Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 266


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИЛДӘК
Билдә ҡуйыу. Билдә һалыу. Билдәгә ҡарап табыу. ■ Ҡорбан малына һалынған билдә кешеләргә уҙ малдарын тиҙерәк табырға ярҙам итәсәк. М. Бураҡаева.
2. Ниҙәндер һуң ҡалған эҙ. □ След, примета. ■ [Байрамбикә] тирә-яғына ҡарай, .. көрәшеү билдәһе булған күлдәк йыртыҡтарын күрә. Хикәйәттән.
3. Шартлы рәүештә бер мәғәнә менән алынған тамға. □ Знак. Ҡушыу билдәһе. Математик билдә. Нота билдәләре. Өндәү билдәһе. Тигеҙлек билдәһе. Тыныш билдәләре. Һорау билдәһе.
4. Ниҙелер ҡылыҡһырлап күрһәткән һыҙат; ишарат; билге. □ Признак (физическая или поведенческая особенность, присущая организму с рождения), примета. Кешелеклелек билдәһе. Шатлыҡ билдәһе. ■ Донъяға йорәк һәм аҡыл менән бағыу — рухи күреү билдәһе. М. Ғәли. Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың, билдәһе, кеселәрҙе кеселәү — кешелеклелек билдәһе. Ҡобайырҙан.
5. миф. Нимәлер тураһында алдан бел-гертеү билдәһе. □ Знак, особая отметка. ■ Йоҙлок — бәхет билдәһе, тиҙәр. Ф. Хисамитдинова.
6. Хәбәр биреү, белдереү өсөн яһалған ишара. □ Знак. ■ Теге яҡтан бер быҙлаған ут «аңлашылды» тигән билдә булған. С. Кулибай.
7. диал. ҡар. бакен.
8. Уҡыусының белем кимәлен һәм тәртибен күрһәткән баһа. □ Отметка, оценка. Яҡшы билдә алыу. «Биш» билдәһе ҡуйыу.
БИЛДӘК I (билдәге) (Р.: метка; И.: label; T.: beldek) и. диал.
Айырылып торған билдә, тамға. □ Отметина. ■ Яҙғыһын малға билдәк һалалар. Малды таныр өсөн үҙ тамғаларын һалалар. Экспедиция материалдарынан.
БИЛДӘК II (билдәге) (Р.: поперечные ремни шлеи; И.: endless belt; T.: koçum takımı) и. диал.
Биллек. □ Поперечные ремни шлеи.
БИЛДӘ ҠУЙЫУ (билдә ҡуй-) (Р: маркировка; И.: labeling; T.: damgalamak) ҡ.
Тауарға билдә һалыу. □ Маркировка. Тауарға билдә ҡуйыу.
БИЛДӘЛЕ I (Р: известный; И.: known; T: belirli) с.
1. Ни һәм ниндәй икәне мәғлүм, таныш; билгеле. □ Известный. Билдәле сәбәп.
2. Эше, хеҙмәте менән танылған. □ Известный, популярный. Билдәле ғалим. Билдәле яҙыусы. ■ Сәсән — ул халыҡ шағиры һәм йырсыһы, фәлсәфәсеһе һәм уҡытыусыһы, ырыу-ҡәбилә, халыҡ тормошонда күренекле роль уйнаған йәмәғәт эшмәкәре, үткәндәр хаҡында һөйләүсе тарихсы, йәмғиәттә ҙур абруй һәм ихтирам ҡаҙанған билдәле шәхес, аҡһаҡал. С. Галин.
3. Ниндәй ҙә булһа үҙенсәлекле; тейешле, билдәле булғанса. □ Установленный, определённый. Билдәле бер көн.
БИЛДӘЛЕ II (Р: очевидно; И.: evidently; Т.: belli) инш.
Эш-хәлдең бәхәсһеҙлеген, асыҡлығын белдергәндә әйтелә; билгеле. □ Очевидно, ясно. Билдәле, бөгөн ул ҡайтмай. ■ Сәрби еңгәм генә .. бер аҙ ашарға тапҡан була. Өс кешегә уның тапҡаны ғына, билдәле, етмәй. Д. Юлтый.
БИЛДӘЛЕ III (Р: известно; И.: it is known; T: bilinen) р.
Мәғлүм. □ Известно. ■ Билдәле булыуынса, ҡануниәт эш хаҡы түләүгә башҡа бөтә сығымдарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ өҫтөнлөк бирә. «Башҡортостан», 7 октябрь 2011.
БИЛДӘЛЕЛЕК (билдәлелеге) (Р: известность; И.: fame; T: ün) и.
1. Дан, шөһрәт, танылыу; күренеклелек, атаҡлылыҡ. □ Известность, слава, популярность, знаменитость. Билдәлелек яулай. Билдәлелек алыу.
2. лингв. Билдәлелек (категория). □ Определённость. Билдәлелек категорияһы.
БИЛДӘЛЕ ҺАН (Р: определённое число; И.: definite; T.: belirli sayı) и. мат.
Бирелгән һан. □ Определённое число.
БИЛДӘЛӘГЕС (Р: определитель; И.: determinant; T.: belirten) u.
Билдәләүсе. □ Определитель.
266