БИЛЛЬ-БРОКЕР
БИЛЛЬ-БРОКЕР [рус. < ингл. ЫН + broker] (Р.: билль-брокер; И.: bill-broker; Т.: simsar) и. иҡт.
Ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатыу-алыу эше менән шөғөлләнеүсе брокер. □ Билль-брокер, вексельный брокер. Билль-брокер булып эшләу.
БИЛЛӘМӘ (Р.: филе; И.: filet; T.: fileto) и.
1. Түшкәнең янбаш менән ҡабырға араһынан билдән аша ҡырҡып алынған өлөшө.
□ Филе (мясо средней части хребта туши).
■ [Ғәҙелбаныу:] Һай, Кинйәбикә, әллә һин билләмәне ҡаҙанға сумырып та өлгөрҙөңмө? Беләһең бит инде Биктимер ҡартты. Билләмәне кешегә бирмәйҙәр, ти. Нишләйем икән, билләмәне алып ҡайтырға ҡушты. И. Нур-ғәлиев.
2. диал. ҡар. биллек 3.
БИЛЛӘС (Р: вогнутый; И.: concave; Т.: içbükey) с. диал.
Бөгөлөп торған. □ Вогнутый. Ҙур көҙгөнөң уртаһы билләс булып тора.
БИЛЛӘҺИ [ғәр. ÂBL] (Р: ей-богу; И.: by Jove; T: billahi) ымл.
Ниҙеңдер дөрөҫлөгөнә ышандырыр өсөн ант итеп әйтелә. □ Ей-богу! Клянусь Аллахом! ■ Билләһи! Хәҙер инде был сер минеке генә тугел, Оло инәйем менән икебеҙҙеке генә. М. Кәрим.
БИЛЛӘШЕҮ (билләш-) (Р: бороться, схватив друг друга за пояс; И.: wrestle; Т.: güreşmek) ҡ.
Билдән алышыу, билдән тотоп көрәшеү.
□ Бороться, схватив друг друга за пояс.
■ Майҙанда Хөсәйен ҡалғайны, уның менән көрәшергә Мәғәфур сыҡты. Улар бик ҡыҙыу билләшә башланы. Ж. Кейекбаев.
БИЛМАУ и. диал. ҡар. билғау.
БИЛМӘН [фин-уғыр пельмень] (Р: пельмени; И.: dumpling; Т: pelmeni) и.
Үткәрелгән иткә тәмләткестәр һалып, сөсө ҡамырға бөгөп, һыуҙа бешерелгән аш.
□ Пельмени. Билмән яһау. Билмән бешереу.
■ Хәҙер ул [Марат] һатыусы янына барып йөрөмәне, ҡулын болғап ҡына саҡырып, билмән килтерергә ҡушты. М. Ильясов.
БИЛ МЕЙЕҺЕ (Р: спинной мозг; И.: spinal cord; T: omurilik) и. диал.
Арҡа мейеһе. □ Спинной мозг.
БИЛ СИСЕҮ (бил сис-) (Р: ритуал развязывания младшими золовками пояса невесты в доме жениха; И.: sort of ethnographic rite; T: düğün töreni) ҡ. этн.
Килен төшкәс тә уның билбауын ҡәйенһеңлеләре сисеп алыу йолаһы. □ Ритуал развязывания младшими золовками пояса невесты в доме жениха.
БИЛСӘ и. диал. ҡар. бөйөрсә.
БИЛСӘЙЕҮ (билсәй-) ҡ. ҡар. бирсәйеү.
БИЛСӘН I алтай телдәре] (Р: осот; И.: pastor’s lettuce; T.: deve dikeni) и. бот.
1. Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк япраҡлы ҡый үләне. □ Осот (лат. Sonchus). ■ Билсән генә ҡулдарҙы һыҙырып яфалай.
2. диал. Бөргәк. □ Липучка.
3. диал. Дегәнәк. □ Репейник.
4. диал. Мунсала япрағы. □ Веник.
5. миф. Ен оялаған үлән; шайтан таяғы.
□ Чертополох (мифологизированное растение, связанное с нечистой силой).
БИЛСӘНЛЕК (билсәнлеге) (Р: поле, поросшее осотом; И.: field grown with pastor’s lettuce; T.: deve dikeni alanı) и.
Билсән үҫкән урын. □ Поле, поросшее осотом.
БИЛТЕР [дөйөм төрки бэлтир < бил] (Р: свод стопы; И.: instep; T.: ağım) и.
1. Аяҡтың йөҙлөк тәңгәленән аҫҡы нә-ҙегерәк өлөшө. □ Свод стопы. Билтер ауыртып тора.
2. Аяҡ кейеменең шул тәңгәлдәге өлөшө.
□ Подъём у обуви. Бейек билтерле аяҡ кейеме. ■ [Әсәһе — Иршатҡа:] Аяҡ кейемеңде бер размерға олораҡты һора. Башта кейеп ҡара: билтере ҡыҫмаһын. Ш. Бикҡол.
3. диал. ҡар. билән I. ■ Бейек кенә тауҙың билтеренә ҡарҙы ғына бурап килтерҙе. Халыҡ йырынан.
БИЛТЕР БАШЫ (Р: носок обуви; И.: toe; T.: ayakkabının ucu) и.
Аяҡ кейеменең билтеренән алып моронона тиклемге өлөшө. □ Носок обуви. ■ Зөһрә
270