Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 278


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИПЕЛДӘШЕҮ
Ҡабат-ҡабат өҙөк кенә нәҙек тауыш сығарыу. □ Издавать писк, пищать. Бипелде-ге сығыу. Оялағы бәпкәләрҙең бипелдеге сыға.
БИПЕЛДӘШЕҮ (бипелдәш-) (Р.: пищать; И.: squeak; T.: cıvıldaşmak) ҡ.
Бип-бип итеп ҡысҡырышыу. □ Пищать (о гусятах и утятах). Үләндә ҡаҙ бәпкәләре бипелдәшеп йөрөй.
БИПКЕЙ (Р.: перья; И.: feather; T.: kuş tüyü) и. диал.
Ҡош ҡанаты өҫтөндәге ваҡ ҡауырһын. □ Маленькие прямые перья на крыльях птиц.
БИПКӘ (Р: цыпки; И.: red spots; T.: yara) и. диал.
Ялан аяҡ бысраҡ һыу кисеп йөрөгән бала-сағаның аяҡ йөҙлөктәре боҙолоп яры-лыуы. □ Цыпки, появляющиеся на ногах у детей от долгого хождения босиком по грязной воде. Бипкә сығыу.
БИПЛАН [рус. < фр. biplan] (Р: самолёт с двумя плоскостями крыльев; И.: biplane; T.: biplan) и.
Ҡушар ҡанатлы самолёт. □ Самолёт с двумя плоскостями крыльев, расположенными одна под другой. □ Биплан. Бипланда осоу.
БИР и. диал. ҡар. биртек I.
БИРА и. диал. кар. оят.
БИРАҘЛАНЫУ (бираҙлан-) к. диал. кар. асыуланыу.
БИРАН-ТАРАН КИЛТЕРЕҮ (биран-таран килтер-) к. диал. кар. пыран-заран итеү. ■ Һинең иҫеңдәлер, Петроградты Юденичтан ҡорғаған мәлдәрҙә, башкөрт бригадаһындағы кыҙылгвардеецтар, буржуйҙарҙың өйҙәренә йөрөп, биран-таран килтергән ваҡыттар? Һ. Дәүләтшина.
БИРАХ АТ ИТЕҮ (бирахат ит-) ҡ. диал. юҡҡа сығарыу.
БИРГЕ [боронғо төрки биру был яҡта’] (Р: находящийся ближе; И.: close by; T.: daha yakın) с.
1. Сағыштырмаса яҡыныраҡтағы, был табандағы; киреһе — ары. □ Находящийся ближе, поближе (другого такого же предмета или места), близлежащий. Бирге may.
Бирге өй. Ана, бирге соҡорҙа бер кеше ята, ул да мине курәлер.
2. Ниҙеңдер был яҡтағы урыны. □ Этот, эта, это, эти. Бирге яр. ■ Арғы яҡтан бирге яҡҡа баҫма һалдым ҡамыштан. Халыҡ йырынан.
БИРГЕ АҒАСЫ (Р: шест; И.: pole; T. direk) и. диал.
Һабантуйҙа бүләктәр элгән бейек бағана. □ Шест.
БИРҘЕРЕҮ (бирҙер-) ҡ. йөкм. ҡар. биреү I. понуд. от биреү I. ■ Айбулат шул балдаҡты, ҡыҙыл сатин яулыҡҡа урап, еҫле һабын ҡушып, Исхаҡтан Гөлйөҙөмгә бирҙерҙе. һ. Дәүләтшина.
БИРҘЕРТЕҮ (бирҙерт-) ҡ. йөкм. ҡар. биреү I. понуд. от биреү I.
БИРҘЕРТТЕРЕҮ (бирҙерттер-) ҡ. йөкм. ҡар. биреү I. понуд. от биреү I.
БИРЕ I [дөйөм төрки бәри, бири был яҡҡа, бире’] (Р: сюда; И.: hither; T.: buraya)р.
Был яҡҡа яҡыныраҡ, былай табан; киреһе — ары. □ Сюда. ■ [Урманцева:]Аҡыллым, кил әле бире! С. Агиш.
БИРЕ II [боронғо төрки бири ‘бында’] (Р: тут; И.: here; T.: burada) и.
Был яҡтағы урын. □ Тут, здесь. ■ [Ғәлиә:] Әйҙук, Булат, бына биренән ултырып кит. К. Кинйәбулатова.
БИРЕ III (Р: от; И.: from; T.: beri) бәйл.
Сығанаҡ килештән йәки эйәлек ялғаулы -ған формаһынан һуң килеп, эш-хәрәкәт, хәл-ваҡиғаның башланғыс мәленән килгән дауамын белдерә. □ От, с, вот уже (послелог с исх. и осн. п., а также с ф. прич. на -ған с аффиксом принадл. 3-го л). Киткәне бире. Куптән бире. Шунан бире. Кисәнән бире. Байтаҡтан бире. ■ [Юламан ҡарттың] куптәнән бире йөҙәтеп килгән бил ауырты-уы ҡуҙғып киткәндәй булды. 3. Биишева.
БИРЕ IV и. диал. миф. ҡар. бәрей. ■ Турмән бире ҡыҙы менән оҙаҡ ҡына ғумер итә. Халыҡ ижадынан.
БИРЕ V (Р: название рода; И.: name of a Bashkir clan; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
278