БИҘГӘК ЯҒЫУ
Биҙгәк ауырыуы һамағы. □ Заговор, заклинание лихорадки. ■ Биҙгәк әпсене, биҙгәк теле тигән әпсен менән имләйҙәр биҙгәкте. Экспедиция материалдарынан.
БИҘГӘК ЯҒЫУ (биҙгәк яҡ-) (Р.: способ лечения лихорадки; И.: exhorcism of fever; T.: ateşi büyü ile iyileştirmek) к. миф.
Биҙгәкте магик дауалау ысулы. □ Способ магического лечения лихорадки. ■ Биҙгәк тотһа, ауырыуҙы: «Мейескә ташлайым, мейескә яғам!» — тип мейес алдына килтерһәң, биҙгәк ҡаса икән. Экспедиция материалдарынан.
БИҘГӘЛӘК I (биҙгәләге) (Р.: стрепет;
И.: little bustard; T.: mezgeldek) и. зоол.
Ҙурлығы тауыҡ хәтле, арҡаһы һоро сыбар, ҡорһағы аҡ, аяғы оҙон йүгерек дала ҡошо; ҡарһаҡ туғаҙаҡ. □ Стрепет (лат. Tetrax tetrax). ■ Биҙгәләк бәләкәй генә бер ырҙын яһап ала ла һәр ваҡыт шунда өйрөлөп бейей. Бейегән ырҙыны ҡатып, ялтырап китә. Һ. Дәүләтшина.
БИҘГӘЛӘК II (Р: не прирученный; И.: wild; T.: vahşi) с.
Ҡулға ылыҡмаҫ, ҡырағай (молға ҡарата). □ Не прирученный, дикий. Биҙгәләк дөйә. ■ [Айбулат:] Ул шайтан шикелле дөйәләр балаларға тугел, Сәйетҡол ағайҙың уҙенә лә баш бирмәй китә әле. Бигерәк тә анау Нар дөйә, Моҡаш, Кук дөйә биҙгәләк. һ. Дәүләтшина.
БИҘҘЕРГЕС I (Р: надоедливый; И.: irksome; T.: bezdirici) с.
Йәнгә тейерлек; ялҡытҡыс. □ Надоедливый, отталкивающий, нудный. Биҙҙергес кеше. Биҙҙергес көҙгө ямғыр. ■ Көҙгө ямғыр бигерәк биҙҙергес булды быйыл, булған ғына уңышты ла йунләп йыйып ала алманылар. М. Ишбулатов. Биҙҙергес Сидор Айтуганович ҡыҫылмаған бер генә ваҡиға ла юҡ. Ә. Бикчәнтәев.
БИҘҘЕРГЕС II (Р: магическое действо; И.: magic; T.: büyü) и.
Ир менән ҡатынды бер-береһенән һыуындырыу ысулы. □ Магический способ
для охлаждения мужа и жены. Биҙҙергес яҙып эсереу.
БИҘҘЕРЕҮ (биҙҙер-) (Р: надоедать; И.: bore; T.: bezdirmek) ҡ.
1. Бик ныҡ ялҡытып, ҡабат әйләнеп ҡарамаҫтай итеү. □ Надоедать, приедаться, отталкивать. Донъянан биҙҙереу. Өйҙән биҙҙереу. Дуҫтарҙы биҙҙереу. Бер төрлө аш биҙҙерә. ■ Әллә һине донъяларҙан биҙҙерҙеме ғазаптарың? Әллә зәһәр ут ҡаҙалып, ҡайырылдымы ҡанаттарың? А. Игебаев. Ул, бутәндәр кеуек, уҙебеҙ уҡымағанға курә балаларыбыҙ уҡыһын тип, бала уҙе теләйме-юҡмы, булдыра аламы-алмаймы, димләп, көсләп, хатта әллә ниндәй таныш-белештәренә инәлеп, уларҙы биҙҙереп, балаларын институттарҙа уҡытырға тырышып йөрөмәне. Н. Мусин. • Һөйҙөргән дә ҡыҙыл тел, биҙҙергән дә ҡыҙыл тел. Әйтем.
2. Һыуындырыу. □ Отталкивать кого. Кешенән биҙҙереу. ■ [Ҡатынға — Мәскәй:] Үҙеңде ултереп, өлкән вәзиренең ҡатыны менән тормаһын тиһәң, батшаңды ул вәзирҙән тамам биҙҙерергә кәрәк. Әкиәттән.
3. Теләктән ҡайтарыу; бүктереү. □ Отучать кого от чего. Тәмәке тартыуҙан биҙҙереу.
БИҘҘЕРТЕҮ (биҙҙерт-) ҡ. йөкм. ҡар. биҙҙереү, понуд. от биҙҙереү.
БИҘЕЛ (Р: выселок; И.: new village; T: yeni semt) и. диал.
Төп ауылдан айырылып күсеп ултырған яңы ауыл. □ Выселок (или выселки).
БИҘЕР I и. диал. кар. бүҫер.
БИҘЕР II (Р.: просека; И.: vista; T: manzara) и. диал.
Асыҡлыҡ. □ Просека.
БИҘЕРГӘН (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуы араһы. □ Бидергэн (родовое подразделение башкир-айлинцев).
БИҘЕРКӘ (Р: ведёрко; И.: pail: T: kova) и. диал.
254