БИКӘН
БИКӘН (Р.: бутон борщевика; И.: cow parsnip; T: maydanoz türü bir bitki) и. диал.
Балтырған бәбәге. □ Бутон борщевика.
БИКӘН КӨПШӘҺЕ (Р.: борщевик; И.: cow parsnip; T: maydanoz türü bir bitki) и. бот. диал.
Балтырған. □ Борщевик (лат. Heraclıum).
БИКӘНСӘ(Р: вика; И.: vetch; T: burçak) и. бот.
Сәсеп үҫтерелгән кәрешкә. □ Окультуренная вика.
БИКӘНӘ и. диал. ҡар. бөйән I.
БИКӘР I [фарс. (Р: напрасный; И.: vain; T.: beyhude) с. иҫк.
Файҙаһыҙ, буш, мәғәнәһеҙ. □ Напрасный, бесполезный, тщетный. Бикәр һуҙ. ■ Ғумерем утте бикәрерәк, буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым. Ш. Бабич. • Ирҙең йәше ике илле: береһе — шәкәр, береһе — бикәр. Мәҡәл. Бикәр эш битһеҙ булыр. Мәҡәл.
БИКӘР II (Р: напрасно; И.: in vain; T.: boşuna) р.
Юҡҡа, бушҡа. □ Напрасно, попусту. Куҙ йәшен бикәр тугеу. ■ Маҡтаһалар хаҡлы маҡтаһындар, бикәр маҡталыуҙан һин һаҡлан! Б. Хәлитов.
БИКӘР III (Р: кроме; И.: but for; T.: hariç) бәйл.
Сығанаҡ килештәге һүҙҙәр менән башҡа, тыш мәғәнәһен бирә. □ В роли послелога с исх. п. кроме, һинән бикәр кешем юҡ. ■ Мәрәһимгә лә, Аҡйондоҙға ла бер-береһенән бикәр йәшәр әмәл юҡ төҫлө тойолдо. М. Кәрим.
БИКӘР IV р. диал. ҡар. бөтөнләй.
БИКӘРГӘ (Р: зря; И.: in vain; T: boşuna) р.
Бушҡа, юҡҡа. □ Зря, напрасно, впустую. Бикәргә әрләу. Бикәргә йөрөу. ■ Инде атын бикәргә рәнйеткәненә батыр бик укенә, сөнки уны бөтә мөлкәтенән артыҡ куреп ярата, иң тоғро юлдашы һанай ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
БИКӘС (Р: золовка; И.: sister-in-law; Т.: görümce) и.
1. Ҡатынына ҡарата ирҙең һеңлеһе; ҡәйенһеңле. □ Золовка. ■ — Еңгә, еңгә, ишек
ас! — Төндә йөрөр бикәсем юҡ, бикәсем ситтә, кейәуҙә. Әкиәттән.
2. иҫк. Йәш бикә. □ Молодая госпожа, дочь бая. ■ [Юрға:] Өҫтөмдәге бикәсем дә уҙемә генә тиң икән. Халыҡ йырынан.
3. диал. ҡар. кәләш 2.
БИКӘ СЫЙЫРЫ и. миф. ҡар. ҡамҡа II.
БИКӘ ҮЛӘНЕ (Р.: княженика; И.: Arctic raspberry; T.: Kuzey ahududu) и. бот.
Раузалар төркөмөнә ҡараған алһыу сәскәле, ҡуйы ҡыҙыл емешле күп йыллыҡ үлән. □ Княженика (лат. Rubus arcticus).
БИҠАЛӘ [ғәр. ‘бакалея сауҙаһы’; сА3 ‘бакалея’] (Р: торговля продуктами питания; И.: trade; T.: bakkaliye) и.
Аҙыҡ-түлек сауҙаһы, йәшелсә сауҙаһы.
□ Торговля продуктами питания, овощами. Биҡалә менән шөғөлләнеу.
БИҠАСАП (биҡасабы) (Р: бекасам; И.: kind of Oriental texture; T: kumaş) и.
Буй-буй итеп һуғылған тар иңле ҡалын ебәк туҡыма. □ Бекасам (разновидность полушёлковой восточной ткани). Камзуллыҡ биҡасап һатып алыу. Биҡасап сапан. Биҡасап кулдәк. ■ [Ишбикә инәй] кулдәк өҫтөнән йәшел биҡасап камзул, аяғына аҡ туланан сигеп эшләнгән сарыҡ кейеп алды.
3. Биишева.
БИЛ [дөйөм төрки бел, бәл ‘бил’] (Р: поясница; И.: waist; T: bel) и. анат.
1. Кәүҙәнең арҡа менән янбаш араһындағы нәҙек өлөшө. □ Поясница, талия, пояс. Бил ауырта. Билдән алыу. Билдән яҙыу. Билде биртендереу. Билдән бөгөлөу. Билдән яҙыла алмау. ■ «Ир намыҫы бил ҡайышы тугел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай», — тип төрттөрөп алды тегегә кемдер. М. Кәрим. Ҡыҫып та ғына ҡыҫып һөйөр инем, ҡыҙғанам шул нәҙек билкәйең. Халыҡ йырынан.
2. Кейемдең шул тәңгәлдәге өлөшө.
□ В талию. Билһеҙ пальто. Оҙон билле кулдәк. ■ [Сәнсәк Исабәктең] өҫтөндә билле ҡара елән икән, .. башында бөҙрә йөнлө туңәрәк ҡара бурек икән, аяғында уксәһеҙ ҡара итек икән. М. Кәрим.
262