БИПЕЛДӘҮ
электр магниттары тирбәлештәре. □ Биоток {электромагнитные колебания, возникающие в мозге человека и высших животных).
БИОТОП (биотобы) [рус. < гр. topos ‘урын’] (Р.: биотоп; И.: biotope; T.: biyotop) и.
Теге йәки был организмдың үҙенә бер төрлө йәшәү урыны. □ Биотоп {участок среды обитания, заселённый тем или иным сообществом растений и животных).
БИОТУПЛАНЫУ (Р.: биоконцентрация; И.: bioconcentration; T: biyokonsantra-syon) и.
Тышҡы мөхиттән үпкә, тире, аш юлы аша үтеп ингән матдәләрҙең организмда тупла-ныуы. □ Биоконцентрация. Биотупланыу кимәле.
БИОФИЗИК I (биофизигы) [рус.] (Р: специалист по биофизике; И.: biophysicist; T: biyofizikçi) и.
Биофизика буйынса белгес. □ Биофизик.
БИОФИЗИК II (Р: биофизический; И.: biophysical; T: biyofizikse!) с.
Биофизикаға мөнәсәбәтле. □ Биофизический. Биофизик процестар. Биофизик тәжрибә.
БИОФИЗИКА [рус. < гр. bios ‘тереклек’ + physis ‘тәбиғәт’] (Р: биофизика; И.: biophysics; T: biyofizik) и.
Биологияның тере организмдарҙағы физик һәм химик закондарҙы өйрәнә торған бүлеге. □ Биофизика.
БИОФИЛЬТР [рус.] (Р: биофильтр; И.: biofilter; T: biyofiltre) и.
Ташландыҡ һыуҙарҙы, газдарҙы, бысраҡ һауаны биологик таҙартыу ҡорамалы. □ Биофильтр. Биофильтр ҡулланыу.
БИОХИМИК I (биохимигы) [рус. | (Р: биохимик; И.: biochemist; T.: biyoşimi) и.
Биохимия буйынса белгес. □ Биохимик. Биохимик булып эшләу.
БИОХИМИК II (Р: биохимический; И.: biochemical; T: biyokimyasal) с.
Биохимияға мөнәсәбәтле. □ Биохимический. Биохимик анализ.
БИОХИМИЯ [рус.] (Р: биохимия; И.: biochemistry; T: biyokimya) и.
Тере материяға хас булған химик процестарҙы өйрәнә торған фән. □ Биохимия. Биохимия закондары.
БИОЦЕНОЗ [рус. < гр. bios ‘тереклек’ + koinos ‘дөйөм’] (Р: биоценоз; И.: biocoenosis; T: biyosenoz) и.
Ер шарының ниндәйҙер бер өлөшөндә {биотопта) йәшәүсе бөтә тере организмдар. □ Биоценоз (совокупность населяющих биотоп организмов, связанных друг с другом взаимной зависимостью и взаимным влиянием).
БИОЭНЕРГЕТИКА [рус. < гр. bios ‘тереклек’ + energia ‘эшмәкәрлек’] (Р.: биоэнергетика; И.: bioenergetics; T: biyoenerji bilimi) и.
Молекуляр биологияла, биофизикала организмдың йәшәү эшмәкәрлеге барышын-дағы энергияны икенсегә әүерелдереү механизмдарын өйрәнә торған тармаҡ. □ Биоэнергетика.
БИП (БИП-БИП) (Р: подражание отрывистому, короткому звуку бип-бип; И.: beep-beep!; T: düt düt) оҡш.
Өҙөк кенә нәҙек тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание отрывистому, короткому звуку; бип-бип. Машина бип итеп ҡысҡыртып ебәрҙе. Бип-бип итеу. Бип тә бип килеу. ■ Мин был, ауҙым улән араһына. Бип-бип итеп, ҡаҙ бәпкәһе килеп етте яндарыма. Н. Әминева.
БИПАПА и. диал. ҡар. бәпембә 1.
БИП-БИП ИТЕҮ (бип-бип ит-) ҡ. ҡар. бипелдәү.
БИПЕЙI (Р: цыплёнок; И.: chick; T: civciv) и.
1. диал. Себеш. □ Цыплёнок.
2. диал. ҡар. бәпкә I. Өйрәк бипейе сыҡҡан.
3. диал. Иркәләү һүҙе {балаға ҡарата).
□ Уменьшительно-ласкательное слово {по отношению к ребёнку). Бипейем.
БИПЕЙ II (Р: бутон; И.: knop; T: gonca) и. диал. бот.
Сәскә төймәлеге. □ Бутон.
БИПЕЛДӘҮ (бипелдә-) (Р: издавать писк; И.: cheep; T.: cıvıldamak) ҡ.
277