Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 284


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИРЕЭЙӘЛӘҮ
БИРЕ ЭЙӘЛӘҮ (бире эйәлә-) (Р.: вселение чёрта; И.: devil infused; T.: cin tutmak) ҡ. миф.
Ен эйәләү. □ Вселение чёрта. ■ Яңғыҙ иргә, яңғыҙ ҡатынға бире эйәләй, тиҙәр. Р. Һаҙыева.
БИРҘЕМБӘТ (Р: название родового подразделения; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуы аймағы. □ Бирдембэт (родовое подразделение башкир племени катай).
БИРЖА [рус. < нем. Borse ‘янсыҡ’| (Р: биржа; И.: exchange; T.: borsa) и. икт.
Сауҙа һәм финанс эштәре буйынса килешеүҙәр төҙөү учреждениеһы. □ Биржа. Хеҙмәт биржаһы. Иген биржаһы. ■ Бөгон хеҙмәт биржаһы аша эшкә билдәләндем. Ш. Шәһәр.
БИРЖАСЫ (Р: биржевик; И.: stockexchange operator; T.: borsa simsarı) и.
Биржа хеҙмәткәре. □ Биржевик.
БИРЖА УЙЫНЫ (Р: биржевая игра; И.: agiotage; T.: borsa oyunu) и.
Табыш алыу маҡсатында ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һатыу йәки һатып алыу. □ Биржевая игра.
БИРКА [рус. < нем. Birke ‘ҡайын’ | (Р: бирка; И.: tag; T.: etiket) и.
Багаж, тауар һ. б. тағылып, ауырлығын, тәғәйенләнешен, эшкәртелеүен, ҡулланылышын, эйәһен белдергән номерлы ағас, ҡатырға, тире, металл киҫәге. □ Бирка. ■ Тимер-булаттың ҡулдарына бығау һалдылар һәм хайуандарға таға торған бирка таҡтылар. Ә. Атнабаев.
БИРКАЛАУ (биркала-) (Р: повесить бирку; И.: tag; T.: etiketlemek) ҡ.
Бирка тағыу. □ Повесить бирку. Сумаҙандарҙы биркалау.
БИРКАЛЫ (Р: с биркой; И.: tagged; Т.: etiketli) с.
Бирка тағылған. □ С биркой. Бирка тағылған сумаҙан.
БИРЛЕ I (P: вспыльчивый; И.: irritable; T.: asabi) с. һөйл.
Ҡыҙыу ҡанлы. □ Вспыльчивый, раздражительный. Бирле булыу.
БИРЛЕ II бәйл. ҡар. бире III. ■ Ул арала баянан бирле килеп етмәйсә әбейҙең эсен бошороп торған ейәнсәре Зәлифә килеп инде. һ. Дәүләтшина.
БИРЛЕГЕҮ (бирлек-) ҡ. диал. ҡар. киңгәү.
БИРЛӘНЕҮ (бирлән-) ҡ. һойл. ҡар. биреләнеү.
БИРМАН (Р: бирманец; И.: Burmese; Т.: Birmanyah) и.
Бирманың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе (ҡытай-ти-бет телдәренең береһендә һөйләшә). □ Бирманец. Бирман халҡы. Бирман ҡатыны.
БИРМӘ [боронғо төрки бир- ‘биреү’ + -мә ялғауы] (Р: взятка; И.: bribe; T.:’rüşvet) и.
Вазифалы кешегә бер эште яйлау өсөн йәшерен бирелгән аҡса йәки нәмә; ришүәт.
□ Взятка. Бирмә биреу. Бирмә алыу.
БИРНӘ (Р: приданое; И.: bride’s gifts; T.: çeyiz) и. этн.
1. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың үҙе менән алып килгән мал-мөлкәте, йыһаздары.
□ Приданое невесты. ■ [Хәсби:] Бирнәмә генә килгән самауырымды ҡомлап ҡат-ҡат таҙарта торғас, һемәген төшөрҙөм. Б. Бикбай.
2. Ҡыҙ яғынан егеткә, ата-әсәһенә бирелгән бүләк. □ Подарки невесты жениху, его родителям и родственникам. ■ Был яҡтарҙа ҡыҙ бирнәһендәге төп әйбер ҙә — аҫалы балаҫ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
3. Кейәүҙең ҡайны-ҡәйнәһенә күренер алдынан биргән бүләге. □ Подарок жениха родителям невесты. ■ Бына Моратша бай: «Бирелгән бөтә мәһәр аҡсаһын, башҡа бирнәләрҙе бөгөн ук кире ҡайтарһын да, бер сәғәт тә тормай ҡайтып китәм, ә ҡалғанын ҡайҙа барып һөйләшергә уҙем белермен, минең старшина икәнде онотмаһын!» — тип ҡыҙа. Һ. Дәүләтшина.
4. Кендек әбейенә, бабаға биргән бүләк.
□ Подарок повитухе либо мужчине, совершающему обряд обрезания. Кендек әбейенә әҙерләнгән бирнә.
284