Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 264


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИЛБАУ
БИЛБАУ I (Р.: ремень; И.: belt; T.: kemer) и.
1. ҡар. билғау. ■ Билбау аҫты бушағас, ҡарап тороу юҡ, картуф та туҡ эсәк һымаҡ тойола. Б. Бикбай.
2. миф. Яман ауырыуҙарҙан, зәхмәттәрҙән һаҡлау көсөнә эйә булған бил быуа торған әйбер; йәшәү, мәңгелек, ныҡлыҡ билдәһе. □ Ремень (мифологизированный предмет, оберег от злых духов, болезней; символ жизни, вечности, вместилище жизненного потенциала). ■ Кейәу йортона оҙатҡанда, килендец биленә билбау быуалар. Экспедиция материалдарынан.
БИЛБАУ II (Р: пояс-верёвка или полоска ткани для перевязывания покойника в трёх местах после облачения в саван; И.: kind of belt; T.: kemer türü) и. этн.
Кәфендең бер өлөшө: мәйетте кәфенгә урағандан һуң өс урындан (башынан, биленән, аяғынан) бәйләп ҡуйылған бау йәки тауар киҫәге. □ Пояс-верёвка или полоска ткани для перевязывания покойника в трёх местах после облачения в саван.
БИЛБАУ III (Р: узкая дощечка, опоясывающая карниз печи; И.: detail of a stove; T.: sobanın çubuğu) и. диал.
Мейес кәрнизен уратҡан тар ғына таҡта. □ Узкая дощечка, опоясывающая карниз печи.
БИЛБЫУАРҘАН (Р: по пояс; И.: up to the waist; T.: beline kadar)/?.
Билгә тиклем. □ По пояс. Бесән билбы-уарҙан уҫкән. ■ Шулай ҙа, билбыуарҙан ағын һыу кискәндәй булып, бер-беребеҙгә йәбешеп, яй ғына барабыҙ ҙа барабыҙ, барабыҙ ҙа барабыҙ. Ә.Сөләймәнов.
БИЛ БЫУАРЫНАН (Р: по пояс; И.: ир to the waist; T.: beline kadar) р. диал.
Бил тәңгәленән. □ По пояс.
БИЛ БЫУЫУ (бил быу-) (Р: обычай ритуального подпоясывания невесты вышитым кушаком при проводах её в дом жениха; И.: ethnographic rite; T.: geline kurdele takmak) ҡ. этн.
Оҙатып алып киткәндә еңгәләре килендең билен билбау менән быуыу йолаһы.
□ Обычай подпоясывания невесты вышитым кушаком при проводах её в дом жениха. Бил быуыу йолаһы. ■ Килгәс, бикәстәре уның билен быуып, һыуға башланылар.
3. Биишева.
БИЛГЕ I [боронғо төрки б(ә)лгу билдә’] (Р: метка; И.: tag; T.: belgi) и.
1. Айырып күрһәтеү өсөн ҡуйылған тамға; билдә. □ Метка, пометка, знак. Китап ситенә билге ҡуйыу. ■ Кашына арыҫландың килә батыр, улгәнен аныҡлап белә батыр, быға инде бер билге һалайым тип, арыҫландың шунда телен телә батыр. «Бабсаҡ менән Күсәк». Билге лә генә сәнстем, ай биләнгә, Шәурә килен киләм дә тигәнгә. Халыҡ йырынан.
2. Ниҙәндер һуң ҡалған эҙ. □ След. Тотҡан, тейгән бер нәмәлә бармаҡтың билгеһе ҡала.
3. Ниҙелер ҡылыҡһырлап күрһәткән һыҙат; ишарат, билдә. □ Признак, примета. Ауырыу билгеһе. ■ Иҫеңдәме, һөйөу билгеһе тип, алтын балдаҡ буләк иткәйнең. 3. Биишева.
4. Хәбәр биреү, белдереү өсөн яһалған ишарат. □ Знак. ■ Фольгнер Колтубәне ым менән билге биреп, янына саҡырҙы. Б. Бикбай.
5. миф. Нимәлер тураһында алдан белгертеү билдәһе. □ Метка, знак, особая отметка, связанная с судьбой, состоянием природы; божественное предопределение. ■ Баланың миңен айырым яҙмыш, бәхет билгеһе, тинеләр. М. Кәрим.
6. диал. ҡар. инәү II.
БИЛГЕ II и. диал. ҡар. вәғәҙә бүләге.
БИЛГЕ III и. диал. ҡар. бағана I, 4.
Үҫмер ир балалар уйыны (эсле-тышлы ике туңәрәк һыҙылып, уртаға ҡолға ҡаҙала; тышҡы туңәрәктәге кешеләр шул ҡолғаға ҡул тейҙерергә тырыша; эске туңәрәктәгеләр яҡын ебәрмәй, уларҙың аяғына тибеп «ҡатыра»; тышҡы туңәрәктән берәу ҡулын тейҙерһә, ике төркөм урын алмаша). □ Игра в «Знамя» (игра подростков). Билге таяғы. Билге тибеу. Билге уйнау. ■ Яҙғы сәсеу эштәре тамамланғас, йәй башында гөл-
264