Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 255


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИҘУН
Бәләкәй биҙрә. □ Ведёрко.
БИҘЕРӘҮ (биҙерә-) (Р.: тяготиться; И.: be disappointed; T.: bıkmak) ҡ. диал.
1. Ял ҡыу. □ Тяготиться.
2. Ҡурҡыу. □ Опасаться.
БИҘЕҮ (биҙ-) [дөйөм төрки бәз, сағ., эвен. бэр- ‘үҙгәреү’] (Р: тяготиться; И.: be disappointed; T: bıkmak) ҡ.
1. Бик ныҡ ялҡыу, ҡабат әйләнеп ҡарамаҫтай булыу. □ Окончательно разочароваться в ком, в чем', тяготиться.
2. Һыуыныу. □ Охладеть, остыть. Кешенән биҙеү. ■ Ҡапыл ауылдан да, кешеләрҙән дә биҙҙем. Р. Камал.
3. Теләк ҡайтыу. □ Приедаться. ■ Ауырыу бер саҡ ашауҙан биҙҙе лә ҡуйҙы. Г. Ғиззәтуллина.
БИҘЛЕ I (Р: имеющий железы; И.: having glands; T: bezli) c.
Биҙе булған. □ Имеющий железы.
БИҘЛЕ II (Р: пасмурный; И.: overcast; T: yağmurlu) с. диал.
Ҡарлы-ямғырлы, һыуыҡ елле (көнгә ҡарата). □ Пасмурный. ■ Һалҡынсараҡ, биҙлерәк көн булыуға ҡарамаҫтан, Һарайҫанан күңелем тулы яҡты хистәр менән киттем мин. Р. Шәкүр.
БИҘЛЕ АЛАБУТА и. бот. ҡар. алабута.
БИҘЛӘТЕҮ (биҙләт-) ҡ. йөкм. ҡар. биҙләү. понуд. от биҙләү. Һыҙғырып көндө биҙләтеү.
БИҘЛӘҮ (биҙлә-) (Р: становиться пасмурным; И.: become overcast; T: kapanık olmak) ҡ.
1. диал. Ҡарлы, ямғырлы һыуыҡҡа әйләнеү; йонсоуланыу. □ Становиться пасмурным. Көн биҙләп тора.
2. күсм. Кәйефһеҙләнеп, сырай һытыу. □ Быть хмурым. Я Тимерғәле Килмә-хәмәтовтың бай йөкмәткеле тормош юлын байҡағанда йыш ҡына уның холҡондағы бер үҙенсәлеккә юлығаһың. Был — тәүәккәллек. Биҙләп-буҙлапултырыу ятуға. И. Кинйәбулатов. Көн ниндәй, тау ҙа шулай: аяҙ мәлдә көлә, йонсоуҙа биҙләп тора ул. А. Игебаев.
БИҘЛӘҮЕК с. ҡар. биҙле II. Биҙләүек көн. ■ Бая уҡ тамырлана башлаған болоттар, бергә уҡмашып, тотош күкте ҡаплап алды. Көн биҙләүеккә әйләнде. Б. Бикбай.
БИҘРӘ [рус. ведро] (Р.: ведро; И.: pail; Т: kova) и.
Һыу йәки бүтән нәмә ташый торған ҡылыслы һауыт; күнәк. □ Ведро. Эмаль биҙрә. Һөт биҙрәһе. Я Көйәнтә, биҙрәләрен алып, йәш кәләште һыу юлына алып киттеләр. М. Хисмәтуллина. Ҡоймала эленеп торған һөт биҙрәһенең ситенә мул ғына ҡаймаҡ яғып, һыйыр янына сүгәләнем. Г. Ғиззәтуллина.
БИҘРӘ ҠЫЛЫСЫ (Р: ведёрная дужка; И.: bail; T: kova kulağı) и. диал.
Биҙрә тотҡаһы. □ Ведёрная дужка. Я Хатта һыу килтергәс, биҙрәләрҙең ҡылысын, тауыш сыҡмаһын тип, әкрен генә ыскындырыр булды. 3. Биишева.
БИҘРӘСЕ (Р: ведёрочник; И.: pailer; T: kovacı) и.
1. Биҙрә эшләүсе. □ Изготовитель вёдер, ведёрочник. Ҡарт биҙрәсе.
2. Байрамдарҙа биҙрә сиртеүсе. □ Человек, который «играет» на ведре (на праздниках:). Биҙрәселәр биҙрә һуға.
БИҘРӘТЕҮ (биҙрәт-) (Р: надоедать; И.: nag; T: bezdirmek) ҡ.
Теңкәне ҡоротоп, йонсотоу; йөҙәтеү. □ Надоедать, донимать. Көҙгө һыуыҡ биҙрәтә. Н Торҙом. Ләкин атҡа менге килмәй, биҙрәткән. Н. Мусин.
БИҘРӘҮ (биҙрә-) (Р: надоедать; И.: nag; T: bezmek) ҡ.
Теңкә ҡороп, йонсоу; йөҙәү. □ Надоедать, мучиться, измучиться. Буранда урамға сығырға биҙрәп тороу. Юҡлыҡтан биҙрәү. Я Киткең килһә, кит һуң, ирекһеҙләп тотмам, биҙрәп бөткәс ярлы тормоштан. Р. Йәнбәк.
БИҘРӘШЕҮ (биҙрәш-) ҡ. урт. ҡар. биҙрәү, взаимн. от биҙрәү.
БИҘУН и. диал. ҡар. бәләсел.
255