БИТ АЛМАҺЫ
■ Ғөмумән, Азамат тел биҫтәһе тугел. Ул сер һаҡлай торған малай. Ә. Бикчәнтәев.
БИҪТӘ III и. диал. ҡар. киҫкә.
БИТ I [боронғо төрки бет, бәт ‘бит, йөҙ’] (Р.: лицо; И.: face; T.: yüz) и.
1. Кеше башының алғы яғы; йөҙ. □ Лицо./ Лицевой. Киң бит. Оҙонса бит. Туңәрәк бит. ■ Башына аҡ селтәр шәл бөркәнгән, йөҙөн-битен ҡаплаған бер ҡыҙ килеп сыҡты. Т. Йосопов. Бикбулат, итектәренә ҡарап, биттәр ҙә туҙанланғандыр, тип уйланы һәм йыуынып алмаҡсы булды. С. Агиш.
2. Йөҙҙөң яңаҡ өлөшө, яңаҡ. □ Щека. Уң бит. ■ Пар алма уның биттәре, ирендәре ер еләге, куҙҙәре яҡты йондоҙҙар, леп-леп тибә йөрәге. Р. Ниғмәти.
3. Тау, ҡалҡыулыҡтың һ. б. һарҡыу өлөшө. □ Склон, скат. Тау бите. ■ Биттәреңдә, Уралтау, ҡамыштай ҡарағай урманың; итәгеңдә, Уралтау, балаҫтай болон, ҡырҙарың. С. Юлаев.
4. Ниҙеңдер йәйелеп күренеп ятҡан майҙаны; йөҙ. □ Поверхность. Ер бите. Кул бите. Кук бите. ■ Эре һорғолт ҡара болоттар бер-береһенә ҡушылып кук битен ҡаплап алды. М. Ғафури.
5. кусм. Намыҫ. □ Совесть, стыд.
♦ Биттән алыу кеше алдында әрләү. □ Оскорблять, позорить. Бит бешеү ныҡ оятҡа ҡалыу. □ Краснеть за что-то. Битендә ҡаны юҡ оятһыҙ, намыҫһыҙ. □ Бесстыдный, бесстыжий, бессовестный, нахальный. Бит йыртыу намыҫты рәнйетеү. □ Стыдиться.
■ [Сәмиғулла:] Бит йыртып шунан [байҙан] йомош һорай буламмы? Ж. Кейекбаев. Битен йыумаған ояла белмәгән, оятһыҙ. □ Бесстыжий. ■ Уның ҡулына барып эләкһәң, .. сәкелдәтеп ҡуйыуы бар. Ул бит битен йыумаған. И. Насыри. Биткә ҡара яғыу шул уҡ йөҙгә ҡара яғыу ҡар. йөҙ I. Бит һыйпау ниҙәндер яҙыу, нимәнәндер буш ҡалыу, ҡолаҡ ҡағыу. □ Остаться с носом. Бит һыуын түгеү кемдеңдер алдында кәмһенеп үтенеү. □ Унижаться. Биткә төкөрөү кеше алдында бик оятлы итеү, хурлау. □ Позорить. Көн бите ҡар. көн II, 2. Күн (йәки ер) бит оятһыҙ,
намыҫһыҙ. □ Бессовестный. ■ Был Имайҙың ғына эше булыр. Бер тин тиһәң, иманын һата, йөҙө ҡара, кун бит! Һ. Дәүләтшина. Ҡара бит шул уҡ ҡара йөҙ ҡар. йөҙ I. Ҡояш бите шул уҡ көн бите. Ниндәй бит менән берәй әҙәпһеҙ эшләнгән эштән, рәнйетеүҙән һ. б. һуң күренергә оялып, уңайһыҙланып ҡалғанда әйтелә. □ С какой совестью. Табаҡ бит киң түңәрәк бит. □ Широкое круглое лицо. Төн битендә ҡар. төн 1.
БИТ II (Р: страница; И.: page; T.: sayfa) и.
1. Китаптағы, дәфтәрҙәге һ. б. ҡағыҙҙың бер яғы. □ Страница. Дәфтәр бите. Китап бите. ■ Газетаның дуртенсе битенән мин уҡырға тейеш ерҙе бармаҡ менән төртөп курһәттеләр. С. Агиш. Һәр бер бите, хатта һәр бер юлы уйҙарымдай таныш китаптың. X. Ҡунаҡбай.
2. Китаптағы, дәфтәрҙәге һ. б. билдәле бер үлсәм менән ҡырҡылған ҡағыҙ. □ Лист. Бер бит ҡағыҙ. Титул бите. Блокноттың битен йыртып алыу.
3. полигр. Бит. □ Полоса. Тазетаның тәуге бите.
4. кусм. Ниҙеңдер үҫешендәге бер осор, этап; сәхифә. □ Этап, определённый отрезок времени. Тарихтың бер бите.
♦ Яңы бит асыу яңы осор, яңылыҡ башлау. □ Открывать новую страницу чего, в чём. ■ Тормош яңы битен, серен асҡан, һәр яңыға уҫмер шатланған. М. Хәй.
БИТ III [рус. < ингл. bit] (Р: бит; И.: bit; Т.: bit) и. инф.
Мәғлүмәт миҡдары берәмеге. □ Бит. Идара итеу биты.
БИТ IV [рус. ведь] (Р: ведь, же; И.: indeed; T.: ki) киҫ.
Әйткән фекерҙе раҫлап, көсәйтә. □ Ведь, же (утвердительная част.). Ул кисә ҡайтты бит. ■ Йәш куңел бит инде, миңә тәу башлап ҡалаға барыу ҙа ҡыҙыҡ булып тойолдо. Т. Йәнәби. Бурылҡайым, мин бит яҡшы инем, эш эшләнем, туктем тиремде. Ғ. Сәләм.
БИТ АЛМАҺЫ (Р: скула; И.: cheekbones; T.: elmacık) и. анат.
10-1.0158.11
289