БИЛЛЬ
1. Ҡапыл ҡурҡыу (малға ҡарата); өр-көү. □ Вдруг сильно испугаться, шарахнуться (о животных). ■ Урманды үтеп, Ҡотош эргәһендәге уйһыулыҡҡа төшкәс, Рәхмәйҙең аты биленләп, юлдың әле уң яғына, әле һул яғына сыҡты. Т. Килмөхәмәтов. Ә күгәле күккә осоп китә лә баш осонда биленләп йөрөй башлай. Риүәйәттән.
2. Ҡапыл ҡурҡып ҡысҡырыу (кешегә ҡарата). □ Вскрикнуть от внезапного сильного испуга (о человеке). ■ Шул ваҡыт юғарынан Күсәрбайҙың елкәһенә ҡайҙандыр бер аҙ тупраҡ менән бик бәләкәй генә таш киҫәге төштө. Ләкин уға ла биленләмәне, һаман да уй өҫтөндә булды. Т. Хәйбуллин.
3. диал. ҡар. өҙлөгөү.
БИЛЕНСЕЛ с. диал. ҡар. ҡурҡаҡ.
БИЛЕТ [рус. < фр. billet} (Р.: билет; И.: ticket; T.: bilet) и.
1. Нимәнәндер файҙаланыу хоҡуғы өсөн түләп алған документ. □ Билет {документ, удостоверяющий право пользования чем-н. за плату). Билет кассаһы. Кино билеты. Поезд билеты. Трамвай билеты. ■ «Мосфильм» киностудияһы режиссёры Василий Никитич Журавлёв башҡорт легендалары нигеҙендә һәм башлыса башҡорт артистары ҡатнашлығында төшөргән «Алтын атлы һыбайлы» исемле кинофильмы иң күп билет һатылған фильмдар исемлегендә булды. И. Бураҡаев, М. Бураҡаева, М. Юлмөхәмә-тов.
2. Берәй ойошмала, партияла ағзалыҡ-ты, вазифаға мөнәсәбәтлекте күрһәткән документ. □ Билет (документ, удостоверяющий принадлежность к какой-н. организации, партии, отношение к каким-н. обязанностям). Комсомол билеты. Партия билеты. Профсоюз билеты. Студент билеты. Хәрби билет. ■ Хисбулланың уң күҙе күрәғарау булыу арҡаһында аҡ билетлы булып, һуғышҡа китмәй ҡалды. 3. Биишева.
3. Имтихандағы һорауҙар яҙылған ҡағыҙ. □ Экзаменационный билет. Билеттағы һорауҙарға яуап биреү. Билет тартыу.
БИЛЕТ ТИКШЕРЕҮСЕ (Р: билетёр; И.: usher; T.: biletçi) и.
Билетты ҡарап индереүсе; контролёр.
□ Билетёр, контролёр. Билет тикшереүсе булып эшкә урынлашыу.
БИЛИНГВИЗМ [рус. < лат. Ы ‘ике’ + lingua ‘тел’] и. линг. ҡар. ике теллелек.
БИЛИНГВИСТИК (Р: билингвистиче-ский; И.: bilingual; T.: iki dilli) с. линг.
Ике телле. □ Билингвистический. Билингвистик текст.
БИЛИТТИФАҠ [ғәр. даь] (Р: вместе; И.: together; T.: beraber) р.
Ойошҡан рәүештә, берлектә. □ Вместе, совместно. Билиттифаҡ эшләү.
БИЛКӘ и. диал. ҡар. билән I.
БИЛЛЕК (биллеге) (Р: пояс; И.: gurdle; T.: bel) и.
1. Билде быуа торған бау, ҡайыш. □ Пояс, ремень. Күлдәк биллеге. Плащ биллеге.
2. Өҫ кейеменең биленә арттан тар ғына итеп ҡуйылған туҡыма киҫәге. □ Хлястик. Пальтоның биллеге.
3. Ышлыяның бил тәңгәленән һыртлығы менән буйлығын тоташтырып торған ҡайышы. □ Поперечник, поперечный ремень {у шлеи).
4. диал. ҡар. күкрәк. Кәбән биллеге.
5. этн. Тирмәнең уртаһын тарттыра торған йыуан бау. □ Толстая верёвка для перетягивания средней части юрты.
БИЛЛЕ ТУН (Р: шуба, сшитая в талию; И.: kind of furcoat; T: manto türü) u.
Биле нәҙек итеп тегелгән тун. □ Шуба, сшитая в талию.
♦ һигеҙ билле тун (бишмәт) оҫта тегелмәгән тун. □ Неумело сшитый бешмет, доел. Бешмет в восемь талий.
БИЛЛИНГ [рус. < ингл. billing] (Р: биллинг; И.: billing; T: fatura) и.
Хеҙмәтләндереү өлкәһендәге хаҡтарҙы билдәләү процесы. □ Биллинг. Биллинг системаһы. Биллинг үҙәге.
БИЛЛЬ [рус. < ингл. ЫН < лат. libellus] (Р: законопроект; И.: bili; T: tasarı) и.
Англо-саксон илдәрендә закон сығарыусы органдың ҡарауына тапшырылған закон проекты. □ Билль, законопроект. Хоҡуҡтар тураһындағы билль.
269