Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 267


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИЛДӘМӘ
БИЛДӘЛӘМӘ (Р.: определение; И.: definition; T.: belirteç) и.
Ниҙеңдер йөкмәткеһен, асылын билдәләгән аңлатма. □ Определение, формулировка. Билдәләмә биреу. Фәнни билдәләмә.
БИЛДӘЛӘНГӘН ХАҠ (Р.: расценка; И.: rate; T.: değer) и.
Тауарға ҡуйылған хаҡ. □ Расценка. Эш башынан билдәләнгән хаҡ.
БИЛДӘЛӘНЕҮ (билдәлән-) ҡ. төш. ҡар. билдәләү, страд, от билдәләү. Билдәләнгән хаҡ.
БИЛДӘЛӘНЕШ I (билдәлән-) (Р: значение; И.: value; T.: mana) и.
Мәғәнә, әһәмиәт; ниҙеңдер төп функцияһы, алдан билгеләп ҡуйылышы. □ Значение, назначение, функция. ■ Шуныһы: республика халҡы, курше төбәктәрҙә яратып уҡылған аҡһаҡал гәзитебеҙ ил кисергән төрлө ҡырҡыу сәйәси елдәргә лә бирешмәне, уҙ төҫөн, әхлаҡи йөҙөн, билдәләнешен һаҡлап ҡалды. «Башҡортостан», 10 июнь 2010.
БИЛДӘЛӘНЕШ II (Р: назначение; И.: destination; T.: tayın) и.
Нимәнелер, кемделер билдәләп ҡуйыу, тәғәйенләү. □ Назначение. Яңы эшкә билдәләнеш.
БИЛДӘЛӘТЕҮ (билдәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. билдәләү, понуд. от билдәләү. ■ Беҙ йыйылышып, өй беренсә йөрөп, һәр бер йорттан урткә ҡаршы тороу өсөн берәй ҡорамал билдәләттек. Ғ. Дәүләтшин.
БИЛДӘЛӘҮ (билдәлә-) (Р: ставить метку; И.: mark; T: belgilemek) ҡ.
1. Билдә ҡуйыу, билдә һалыу. □ Ставить метку, отмечать, помечать. Ҡырҡылырға тейешле ағастарҙы билдәләп сығыу.
2. Ниндәйҙер билдәгә ҡарап асыҡлау. □ Определять, установить. Ваҡыт билдәләу.
■ Миңлеғәле, атыш йунәлешенә ҡарап, беҙгә ут яуҙырған дзоттың амбразураһын билдәләне. 3. Рафиҡов.
3. Ниҙелер айырып телгә алыу, барлыҡ-юҡлығын айырып әйтеү. □ Отметить. Әҫәрҙең ыңғай яҡтарын билдәләу.
■ Уҡытыусыларҙың уҙҙәре белем биргән уҡыусыларының бәләкәй генә уңыштарын да
куреп, имтихан биреу өсөн генә тугел, белем өсөн уҡырға бурыслы икәнен төшөндөрөп, маҡсатҡа йунәлтә белеуен дә айырым билдәләп утергә кәрәк. Ф. Кузбәков.
4. Кем йәки ниҙер хөрмәтенә тантана ойоштороу. □ Отмечать. Танылған яҙыусының юбилейын билдәләу.
5. Алдан уйлап тәғәйенләү, аныҡлау. □ Назначать, определять, устанавливать. Никах көнөн билдәләу. Эш билдәләу. Хаҡ билдәләу. ■ Батша йугереш урынын билдәләгән. Әкиәттән.
6. Тәғәйенләп эшкә, урынға ҡуйыу; тәғәйенләү. □ Назначать, ставить кого кем. ■ Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов 1974 йылдың 26 октябрендә Ғафури районының Сәйетбаба ауылындағы Ж. Ғ. Кейекбаев музейы директоры итеп билдәләнә. Ю. Үтәгәнов.
7. миф. Үҙенсәлекле махсус исем менән баланың бәхетен, ырыҫын билдәләү. □ Предопределять. ■ Йөҙлөкбай, Йөҙлөкбикә тигән исемдәр менән элек баланың бәхетле икәнен курһәтеп билдәләп ҡуйғандар. Т. Кусимова.
БИЛДӘЛӘҮСЕ (Р: тот, кто определяет; И.: determinant; T.: belirten) и.
1. Билдәләй торған кеше. □ Тот, кто определяет. ■ Ҡасандыр Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендәге башҡорт әҙәби теленең формаһын билдәләусе төркөм интуитив рәуештә дөрөҫ юлда торған. «Йәшлек», 2 сентябрь 2011.
2. мат. Билдәләүсе. □ Определитель.
БИЛДӘЛӘШЕҮ (билдәләт-) ҡ. урт. билдәләү, взаимн. от билдәләү.
БИЛДӘМСӘ (Р.: стёганка; И.: padded jacket; T: karitone ceket) и. диал.
Һырма күкрәксә. □ Стёганка. Билдәмсәң ҡыҫҡараҡ булған икән.
БИЛДӘМӘ I и. диал. ҡар. билләмә 1.
БИЛДӘМӘ II и. диал. ҡар. билбау. Билдәмә быуыу.
БИЛДӘМӘ III (Р: средняя кольцеобразная часть сваренной картофелины; И.: part of the potatoes; T: patatesin orta kismi) и. диал.
Бешерелгән картуфтың арҡырыға ҡырҡып алынған урта өлөшө. □ Средняя
267