БИРЕҮ
20. Телдән әйтеп еткереү. □ Поучать, советовать. Аҡыл биреу. Кәңәш биреу. ■ Мулла .. вәғәз, нәсихәт бирҙе: «Бына, ил аҙаматтары, беҙ әуәл Аллаға, шунан батшаға буйһонғанбыҙ». Һ. Дәүләтшина.
21. Телдән әйтеп белдереү. □ Обещать; давать, дать слово. Ант биреу. Вәғәҙә биреу. ■ Йәш сағым, алтын сағым, ялҡын сағым булһын фиҙа халҡым алдында минең биргән таҙа антым өсөн. Ш. Бабич. Вәғәҙә бирҙеңме — утә! Вәғәҙә — иман, ти халыҡ мәҡәле. Ә. Вахитова.
22. Эшкә, хеҙмәткә һ. б. тапшырыу.
□ Отдавать, выдать. Уҡырға биреу. Һалдатҡа биреу.
23. Кейәүгә биреү. □ Выдавать замуж. Ҡыҙ биреу. ■ Атаҡайым мине йәшләй бирҙе, көтөр мәлкәйҙәре юҡмы икән? Сеңләүҙән.
24. Тотоп, кемдеңдер ҡулына тапшырыу.
□ Выдавать.
25. Ҡаршы тора алмай, еңелеп, дошманға ҡалдырыу. □ Уступать, оставить, отдать. ■ Бирмәйем, тип, Уралды, яуға киткән егетем, тыңла, Урал ни тиер. Р. Ниғмәти.
26. Ҡулдан ысҡындырыу. □ Уступать. Өҫтөнлөктө биреу. ■ Йөҙөу ярышында беренселекте һис бирмәйбеҙ. Ғ. Сәләм.
27. Ҡайҙалыр берәй маҡсат менән тапшырыу. □ Отдать с какой-то целью. Ботинканы ремонтҡа биреу. Пальтоны таҙартырға биреу. ■ Яулыҡ бирҙем сигергә ҡара ҡашлы сибәргә. Халыҡ йырынан.
28. кусм. Кемгә йәки нимәгәлер арнау; бағышлау. □ Посвящать. ■ Их, алда ла йөрәк һуҙҙәремде бирәһе ине илгә, бирәһе. Ғ. Ғүмәр.
29. кусм. Кем йәки нимә өсөндөр ҡорбан итеү. □ Пожертвовать. ■ Ватанды яҡларбыҙ, кәрәк икән ғумеребеҙҙе бирергә лә әҙербеҙ. М. Тажи.
30. Яҙма рәүештә йәки телдән ниҙер тапшырыу. □ Дача, подача чего-то. Ғариза биреу. Отчёт биреу. Рапорт биреу. Ялыу биреу. ■ 2010 йылда берҙәм дәуләт имтиханы бирмәгән бер генә уҡыусы ла ҡалманы. В. Бәҙретдинов. Вузда хәҙер зачёт биреу мәле. Ғ. Ғәлина.
31. Билдәле бер хәлгә килтереү. □ Привести в определённое состояние. ■ Гармунсы гармунының ҡыңғырауын зыңғырлатып алды ла уға көй бирҙе. М. Тажи.
32. Ниндәйҙер сифатҡа, үҙенсәлеккә килтереү. □ Придать свойство {вкус, вид, и т. д.). Ашҡа әсе тәм биреу. Кейемгә яңы төҫ биреу. Өйгә йәм биреу. Төҫкә куркәмлек биреу. Һынға олпатлыҡ биреу. ■ Кейәугә сығыу Мәхмузәгә төҫ биргәндер, ахыры, матурланыбыраҡ .. киткән кеуек куренә. Д. Исламов.
33. кусм. Уйҙы, күңелде һалыу. □ Предаваться всей душой кому-чему', вложить душу в кого-что. Иғтибар биреу. Куңел биреу. ■ Куңел биреп эшләнгән эш кенә уңышҡа илтә. Ф. Сәлимова.
34. -п формаһындағы хәл ҡылым менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәрәкәттең кемгәлер төбәлеүен, тәғәйен-ләнеүен белдергән ҡушма ҡылым яһай.
□ С деепричастием на -п основного гл. выступает в роли вспомогательного гл. и означает действие, совершаемое для кого-л. Алып биреу. Аңлатып биреу. Өйрәтеп биреу. Уҡып биреу. һөйләп биреу. Әйтеп биреу. ■ Индриль .. беҙгә аш бешереп бирә лә, ҡармаҡтарын тотоп, Висла буйына балыҡ тоторға китә. Д. Юлтый. [Тулыбай] ондо Вәлимә еңгәйгә килтереп бирҙе. Ғ. Дәүләтшин.
35. -а/-й формаһындағы хәл ҡылым менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәрәкәттең йәнә бер аҙ дауам итеүен белдергән ҡушма ҡылым яһай. □ С деепричастием на -а/-ә основного гл. выступает в роли вспомогательного гл. и означает продолжение действия. Уҡый биреу. Йәшәй биреу. Тора биреу. Уйнай биреу. Ултыра биреу. Эшләй биреу. ■ Зөлхизә .. Аҙнағолон көтөп, диңгеҙҙән куҙен алмай, моңайып йырлап йөрөй бирә. 3. Биишева. Баш кутәрмәй эшләге, шул эшең менән дыу килтереп донъя көткән ауылдаштарыңды ҡыуандырып йәшәй бирге килә. Н. Мусин.
36. миф. Ритуаллаштырылған күренеш.
□ Магическое действие, связанное с верова-
282