Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 256


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИҘӘК
БИҘӘК (биҙәге) [боронғо төрки бэди-зәк\ (Р.: узор; И.: pattern; T.: bezek) и.
1. Матурлыҡ өсөн төшөрөлгән төрлө-төрлө һүрәт. □ Узор, рисунок, набойка. Алма биҙәк. Сәскә биҙәк. Биҙәк төшөрөү. Эре биҙәк. ■ Ҡулымдағы көмөш балдағымдың ай менән кук йондоҙ биҙәге. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Йәм, матурлыҡ биргән нәмә.
□ Украшение. ■ Ер-куктең бар биҙәктәрен йыйып, бейек шыршы тора уртала. М. Кәрим. • Ир бала — йортҡа терәк, ҡыҙ бала — йортҡа биҙәк. Мәҡәл.
БИҘӘКЛЕ (Р: разноцветный; И.: motley; T.: desenli) с.
Биҙәге бар, биҙәк төшкән. □ Разноцветный, узорчатый, разрисованный, расписанный. Биҙәкле сынаяҡ. ■ Матур биҙәкле шәлдәр — бесәй табаны төшкәне, төрлө ҙурлыҡтағы теллеһе, үҙенсәлекле сәсәклеһе, оҙон суҡлыһы, тиңе булмаған селтәрлеһе, киртләсләп һырланғаны, шулай уҡ бүтәндәр ҙә тәуҙәрәк урҙала эленеп тороп, өйөбөҙгә йәм өҫтәй ине. «Башҡортостан», 7 июнь 2011.
БИҘӘКЛЕ БӘШМӘК (бәшмәге) и. ҡар. ерән бәшмәк.
БИҘӘКЛӘН Д EPEY (биҙәкләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. биҙәкләү, понуд. от биҙәкләү.
БИҘӘКЛӘНЕҮ (биҙәклән-) ҡ.
1. төш. ҡар. биҙәкләү 1. страд, от биҙәкләү 1. ■ Сәғәттең тышы таштар менән биҙәкләнгән. Д. Юлтый. Биҙәкләнгән тәҙрәләрҙең өлгөһө, был — донъяның яҙҙы һағыныу билдәһе. М. Кәрим.
2. ҡайт. ҡар. биҙәкләү 2. возвр. от биҙәкләү 2. Биҙәкләнеп туңған.
БИҘӘКЛӘТЕҮ (биҙәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. биҙәкләү, понуд. от биҙәкләү.
БИҘӘКЛӘҮ (биҙәклә-) (Р: разрисовывать; И.: ornament; T.: bezeklemek) ҡ.
1. Биҙәкле итеү. □ Разрисовывать, украшать узорами, отделывать, орнаментировать. Биҙәкләп сигеү. Биҙәкләп буяу. ■ Ҡыш бабай тәҙрәләрҙе әллә ниндәй матур биҙәктәр менән биҙәкләп бөткән. Л. Абдуллина.
2. күсм. Йәмле, матур итеү; биҙәү.
□ Украшать. ■ Донъябыҙҙы нурлап, тыуған
еребеҙҙе биҙәкләп, гөрләп үҫә гүзәл миләүшә. Ә. Әхмәт-Хужа.
БИҘӘКСЕ (Р: мастер, художник; И.: carver; T.: oymacı) и.
Биҙәк төшөрөүсе, биҙәк эшләүсе. □ Специалист по разрисовке, украшению; резчик, мастер по художественной резьбе.
БИҘӘ Л и. иҫк. ҡар. абруй 1. ■ Эй һары бал, һары бал, һары балды кем эсер? Битендә биҙәл уйнаған ир-азамат — шул эсер. Ҡобайырҙан.
БИҘӘЛЕҮ (биҙәл ) ҡ. төш. биҙәү. страд, от биҙәү. Сәскә менән биҙәлгән.
БИҘӘЛЕШ (Р: оформление; И.: design; T.: dekor) и.
Ниҙеңдер биҙәлеү йәһәтенән тышҡы күренеше. □ Оформление, украшение. Китаптың биҙәлеше. ■ Йыл һайын үткәрелә торған август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар мәктәп, балалар баҡсаларында булды, уларҙың яңы уҡыу йылына әҙерлеген һәм биҙәлешен ҡараны. «Йәшлек», 17 август 2011.
БИҘӘМЕС и. ҡар. биҙәүес. Биҙәмес бүләк итеү.
БИҘӘМӘ и. диал. ҡар. биҙәк.
БИҘӘНДЕРЕҮ (биҙәндер-) ҡ. йөкм. ҡар. биҙәнеү, понуд. от биҙәнеү. ■ Биҙәндерҙе көмөш ҡырау менән мүкле тауҙың төклө биттәрен; нағышланы, боҙ селтәре сигеп, Аҡманай һәм Димдең ситтәрен. С.Ҡудаш.
БИҘӘНЕҮ (биҙән-) [боронғо төрки бә-зән ‘матур төҫ алыу’] (Р: накраситься; И.: make up; T.: bezenmek) ҡ.
1. Күҙгә, биткә буяҡ, кершән яғып, матурланыу. □ Накраситься, наряжаться. ■ Миләүшә иң матур, иң яратҡан күлдәген кейеп, көҙгө алдында оҙон-оҙаҡ биҙәнде, Марсты көтә-көтә театрға барырға әҙерләнде. С. Шәрипов.
2. Биҙәүестәр тағып, кейенеп-яһанып, матурланыу. □ Наряжаться, прихорашиваться. • Ҡыҙҙар ҡолаҡтарына алҡалар, ҡулдарына матур беләҙектәр кейгән, әллә ниндәй ялтыр-йолтор биҙәүестәрен түштәренә тағып алғандар. Малайҙар
256