫкән урын, ваҡ ҡарағайлыҡ. □ Ельник. ■ Тау баштарындағы өйөм-өйөм булып тегендә-бында үҫкән ҡарағай, шыршы ағастары, бешәлектәр генә алыҫтан йәшәреп күренә. Ж. Кейекбаев.
2. диал. Бик ҡуйы урман. □ Дремучий лес.
БЕШӘЛКӘҺЕҘ (Р.: растяпа; И.: good for nothing; T.: beceriksiz) c.
1. Ҡулынан йүнле эш килмәгән; бешмәгән, ебегән. □ Растяпа, слабый, неспособный. Бешәлкәһеҙ кеше. Бешәлкәһеҙ булыу. ■ [Ҡәлмырҙа старшина:] Санағыҙҙың тәртә төптәрен абайлап, нығытып егегеҙ, юлда туғарылып ҡамасау яһап тормаһын, һеҙ бешәлкәһеҙ була торғанһығыҙ. Т. Хәйбуллин.
2. Тотоуға ипһеҙ, ҡулайһыҙ; көсһөҙ (ҡулға ҡарата). □ Неудобный, неприспособленный; бессильный (о руке). ■ Күпме ятҡандыр Ирназар. Иҫенә килеп, ыңғырашып ҡуйҙы. Көллө тәне һеңгәҙәп ауырта, күҙенән йәш ҡойола. Ҡулы бешәлкәһеҙ булып ҡалырмы икән. Ә. Хәкимов.
БЕШӘЛӘНЕҮ (бешәлән-) (Р: преть; И.: become damp; T.: terlemek) ҡ. һөйл.
Эҫегә яныу, эҫеләү. □ Преть, распариваться {от жары). ■ Сәлиха аласыҡта төтөнгә бешәләнеп, аш-һыу әҙерләп йөрөй ине. Ж. Кейекбаев.
БЕШӘ Л ӘҮ (бешәлә-) ҡ. диал. ҡар. бешекләү I. ■ Зифа аласыҡтан миндек барып килтерҙе. Тасҡа эҫе һыу һалып бешәләне лә, таш өҫтөнә шажлатып һыу һибеп, шунда миндеген бешерҙе. Н. Мусин.
БЕШӘРЕҮ (бешәр-) ҡ. диал. ҡар. йәшәреү I. Йәшендән һуң ағастар бешәреп китә.
БЖАН (Р: шмель; И.: bumblebee; Т: yaban arısı) и. диал.
Иңкеш. □ Шмель.
БИ АҒАЙ (Р: старший брат мужа; И.: brother; T.: kocanln ağabeyi) и. диал.
Ҡайнаға. □ Старший брат мужа.
БИАҠ (биағы) и. диал. ҡар. буяу.
БИАНА (Р: свекровь; И.: mother in law; T: kaynana) и. диал.
Ҡәйнә (иренең әсәһе). □ Свекровь.
БИАТА и. диал. ҡар. ҡайны.
БИАТЛОН [рус. < лат. bis ‘икеләтә’ + atlon ‘көрәш’] (Р: биатлон; И.: biathlon; T: biatlon) и. спорт.
Саңғыла ярышыуҙан һәм винтовка менән сәпкә атыуҙан торған ҡышҡы ярыш төрө. □ Биатлон. ■ Районда биатлон, атыу, авиамодель спорты киң үҫеш алған. «Башҡортостан», 6 июль 2011.
БИАТЛОНСЫ (Р: биатлонист; И.: biathlete; T: biatloncu) и. спорт.
Биатлон менән шөғөлләнеүсе. □ Биатлонист, биатлонистка. Биатлонсылар ярышы. ■ Биатлонсыларҙың донъя кубогы ярыштарында Максим Чудов уңышлы сығыш яһай. «Йәшлек», 15 февраль 2010.
БИБАШТАҠ (Р: чрезмерно непослушный; И.: headstrong; T: söz dinlemez) c.
Үтә үҙ һүҙле, баш бирмәҫ. □ Своевольный. ■ Әсәһе уны [Маратты] тағы орош-то: «Ынтылма, бибаштаҡ. Атайың алып бирер!» Һ. Дәүләтшина.
БИБАШТАҠЛАНЫУ (бибаштаҡлан-) (Р: своевольничать; И.: disobey; T: uymamak) ҡ.
Үҙһүҙләнеү, баш бирмәү. □ Своевольничать, не подчиняться.
БИБАШТАҠЛЫҠ (бибаштаҡлығы) (Р: своеволие; И.: stubbornness; T: inatçılık) и.
Үҙһүҙлелек. □ Своеволие, упрямство. Бибаштаҡлыҡ күрһәтеү.
БИБЕЙ и. диал. ҡар. бәпкә I.
БИБЕК (бибеге) (Р: чибис; И.: lapwing; T: bayağı kız kuşu) и. зоол. диал.
Тәгәрләк. □ Чибис, пигалица (лат. Vanellus vanellus). ■ Аҡ ыласын менән күк ыласын ҡыуалатып тота бибекте. Халыҡ йырынан.
БИБЕШ и. диал. ҡар. себеш 1,1.
БИБИ [фарс. ur? ‘ханым; апай’] (Р: хозяйка; И.: housewife; T: ev hanımı) и.
Бикә, хужа ҡатын. □ Хозяйка. Биби ҡайтты.
249