Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 258


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИҘӘҮ
Биҙрәү, интегеү. □ Мучиться. ■ Ауыл тып-тын: һәр йән эйәһе, туңыуҙан биҙәрләп, үҙенең йылы мөйөшөнә һыйынған. Й. Солтанов.
БИҘӘҮ I (биҙә-) [боронғо төрки бизә биҙәү’I (Р.: наряжать; И.: dress up; T.: bezemek) ҡ.
1. Буяҡ, кершән һөртөп, күҙҙе, битте матурлау. □ Наряжать, накрасить. Күҙ буяп, ҡаш сығарма. • Битеңде биҙәмә, аҡылыңды биҙә. Әйтем.
2. Төҫ, йәм бирерлек нәмәләр менән матурлау; матур итеү. □ Украшать, раскрашивать, разукрасить. Шыршыны уйынсыҡтар менән биҙәү. ■ Бына, егет, шәл ябырһың, буйың биҙәп төрһөн тип. Туй йырынан.
3. күсм. Яҡшы сифат өҫтәп матурлау. □ Украсить. Матур тел романды биҙәй. Декорация спектаклде биҙәй. ■ Авторҙың тасуирлы, үҙенсәлекле теле повесты тағы ла биҙәй төшә. Ш. Бикҡол. • Атҡа менгән ил гиҙәр, батыр егет ил биҙәр. Әйтем.
БИҘӘҮ II (Р.: бесплодный; И.: sterile; Т: kısır) с.
1. Бала таба алмаған йәки бала булдыра алмаған. □ Бесплодный. Биҙәү ир. Биҙәү ҡатын. Биҙәү булыу. Я Яңғыҙ булыр егеткә биҙәү ҡатын тап булыр. Ҡобайырҙан. [Шәмсинур — Ҡотлозаманға:] Бер һиңә бала кәрәкмәне, һәр саҡ буйҙаҡ йәшәгең килде, һине тыңлап, мәңгегә биҙәү ҡалдым. Ғ. Вәлиев.
2. Үрсем бирмәгән (мал, үҫемлеккә ҡарата). □ Бесплодный, яловый. Биҙәү бейә. Биҙәү сәскә. Я [Әбләй:] Толпарҙан тыуған ҡолон һин, һөйгән атым минең һин, татлы йоҡомдо ҡалдырып, биҙәү киткән атым һин. Халыҡ йырынан.
♦ Аҡ биҙәү бер бала табып туҡтаған ҡатынға ҡарата әйтелә. □ Женщина, не рожавшая после первого ребёнка.
БИҘӘҮЕС (Р: украшение; И.: decoration; T: dekor) и.
1. Кемде йәки ниҙе лә булһа биҙәү, уға йәм биреү өсөн хеҙмәт иткән затлы йәки матур нәмә. □ Украшение. Шыршы биҙәүестәре. ■ Ябай ғына биҙәүес алып, мин бәхетлемен
тип, бәләкәй генә шатлыҡты ҙур итә белеү ҙә кәрәк ҡайһы ваҡытта. «Башҡортостан», 5 март 2011.
2. миф. Күҙҙән һаҡлау өсөн ҡулланылған әйберҙәр. □ Вещи от сглаза.
БИҘӘҮ СӘСКӘ (Р: пустоцвет; И.: barren flower; T: kısır çiçek) и. диал.
Ҡыҫыр сәскә. □ Пустоцвет.
БИҘӘҮ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ (Р: декоративные растения; И.: ornamental plant; T.: süs bitkileri) и. бот.
Йорт тирәһен биҙәр өсөн ултыртылған үҫемлектәр. □ Декоративные растения.
БИЖУТЕРИЯ (Р: бижутерия; И.: bijouterie; T: bijuteri) и.
Быяла, пластмассанан яһалған биҙәнеү әйберҙәре. □ Бижутерия.
БИЗАРУР I [фарс.-ғәр. ‘кәрәк-
һеҙлек’] (Р: зря; И.: for nothing; T.: boşuna) р.
Кәрәкһеҙгә, юҡҡа. □ Зря, понапрасну. Бизарур көйөү.
БИЗАРУР II [фарс.-ғәр.
‘кәрәкһеҙлек’] (Р: зря; И.: for nothing; T.: boşuna) с.
Кәрәкһеҙ. □ Ненужный. Бизарур әйбер.
БИЗДЫЯЛА [рус. без дела\ (Р: зря; И.: for nothing; T.: boçuna) и. диал.
Юҡҡа, бушҡа. □ Зря, понапрасну. Биз-дыяла рәнйетәһең һин уны.
БИЗЕК (бизеге) (Р: единица; И.: unit of measure; T.: birim) и.
Бәкәлсәй (ашыҡ) уйнағанда отошто билдәләй торған бер аяҡ баҫымы хәтле үлсәү берәмеге. □ Единица измерения, равная длине ступни, которая учитывается во время игры в бабки для решения вопроса о выигрыше.
БИЗЕР [ғәр. ‘сәсеү’] (Р: зерно; И.: grain; T.: tahıl) и.
Иген, иген орлоғо. □ Зерно.
БИҘЛӘҮ (бизлә-) ҡ. диал. ҡар. һыуытыу.
БИЗМӘН [ғәр. û'j^| (Р: безмен; И.: spring balance; T.: el kantarı) и.
һалмауырлы йәки пружиналы, ҡулға тотмалы бер табаҡлы үлсәүес. □ Безмен (весы). Бизмән менән үлсәү. Я Үткән ғүмер
258