БИЛДӘ
сәскәле матур яланда Һабантуй байрамы уткәрелә. «Бәйге», «Теш менән тейен алыу», «Бала һикертеу», «Ике кеше — бер кеше», «Әуһәләй» уйындары менән «Билге уйыны» ла һабантуйҙа балалар яратып уйнаған уйын. Ф.Ғөбәйҙуллина.
БИЛГЕЛЕ I [боронғо төрки б(ә)лгулуг ‘асыҡ’] (Р.: известный; И.: familiar; Т.: belli) с.
1. Ни һәм ниндәй икәне мәғлүм, таныш; билдәле. □ Известный, знакомый. Билгеле хәбәр. Билгеле кеше. W Төлкө эҙе бик билгеле яңы яуған ҡарҙарҙа. Халыҡ йырынан.
2. ҡар. билдәле I, 2.
БИЛГЕЛЕ II (Р.: известно; И.: certainly; Т.: belli) инш.
Эш-хәлдең асыҡлығын белдергәндә әйтелә; билдәле. □ Известно, очевидно, понятно, разумеется, конечно. ■ Билгеле, елдәй етеҙ ҡола бейә, бутән аттарҙы байтаҡ артта ҡалдырып, бәйге тотҡалары янынан уҙып киткәйне инде. Ә. Хәкимов.
БИЛГЕЛЕ III (Р: заметно; И.: noticeably; T.: gözle görünür biçimde) р.
Билдәле, күренеп тора. □ Заметно. • Май сулмәге тышынан билгеле. Мәҡәл.
БИЛГЕЛӘНЕҮ (билгелән-) ҡ. төш. ҡар. билгеләү, страд, от билгеләү. Билгеләнгән ағас. ■ Айыуҙың ғәҙәт-ҡылыҡтарын яҡшы белә Һолтанбай. Анау бер йыл урманда ҡуна ятып билгеләнгән ағастарҙан бура бурағанда нисегерәк ҡыланғайны бит, дуңғыҙ. Н. Мусин.
БИЛГЕЛӘҮ (билгелә-) (Р: метить; И.: mark; T.: bolgilemek) ҡ.
1. Билге, тамға һалыу. □ Метить, размечать. ■ Батшаның уртансы ҡыҙы уҙе һайлап, билгеләп ҡуйған алмаһын ашаған. Әкиәттән.
2. Алдан уйлап тәғәйенләү; билдәләү. □ Определять, устанавливать, назначать. Туй көнөн билгеләу. Һәр бригадаға эш билгеләу.
3. Тәғәйенләп эшкә, урынға ҡуйыу; тәғәйенләү. □ Назначать, ставить кого кем. Бригадир итеп билгеләу.
БИЛГЕ УЙЫНЫ (Р.: игра в «Знамя»; И.: kind of national game; T: delikanlılar oyunu) и. этн.
БИЛГЕ ҺАЛЫУ (билге һал-) ҡ. ҡар. билгеләү.
БИЛГӘЛЕ с. диал. ҡар. билдәле I.
БИЛГӘ Л ӘҮ (билгәлә-) ҡ. диал. ҡар. билдәләү 4.
БИЛГӘҮ и. диал. ҡар. билғау.
БИЛҒАУ (Р.: пояс; И.: belt; T: kemer) и.
Кейемде бил тапҡырынан ҡыҫып быуа торған оҙон тауар йәки бау киҫәге. □ Пояс, кушак, которым подпоясывали верхнюю одежду. Ебәк билғау. Билғауҙы сисеу. ■ Димдең дә иң бейек ярында, һыу баҫмаҫ урында, ергә сугәләгән ишкәксе ҡарт та ҡыҙыл билғау менән быуған ҡара буҫтау көпөһөн сисеп ташлаған. Ғ. Хисамов.
♦ Билғау аҫтында бер ҡорһак яңғыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Один как перст. Билғау аҫты бушау асығыу. □ Проголодаться. ■ Солтан ишкәксене баштан-аяҡ куҙҙән кисерә, сәсен ҡырҙырып алған башына һәләмә бурек, киндер кулдәк, мең ямаулы киндер ыштан - ишкәксенең өҫтө кейемгә генә тугел, тамағы ла ашҡа туйып бөтмәуе, билғау аҫтының кубеһенсә буш булыуы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп тора. Ғ. Хисамов.
БИЛҒАУЛАНЫУ (билғаулан ) (Р: опоясаться; И.: belt; T: kuşanmak) ҡ.
Билғау быуыу. □ Опоясаться.
БИЛҒАУЛАУ (билғаула-) (Р: опоясать; И.: surround; T: kuşatmak) ҡ.
Урап алыу. □ Опоясать. ■ Битләуҙә ҡорораҡ, ер һарҡыу, ғәҙәттәгесә, битләуҙе, тау битләуен билғаулап аҡ томан һырыған. Ә. Әминев.
БИЛ Д ЕК (билдеге) (Р: полка на задней части оси телеги; И.: shelf at the back of cart; T: arabanin arkasindaki raf) и. диал.
1. Арбаның артҡы күсәрендәге кәштә. □ Полка на задней части оси телеги.
2. Арбаның алғы һәм артҡы күсәрҙәрен тоташтырып торған бер иш ике ағас. □ Два продольных бруса, соединяющих переднюю ось телеги с задней.
3. ҡар. күкрәк. Кәбән билдеге.
БИЛДӘ (Р: метка; И.: sign; T.: beldek) и.
1. Айырып күрһәтеү өсөн ҡуйылған тамға, ин; билге. □ Метка, пометка, знак.
265