БИБИСАРА ӘБЕЙ
БИБИСАРА ӘБЕЙ (Р.: дух-хозяйка; И.: housewife; T.: arıların ve kuş kanatlarının hocası) и. диал. миф.
Көнбайыш башҡорттарҙа: бал ҡорто һәм ҡош ҡанаттары эйәһе. □ Бибисара-аби (хозяйка пчёл и птичьих крыльев у западных башкир). ■ Бал ҡорто, ҡош-ҡорт ҡанаттарының хужаһы Бибисара әбейгә тип йома көнө аҡса, сәй бирәләр хәйергә. Экспедиция материалдарынан.
БИБЛИОГРАФ [рус.] (Р.: библиограф; И.: bibliographer; T.: bibliyograf) и.
Библиография буйынса белгес. □ Библиограф. Библиограф булып эшләу.
БИБЛИОГРАФИК (Р.: библиографический; И.: bibliographic; T.: kaynakçasal) с.
Библиографияға мөнәсәбәтле. □ Библиографический. Библиографик белешмә. Журналдың библиографик булеге. Библиографик мәғлумәттәр базаһы. Библиографик һуҙлек. И Беҙҙең маҡсат алыҫта йәшәгән милләттәштәребеҙгә китаптарҙы куҙмә-куҙ курһәтеу, уның йөкмәткеһен асыу һәм библиографик курһәткестәрен таратыу ине. «Башҡортостан», 1 февраль 2010.
БИБЛИОГРАФИЯ [рус. < гр. ЫЬНа< biblion китап’ + grafia "яҙыу’] (Р.: библиография; И.: bibliography; T.: kaynakça) и.
1. Китап һәм башҡа баҫма нәмәләр тураһындағы систематик белешмә. □ Библиография. Башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса библиография. Библиография ғилеме. ■ Хәрби врач, подполковник ғаиләһендә Һарытауҙа тыуған, Ҡазан мәҙәниәт институтының библиография факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Әлфиә юллама буйынса Өфөгә, .. китапханаға эшкә килә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
2. Библиографик мәғлүмәтте әҙерләү, ҡулланыу һәм таратыуҙы тәьмин итеүсе структура. □ Библиография.
3. Айырым бер мәсьәләгә ҡараған хеҙмәттәр исемлеге. □ Библиография.
4. Рәсемле журнал. □ Библиография.
БИБЛИОФИЛ [рус. < biblion китап’ + philio ‘яратам’] (Р: любитель и собиратель книг; И.: bibliophile; T.: kitapsever) и.
Китап һөйөүсе һәм йыйыусы. □ Любитель и собиратель книг.
БИБЛИЯ [рус. < гр. biblia < biblion китап’] (Р: Библия; И.: Bible; T.: İncil) и.
Йәһүд һәм христиандарҙың дини китабы, Тәүрат. □ Библия. Библия уҡыу. ■ Библияға ярашлы, теләһә ҡайҙа, кәрәккән-кәрәкмәгәндә изге исемдәрҙе телгә алыу ярамаған. «Ағиҙел», № 10, 2010.
БИВАК (бивагы) [рус. < нем. < фр. bivouac] (Р: привал; И.: bivouac; T.: mola yeri) и.
Ғәскәрҙең походта, экспедицияла йәки сәйәхәттә һ. б. ҡатнашыусыларҙың халыҡ йәшәгән ерҙән тыш ҡуныу йәки ял өсөн туҡтаған урыны. □ Привал, расположение войск вне населённого пункта.
БИГЕЛЕЙ [рус. беглый] и. диал. ҡар. ҡасҡын.
БИГЕРӘК, бигерәк тә [боронғо төрки бәк ‘ныҡ, көслө’] (Р: слишком; И.: much; Т.: fazla) р.
1. Саманан тыш, кәрәктән артыҡ, артыҡ дәрәжәлә. □ Слишком, чересчур. Бигерәк матур. Бигерәк куп. ■ Балыҡ мул икән, беҙ янына килеп баҫҡас ҡына 5—6 ажау балығын ҡаптырҙы ағай, улары бигерәк матур: ялтыр, ҡып-ҡыҙғылт ҡанаттары менән ысынлап та алтын балыҡты хәтерләтәләр. «Йүрүҙән», 8 февраль 2011.
2. Беренсе нәүбәттә, иң элек. □ В первую очередь. ■ Уның һуңғы һуҙҙәре ҡолаҡ төбөндә әле булһа яңғырай, бигерәк тә айырылыу һағышы менән һөрөмләнгән йәш тулы сөм-ҡара куҙҙәре һаман миңә төбәлеп торған кеуек... 3. Биишева. Бигерәк тә өс йәшлек Айгизәне уҙ итте. Г. Ситдиҡова.
3. Бер хәл, күренеште йәки нәмәне икен-сеһенә сағыштырып, көсәйтеп әйткәндә ҡулланыла. □ Особенно, в особенности (е сравнении), преимущественно. Ул бигерәк тә бәләкәй ҡыҙын ярата.
БИГЕТЕҮ (бигет-) ҡ. диал. ҡар. бикләү.
250