БИОМЕТЕОРОЛОГИЯ
Йәнле тәбиғәтте, органик донъяны өйрәнә торған фән. □ Биология (наука о живой природе, о закономерностях органической жизни). Биология уҡытыусыһы. ■ Ул [Бәширов[мине башланғыс класта, ә һуңынан ете йыллыҡ мәктәптә математика, биология фәндәренән уҡытты. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5,2010.
БИОМЕТЕОРОЛОГИЯ (Р.: биометео рология; И.: biometeorology; T.: biyometeoroloji) и.
Атмосферала барған физик һәм химик процестарҙың, климат һәм һауа торошоноң кешегә, хайуандарға, үҫемлектәргә тәьҫирен өйрәнеүсе фән. □ Биометеорология.
БИОМЕТРИЯ [рус. < гр. bids ‘тормош’+ metron ‘үлсәү’] (Р.: биометрия; И.: biometrics; T.: biyometri) и.
Тере организмдарҙың билдәләрен, уларҙың үҙгәрешен статистик ысул менән өйрәнеү. □ Биометрия. Биометрия ысулын ҡулланыу. Куҙ биометрияһы.
БИОМЕХАНИКА [рус. < гр.] (Р: биомеханика; И.: biomechanics; T: biyomekanik) и.
Хайуандарҙың һәм кешеләрҙең хәрәкәте тураһындағы фән. □ Биомеханика. Биомеханика фәне.
БИОМОРФОЛОГИЯ (Р: биоморфология; И.: biomorphology; T: biyomorfoloji) и.
Үҫемлектәрҙең морфологик билдәләрен өйрәнеүсе фән. □ Биоморфология.
БИОНИКА [рус. < гр.] (Р: бионика; И.: bionics; T: biyonik) и.
Кибернетиканың инженерлыҡ мәсьәләләрен сисеүҙә биологик процестарҙы файҙаланыуҙы өйрәнә торған бүлеге. □ Бионика. Биониканың ҡаҙаныштары йәнле организмдарҙың төҙөлөшөн нығыраҡ аңларға, тағы ла камиллыраҡ, һиҙгерерәк приборҙар яһарға ярҙам итәсәк.
БИОНТИЗАЦИЯ [рус.] (Р: бионтиза-ция; И.: stimulation; T.: stimülasyon) и.
Шытыуҙы тиҙләтеү өсөн орлоҡтарға физик һәм химик тәьҫир итеү. □ Бионтизация, стимулирование. Бионтизация уткәреу.
БИОПРЕПАРАТ [рус.] (Р: биопрепарат; И.: biological product; T: biyolojik ürünler) и. биол. мед.
Төрлө йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы прививка яһай торған препарат. □ Биопрепарат. Биопрепарат ҡулланыу. ■ Сәсеулектәрҙе тик гербицидтар менән генә тугел, ә экологик яҡтан таҙа Гуми, Фитоспорин биопре-параттары ҡушып эшкәртһәң, уҫемлектәр быны еңелерәк уткәрә, көстө лә тиҙерәк туплай. «Башҡортостан», 9 июнь 2011.
БИОРИТМ [рус. < гр. bios + лат. rhythmus] (Р: биоритм; И.: biorhythm; Т: bioritim) и.
Ниндәй ҙә булһа биологик, физиологик процестарҙың билдәле ваҡытта ҡабат-ланыуы. □ Биоритм. Кеше биоритмдары.
БИОСФЕРА [рус. < гр. bios+sphare] (Р: биосфера; И.: biosphere; T: biyosfer) и.
Ер шарының төп үҙенсәлектәре тереклектәрҙең үткәндәге йәки хәҙерге эшмәкәрлеге менән сикләнгән ҡатламы. □ Биосфера. Биосфераны өйрәнеу. Биосфера экологияһы. ■ Тимәк, кешенең биосфераға кире йоғонтоһон кәметеу өсөн саралар куреу зарур. «Ағиҙел», № 10,2010.
БИОТЕХНОЛОГИЯ [рус ] (Р: биотех нология; И.: bioengineering; T: biyotekno-loji) и.
Биологик процестарҙы һәм системаларҙы файҙалы продукт етештереү өсөн файҙаланыу. □ Биотехнология.
БИОТИК ФАКТОРҘАР (Р: биотические факторы; И.: biotic factors; T.: biyotik faktörler) и.
Үҫемлеккә кешенең, хайуандарҙың һәм башҡа үҫемлектәрҙең тәьҫире. □ Биотические факторы. Биотик факторҙарҙың йоғонтоһо.
БИОТИН [рус. < гр.] (Р: биотин; И.: biotin; T.: biyotin) и.
Н витамины. □ Биотин. Биотин молекулалары.
БИОТОК (биотогы) [рус.] (Р: биоток; И.: biological current; T.: biyoakım) и.
Кешенең һәм юғары төҙөлөшлө хайуандарҙың мейеһендә барлыҡҡа килә торған
276