БИРЕЛЕШ
БИРЕЛЕШ (Р.: подача; И.: giving; Т.: verme) и.
Нимәнеңдер бирелеү формаһы. □ Подача, преподнесение. Материалдың бирелеш формаһы уңышлы.
БИРЕЛӘНЕҮ (бирелән-) (Р.: раздражаться; И.: become irritated; T.: sinirlenmek) ҡ.
Туҙып, ҡыҙып китеү; енләнеү. □ Раздражаться; бесноваться; беситься. Юҡҡа ғына биреләнеп барыу.
БИРЕМ [боронғо төрки бирим ] (Р: задание; И.: task; T: ödev) и.
1. Ниндәйҙер эш. □ Задание. Кунегеуҙең биреме. ■ Һәр кем уҙенә бирелгән биремде утәу хәстәрен курә башланы. И. Көҫәпҡол.
2. Бирер нәмә. □ То, что можно отдать. Биремде тапшырыу. • Муллала бирем, ярлыла керем булмаҫ. Әйтем.
3. диал. ҡар. бирнә 1.
4. этн. Оҙатылған ҡыҙ яғынан түләнгән ҡалым хаҡы. □ Цена калыма со стороны невесты.
5. диал. ҡар. һалым I.
6. диал. ҡар. ришүәт.
БИРЕМ АЙЫ и. диал. ҡар. көҙ. Йыл миҙгелдәренең исеме: алым айы, йыйын айы, бирем айы, ҡуян айы.
БИРЕМЛЕ (Р: с заданиями; И.: with tasks; T: ödevli) с.
Биремдәре булған. □ С заданиями. Биремле кунегеу.
БИРЕНЕҮ (Р: взятка; И.: bribe; T: rüşvet) и.
Ришүәт. □ Взятка. ■ Советҡа һайлау алдындағы ҡунаҡҡа саҡырыуҙар, сәсеу мәлендә бирергә вәғәҙә ителгән орлоҡтар, ваҡ-төйәк биренеуҙәр бөттөләр. Ғ. Дәүләтшин.
БИРЕС I (Р: кап; И.: burl; T: ur) и. бот.
Ағастағы сурайып сыҡҡан оро. □ Кап, выплывок, наплыв (на стволе дерева).
БИРЕС II (Р: каповый; И.: burl; T: ur) с.
Оронан яһалған. □ Каповый. Бирес һауыт.
БИРЕС III (Р: рубец от раны; И.: scar from the wound; T: yara izi) и. диал.
Уңалған яра урыны. □ Рубец от раны.
БИРЕҮ I (бир-) [дөйөм төрки бир-/ бәр- ‘биреу’ ] (Р: давать в руки; И.: hand; T: vermek) ҡ,
1. Ҡулдан ҡулға тапшырыу, ҡул менән һоноп тоттороу. □ Давать в руки, отдавать, передать из рук в руки. Икмәк биреу. Kuman биреу. Юлға аҡса биреу. ■ Буләккә китап биреу матур йолаға әйләнә бара. Ф. Күзбәков. • Биргәндең битенә ҡарама. Мәҡәл. Бирһәң — алырһың, сәсһәң — урырһың. Мәҡәл.
2. Килтереп алға ҡуйыу, һалыу. □ Приносить, подавать. Аш биреу. ■ Ҡырағай саптар семтекләп булһа ла биргән бесәнде һәрмәштерә башлай, ҡар ашай. Ғ. Хөсәйенов. Әйҙә, йәһәт бул, ҡоҙаларға һурпа бирә һалырға кәрәк! — тине [Әхмәҙи]. һ. Дәүләтшина.
3. Берәйһенең ҡарамағына, файҙаланы-уына тапшырыу. □ Давать, предоставлять. // Предоставление. Ярҙамсы биреу. Ғәскәри кейем биреу. ■ Фатир хужаһы беҙгә таҡта менән буленгән бер булмә, ятыр-торор өсөн ағас карауат бирҙе. Ф. Яхина. Ерһеҙ ҡалған башҡортҡа ерен бирәм, тигән ул [Пугачев]; һыуһыҙ ҡалған башҡортҡа һыуын бирәм, тигән ул. С. Юлаев. Сәйетбаба ауылы республикабыҙға әҙәбиәт һәм сәнғәт әлкәһендә эшләусе бик куп билдәле шәхестәр биргән. Ғ. Шәйәхмәтов.
4. Мәғлүм итеү, хәбәр итеү. □ Давать, сообщать. // Сообщение. Адрес биреу. Телефон номерын биреу. ■ Үҙебеҙҙең адресыбыҙҙы бирҙек. Д. Юлтый.
5. Тәҡдим итеү. □ Предлагать, уступать (место, дорогу и др.). Урын биреу. ■ [Сафия:] Милиция!.. Иптәштәр, һеҙ кемгә ышанаһығыҙ, .. ситкәрәк китеп тороғоҙ, башҡаларға юл бирегеҙ! Т. Ғиниәтуллин.
6. диал. Күпмелер хаҡ түләү, аҡса таратыу, өләшеү. □ Давать, отдавать, выдавать. // Выдача, отдача. Аҡса биреу. ■ Бына йөҙ һум биреп алған ошо көҙгөнән башҡа бер әйбер ҙә тапманым, — тип, теге егет кеҫәһенән бер көҙгө сығарып курһәтте, ти. Әкиәттән.
7. диал. Күпмелер хаҡ менән һатыу, һатып биреү. □ Продать. ■ Алам тиһәң,
280