Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 260


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИЗӘКӘЙ
Төньяҡ Америкалағы зубрға оҡшаған ҡырағай үгеҙ. □ Бизон (лат. Bison).
БИЗӘКӘЙ и. диал. ҡар. биҙәк.
БИЗӘКӘЙЛӘҮ (бизәкәйлә-) и. диал. ҡар. биҙәү.
БИЖАН и. диал. ҡар. иңкеш.
БИЙӘНЕҮ (бийән-) ҡ. диал. ҡар. инаныу.
БИК I (биге) [боронғо төрки бек, бәк/ бөк ‘ныҡлы'] (Р.: запор; И.: bolt; T.: tırkaz) и.
Ишек, ҡапҡаны, ҡапҡасты эләктереп ҡуя торған, бикләү өсөн ҡулайлама. □ Запор, засов, защёлка; щеколда. Ишек биге. Ишеккә бик ҡуйыу. Ҡапҡаға бик һалыу. ■ [Әбей:] Ҡыҙым, өй тубәһендә .. һары һандыҡ булыр. Шуны алып ҡайт. Ҡайтып өйгә инмәйенсә, биген асма. Әкиәттән.
БИК II [боронғо төрки бәклик ‘ныҡ’] (Р.: очень; И.: very; T.: pek) киҫ.
Сиктән тыш, саманан тыш дәрәжәлә; үтә, ғәйәт. □ Очень, крайне, слишком. Бик тиҙ. Бик мөһим. Бик көслө. ■ Ниңә бик-бик матур була икән сәскә атҡан саҡта сирендәр. Ғ. Сәләм.
БИКЕР (БИКР) [ғәр. .А ‘ғиффәтле’] (Р: целомудренный, девственный; И.: very; T.: bakir) с.
Таҙа, ғиффәтле (ҡыҙ). □ Целомудренный, девственный. Бикер ҡыҙ.
БИКЕРӘ (Р: ёрш; И.: raff; T: trakya levreği) и. диал.
Шырт балыҡ. □ Ёрш (лат. Acerina сетиа).
БИКИНИ [рус. < ингл. bikini] (Р: бикини; И.: bikini; T: bikini) и.
Бик тар ғына бюстгальтерҙан һәм трусиктан торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу инеү кейеме. □ Бикини.
БИККЕС и. диал. ҡар. бик I.
БИКЕТКЕС (Р: дверной крючок; И.: door hook; T.: kapı kancası) и. диал.
Келә. □ Дверной крючок. Ишектең би-кеткесе һурылып сыҡҡан.
БИКЛЕ [боронғо төрки б(ә)клиг ‘бикләнгән’] (Р: запертый; И.: bolted; T: kapalı) с.
Бикләнгән, йоҙаҡ һалынған. □ Запертый. Бикле өй. ■ Ауылда өйҙәрҙең кубеһе бикле
йәки буш торалар. Д. Юлтый. Лавка бикле, тимер селтәр менән ҡапланған тәҙрә быялаларын саң баҫҡан, һ. Дәүләтшина.
БИКЛӘНЕҮ I (биклән-) ҡ.
1. төш. ҡар. бикләү I—III. страд, от бикләү I—III. Ишек бикләнде. Мал аҙбарға бикләнгән. Ятҡа бикләнгән шиғыр. ■ Бикләнделәр тимер ҡапҡалар, асылырлыҡ тугел ҡаҡһалар. М. Кәрим.
2. ҡайт. ҡар. бикләү I. возвр. от бикләү
I. Булмәгә инеп бикләнеу. Бикләнеп ултырыу. Ишектәге йоҙаҡ уҙенән-уҙе бикләнде.
БИКЛӘНЕҮ II (биклән-) (Р: привязаться; И.: be carried away with work; T: bağlanmak) ҡ. кусм.
1. Бер урынға йәки эшкә бәйләнеп, мауығып, шунан китә алмау. □ Привязаться к месту или увлечься работой и замыкаться. Өйгә бикләнеп ятыу. Ауылға бикләнеп йәшәу.
■ Театр уҙ ҡабығында ғына бикләнеп ятмай. «Йәшлек», 21 апрель 2010.
2. Ниндәй ҙә булһа сәбәптәр арҡаһында уй-хистәреңде бер кем менән дә бүлешмәйенсә, үҙеңдә һаҡлап, үҙең генә эстән кисереп йәшәү. □ Уйти в себя (по какой-то причине со своими мыслями, думами ни с кем не делиться, хранить всё в себе). Үҙ-уҙеңә бикләнеу. ■ Ҡайғыларға бирешмәҫкә куңелем йоҙаҡ менән бикләнә. М. Хисмәтуллина.
БИКЛӘТЕҮ I (бикләт-) ҡ. йөкм. ҡар. бикләү I. понуд. от бикләү I. Ҡапҡаны бикләтеу.
БИКЛӘТЕҮ II (бикләт-) ҡ. йөкм. ҡар. бикләү II. понуд. от бикләү II. Шиғырҙы бикләтеу.
БИКЛӘҮ I (биклә-) [боронғо төрки бәклә- ‘бик һалыу’] (Р: запирать; И.: bolt; T.: kilitlemek) ҡ.
1. Ябып бик һалыу. □ Запирать, закрывать. Ишекте бикләу. Йоҙаҡ менән бикләу.
■ Әсәйем беҙҙе көтөп ҡапҡаны ла, соланды ла бикләмәгән. Т. Дәүләтбирҙина.
2. Кемде йәки ниҙелер бик һалып, тыштан ябыу. □ Запереть на замок кого, что. Бикләп алыу. Бикләп ҡуйыу. Бикләп тотоу.
■ Алпамышаның уҙен ер аҫтына, зинданға,
260