Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 252


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИДҒӘТ
һин, бидғәт сығарҙың, төбөнә кит дозахтың, бар, ғазап тарт! Ш. Бабич.
БИДҒӘТ II (Р.: необычное; И.: odd; Т.: olumsuz) с.
Ғәҙәти булмаған, ғәйепләнә торған (эш).
□ Необычное, непривычное, неодобрительное (дело). ■ Шул саҡта баҡсаға бер һыйыр кергән, баҡсала яуыз бидғәт уйын кургән: бер күбәләк ҡыҙыл гөлдә ултырғанда янына умарта ҡорто килеп ҡунған. Ш. Бабич.
БИДЕ [рус. < фр. bidet] (Р.: биде; И.: bidet; T.: bide) и.
Бәҙрәфтә билдән түбән тән ағзаларын йыуа торған кранлы унитаз. □ Биде. Биде ҡуйыу.
БИДЕРӘ и. диал. ҡар. биҙрә.
БИДОН [рус. < фр. bidon] (Р: бидон; И.: can; T.: bidon) и.
Шыйыҡ нәмә һаҡлай торған цилиндр формаһындағы ҡапҡаслы ҡалай йәки пластмасса һауыт. □ Бидон. Кәрәсинле бидон. Һөт бидоны. ■ Ҡоҙоҡ яғынан бәләкәс арба менән бидонға тултырылған һыу һөйрәтеп, ҡаҡса кәүҙәле, башына кепка кейгән, күҙлекле ир килә. «Башҡортостан», 21 февраль 2010.
БИҘ [дөйөм төрки берч <бәр<бәз ‘оро, шеш’] (Р: железа; И.: gland; T.: bez) и. анат.
1. Тереклектәрҙең эске эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле матдәләр эшләп сығара торған махсус ағза. □ Железа. Ашҡаҙан аҫты биҙе. Йәш биҙе. Ҡоймос биҙе. Ағыу биҙе. ■ Сара уңайынан республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1—29 октябрҙә һөт биҙе шеше сирен иҫкәртеү буйынса акция үткәреүҙе планлаштыра. «Башҡортостан», 20 сентябрь 2011.
2. Ауыртҡан ергә ҡалҡып сыҡҡан төйөр.
□ Лимфатический узел. Биҙ ҡалҡыу.
3. диал. ҡар. оро 1,1.
4. диал. ҡар. күмәгәй.
БИҘА I [рус. беда] (Р: беда; И.: misfortune; T: bela) и. һөйл.
1. Башҡа төшкән ауыр хәл. □ Беда. Биҙаға ҡалыу. ■ Әхмәт ғүмере Сәлмән байҙа үткән, айнымаған башы биҙанан. Ғ. Сәләм.
2. Мәшәҡәтле, насар нәмә. □ Хлопотливый, обременительный. Бесән эше бер биҙа инде ул. ■ Ҡайтҡас та, атайым әсәйемә былай тигән: «Фатима, мин хәҙер элекке кеүек бәһ-леүәндәй ир түгелмен, әгәр минән баш тартһаң, ғәйепләмәм, аңлармын, һиңә биҙа булғым килмәй». «Башҡортостан», 27 апрель 2011.
♦ Биҙа түгел бер ни түгел, анһат. □ Не беда (очень легко). Был эш беҙгә биҙа түгел. Биҙа һалыу юҡ-барҙы бәлә итеп ғауғалау; бәлә һалыу. □ Взывать о помощи, притворяясь попавшим в беду.
БИҘА II (Р: очень; И.: very; T.: gayet) киҫ.
1. Ҡайһы бер сифат һәм рәүеш менән килеп, уның мәғәнәһен көсәйтә. □ Очень. Биҙа күп. Биҙа һәйбәт. ■ Яурыны аша фотоаппарат таҡҡан һәм ҡулына магнитофон тотҡан был оло ғына кеше биҙа илгәҙәк булып сыҡты. В. Нафиҡов.
2. ирән. Кәмһетеү, мыҫҡыллау рәүешендә әйтелә. □ Тоже мне! Харап инде! Биҙа икән!
БИҘА III р. диал. ҡар. һәләк.
БИҘА ҠОРОУ (биҙа ҡор-) (Р: скандалить; И.: brawl; T: kavga etmek) ҡ. диал.
Бәләләү. □ Скандалить. Ҡайҙа ла бәлә һалып тик йөрөй.
БИҘАЛАНЫУ (биҙалан-) (Р: капризничать; И.: be capricious; T: kapris yapmak) ҡ. һөйл.
Ғауға һалып мыжыу, бәлә һалыу. □ Капризничать. Бала биҙалана. ■ Ауырыйым, тип биҙаланып йөрөнөң ни, йөрөмәнең ни, диспансер тормошона ла, дөрөҫөрәге, йылдар дауамында ҡанунлашҡан тәртиптәренә лә күнәһең икән. С. Шәрипов.
БИҘАЛАШЫУ (биҙалаш-) ҡ. ҡар. бәлә һалыу.
БИҘАСЫЛ (Р: ноющий по пустякам; И.: capricious; T: mızmız) с. һөйл.
Юҡҡа-барға бәлә һалыусан; бәләсел. □ Ноющий по пустякам, капризный. Биҙасыл кеше.
БИҘ АУЫРЫУЫ и. диал. ҡар. силсә.
БИҘБОЛОТ (Р: туча; И.: cloud; T: kara bulut) и. диал.
252