Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 287


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИСТЕРКӘ
БИРӘСӘК (бирәсәге ) [боронғо төрки бир- биреү’+-әсәк] (Р.: долг; И.: debt; Т.: borç) и.
Бурысҡа алынып, кире бирелергә тейешле булған аҡса йәки бүтән нәмә. □ Долг, задолженность. Бирәсәкте биреу. Бирәсәкте алыу. Бирәсәк акса. • Байҙың аласағы, ярлының бирәсәге куп. Әйтем.
БИРӘҺЕ и. ҡар. бирәсәк. Бирәһе аҡса.
БИС [рус. < лат. his ‘ике тапҡыр’] (Р: возглас; И.: encore!; Т.: bis!) ымл.
Артист әле генә башҡарған номерҙы ҡабат һорап саҡырыу □ Возглас (в театре, на концерте), требующий повторения чего-то. Бис ҡысҡырыу. Бисҡа башҡарыу.
БИСАРА [фарс. *А^н] (Р: бедный; И.: poor; T.: biçare) с.
1. Ҡыйын, ҡыҙғаныс хәлдәге; бахыр.
□ Бедный, несчастный, жалкий, беспомощный. Бисара бала. Бисара ҡатын. ■ Бисара һалдатҡа тубын да уҙенә һөйрәргә, икмәген дә уҙенә кутәрергә тура килә. Д. Исламов.
2. Йәлләгәндә әйтелә. □ Бедняжка, горемыка. ■ Тик бер кәкук кенә юл ситендә емдәр эҙләп йөрөй, бисараң. М. Кәрим.
БИСАРАЛЫҠ (бисаралығы) (Р: жалкое состояние; И.: feebleness; T.: biçarelik) и.
Меҫкенлек. □ Жалкое состояние. Бисаралыҡ хәлендә.
БИСЕР I (Р: бисер; И.: glass beads; T.: küçücük boncuk) и.
Бик ваҡ быяла мәрйен, сәйлән. □ Бисер. Аҡ бисер. Бисер менән биҙәу.
БИСЕР II [рус. писарь] (Р: писарь; И.: clerk; T.: kâtip) и. һөйл. иҫк.
Эш ҡағыҙҙары, яҙыу эштәре менән булышыусы. □ Писарь. ■ Диләкәй инәлтмәне. Тиҙ генә яҙып бирҙе лә: «Адресын бисергә алып барып яҙҙыртырһың», — тине. һ. Дәүләтшина.
БИСКВИТ [рус. < ит. biscotte ‘ике тапҡыр бешерелгән’] (Р: бисквит; И.: sponge cake; T.: bisküvi) и.
1. Йомортҡа, һөт-май, шәкәр ҡушып бешерелгән йомшаҡ, татлы печенье төрө.
□ Бисквит.
2. Ялтырауыҡ менән ҡапланмаған фарфор. □ Бисквит.
БИСМИЛЛА (БИСМИЛЛӘҺ) [ғәр. 4&I bi-ismi + illa ‘алла’ = Алла исеме менән] (Р: во имя Аллаха {возглас, произносимый мусульманами перед началом чего-л.); И.: in God’s name; T.: bismillah) и. дин.
1. Мосолмандарҙың эш башлар алдынан әйтелә торған һүҙе. □ Во имя Аллаха (слово, произносимое мусульманами перед началом чего-л.). ■ [Үмәр] бисмилла тип икмәк һындырҙы ла балғалаҡ менән май һоғона-һоғона сәй эсергә кереште. Һ. Дәүләтшина. • Бисмиллаһыҙ аштың тәме юҡ. Әйтем.
2. кусм. Эш-хәрәкәттең, хәл-ваҡиғаның башы. □ Начало чего-то. М Сәйҙә инәй ғумере буйына һәр эштең бисмиллаһы нимә икәнен белеп йәшәне. 3. Яубаҫарова.
3. миф. Яман заттарҙы, тел-теште ҡурҡыта торған магик һүҙ. □ Магическое слово, отпугивающее злых духов.
♦ Бисмиллаһын уҡыттырыу өйрәтеү, аҡылға ултыртыу. □ Проучить, наказать.
БИССЕКТРИСА [рус. < фр. bissectrice < лат.] (Р: биссектриса; И.: bisector; Т.: açıortay) и. мат.
Мөйөштө ҡап урталай бүлгән һыҙыҡ. □ Биссектриса. Биссектриса уткәреу.
БИССӘҮИӘ [ғәр. <з>Л?] (Р: одинаковый; И.: identical; Т.: ауш) с.
Бер тигеҙ, бер тиң. □ Одинаковый.
БИСТАРКА [рус. бестарка] (Р: бестарка; И.: wagon; T.: araba) и. диал.
Иген ташыу өсөн ҡулланылған махсус арба. □ Бестарка (специальная повозка для перевозки зерна без тары). ■ Ҡамыт-дуғаларҙы нығытып яңыртырға, орлоҡ ташырға буленгән бистаркаларҙы ремонтларға кәрәк буласаҡ. 3. Ғәлимов.
БИСТЕР [рус. бестарка] (Р: дорожный сундук; И.: travel box; T.: yol sandığı) и. диал.
Йүкәнән эшләнгән юл һандығы. □ Дорожный сундук из липы. Бистер уреу.
БИСТЕРКӘ (Р: корзинка, плетёная из ивы; И.: willow basket; T.: söğüt sepet) и. диал.
287