Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 275


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИОЛОГИЯ
БИНТЛАУ (бинтла-) (Р.: бинтовать; И.: bandage; T.: sargı örtmek) ҡ.
Бинт менән бәйләү. □ Бинтовать, забинтовать. Яраны бинтлау.
БИО- [рус. < гр. bios Сереклек, тормош4] (Р.: первая часть сложных слов; И.: bio-; T.: biyo-)
Ҡушма һүҙҙәрҙең ‘тормошҡа ҡараған’, ‘биология’ мәғәнәләрен аңлатҡан беренсе өлөшө. □ Первая часть сложных слов, терминов различных наук, обозначающая отношение к органической жизни, к биологии. Биофизика. Биомеханика. Биоритм.
БИОГЕНЕТИК ЗАКОН (Р: закон биогенетический; И.: biogenetic law; T.: türlerin oluşumu yasası) u.
Организмдың онтогенез осоронда филогенез этаптарын ҡыҫҡартылған йәки үҙгәртелгән килеш ҡабатлауы. □ Биогенетический закон.
БИОГЕНЛЬГК (биогенлығы) (Р: био-генность; И.: biogenesis; T.: toprağin mik-roorganismalar açisindan zengin olma durumu) u.
Тупраҡтың микроорганизмдарға бай булыуы. □ Биогенность.
БИОГЕОГРАФИЯ [рус. < гр ] (Р: био география; И.: biogeography; T: biyocoğra-fya) и.
Ер шарының айырым төбәктәренең үҫемлектәрен һәм хайуандарын өйрәнеүсе фән. □ Биогеография. Биогеография менән ҡыҙыҡһыныу.
БИОГЕОХИМИЯ [рус. < гр.] (Р: биогеохимия; И.: biochemistry; T: biyojeokimya) и.
Тере организмдарҙың химик составын һәм тау тоҡомдарының, минералдарҙың емерелеүен, ер йөҙөндә таралыуын бергә бәйләп өйрәнеүсе фән. □ Биогеохимия.
БИОГРАФ [рус.] (Р: биограф; И.: biograph; T: biyografi yazari) и.
Кемдеңдер биографияһын төҙөүсе. □ Составитель биографии. А. С. Пушкиндың биографы. ■ Килене — йырсының тәүге биографы ла: Мәғәфүр ағайҙың тапкыр һүҙҙәрен, таҡмаҡтарын, хәтирәләрен даими теркәп
барыу уның ғәҙәтенә әйләнгәйне. «Ағиҙел», № 10,2010.
БИОГРАФИК (Р: биографический; И.: biographic; T: bioyografik) с.
Биографияға мөнәсәбәтле. □ Биографический. Биографик әҫәр.
БИОГРАФИЯ [рус. < гр. bios ‘тормош’ + grapho ‘һүрәтләйем’I (Р: биография; И.: biography; T: yaşam öyküsü) и.
Кемдеңдер тормош юлын һүрәтләгән яҙма. □ Биография. Яҙыусының биографияһы. Биографияны һөйләү. ■ Светлана Кинйәбай ҡыҙының биографияһы уҡыу йортоноң ярты быуатлыҡ тарихынан айы -рылғыһыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
БИОИНДИКАТОР [рус. < гр.] (Р: биоиндикатор; И.: bioindicator; T: biyoindikatör) и. бот.
Тере индикатор. □ Биоиндикатор. Биоиндикатор ҡулланыу.
БИОКОЛЛОИД [рус. < гр.] (Р: биоколлоид; И.: biocolloids; T: hayvani veya nebati dokufan çikarilan bir koloid) и. бот.
Tepe организмдағы коллоид эретмә.
□ Биоколлоид. Туҡыма биоколлоиды.
БИОҠЫР [рус. < гр. bios ‘тормош, тереклек’ + ҡыр] (Р: биополе; И.: aura; T: ayla) и.
Парапсихологияла: теге йәки был тере йәнде уратып алған яҡтылыҡ көмбәҙе, аура.
□ Биополе. Кеше биоҡыры.
БИОЛОГ [рус.] (Р: биолог; И.: biologist; T: biyolog) и.
Биология буйынса белгес. □ Биолог; специалист по биологии. Биолог булып эшләү.
БИОЛОГИК (Р: биологический; И.: biological; T: biyolojik) с.
Биологияға мөнәсәбәтле. □ Биологический. Биологик закон. Биологик күренеш. Биологик үҙенсәлек. ■ Замана ғалимдары һәм врачтар аҡыл менән тән араһында биологик бәйләнеш барлығына шикләнмәй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
БИОЛОГИЯ [рус. < гр. Ыо ‘тормош, тереклек’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: биология; И.: biology; T: biyoloji) и.
275