Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 290


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИТ АСЫУ
Биттең тупайып торған өлөшө. □ Скула. ■ Ҡалынса купереп торған бәләкәй ирендәре наҙлы йылмаялар ҙа ҡыҙарып янып торған бит алмаларына уйҡыл һалалар. Һ. Дәүләтшина.
БИТ АСЫУ (бит ас-) (Р.: показ невесты родственникам жениха; И.: kind of ethnographic rite; T.: yüz görümlüğü) ҡ. этн.
Килен төшкәс, уны кейәүҙең ата-әсәһенә, туғандарына күрһәтеү йолаһы. □ Показ невесты родственникам жениха {обряд открывания лица невесты родителями, родственниками жениха, одаривая её подарками).
БИТАРАФ [фарс. < ғәр. ‘сит
түгел, ситке түгел’] (Р: нейтральный; И.: neutral; T.: tarafsız) с. кит.
Бер яҡҡа ла ҡатнашмаған, бер яҡлы ла түгел. □ Нейтральный, воздержавшийся (при голосований). Битараф кеше. Битараф булыу. ■ Бер тауыштан, — тип ҡуйҙы йыйылышта председателлек иткән Әхмәҙуллин ҡарт, дәррәу кутәрелгән ҡулдарҙы куреп. Юҡ, бер битараф бар, Гәрәй ҡарт битараф. Д. Исламов. Милләт яҙмышына битараф булмағандарҙың ишәйеуе тураһындағы хыял менән аяҡ баҫам уҙем һәр Яңы йылға. Г. Янбаева.
БИТАРАФЛАШЫУ (битарафлаш-) (Р: стать нейтральным; И.: be neutral; T.: tarafsız olmak) ҡ.
Битараф хәлгә килеү. □ Стать нейтральным.
БИТАРАФЛЫҠ (битарафлығы) (Р: нейтральность; И.: neutrality; T.: tarafsızlık) и. кит.
Битараф мөнәсәбәт. □ Нейтральность. Битарафлыҡ һаҡлау. ■ Ул [Ғибаҙулла] ҡыйыу ғына өйонә инеп китте. Әмин ни, битарафлыҡ һаҡларға тейеш кеше булғас, йортҡа ла инеп тормайынса, уҙ яйым менән генә Ағиҙел буйына ҡарай ҡуҙғалдым. Д. Исламов.
БИТЖАУЛЫҠ (битжаулығы) и. диал. ҡар. таҫтамал. Битжаулыҡҡа һөртөу.
БИТ ЯУЛЫҠ (яулығы) и. диал. ҡар. таҫтамал. Бит яулыҡ йыуыу.
БИТЛА (Р: шарниры от сундука; И.: hinge; T.: menteşe) и. диал.
Һандыҡ күгәне. □ Шарниры от сундука.
БИТЛЕК I (битлеге) (Р: маска; И.: mask; T.: maske) и.
1. Биткә кейә торған япма. □ Маска. Марля битлек. ■ Битлек бәйләгән Фәтхиә операция булмәһендә һуңғы әҙерлек эштәрен алып бара ине. Р. Ғабдрахманов.
2. Умарта ҡарағанда биткә кейә торған селтәр. □ Сетка (для предохранения лица от укусов пчёл). ■ Ғариф умартанан бал алғанда кейә торған битлеген алды. Ғ. Хәйри.
3. Тирене йәшәртеү, йомшартыу, таҙартыу өсөн һыланған май; йәшелсә, емеш-еләк иҙмәһе. □ Маска. Битлек һөртөу.
4. кусм. Кемдеңдер ысын йөҙөн йәшереп торған хәйлә, алдыҡ. □ Лицемерие. ■ Итәғәтле кеше битлеген бөтә халыҡ алдында һыпыра тартып алырға кәрәк. Н. Мусин.
♦ Битлек кейеү ысын йөҙҙө йәшереү.
□ Лицемерить, доел. Надеть маску. Битлеген һалдырыу кемдеңдер йөҙөн асыу, алдығын фашлау. □ Снимать маску, разоблачать, срывать маску с кого.
БИТЛЕК II (битлеге) (Р: налобная повязка пожилых женщин; И.: kind of fillet; T.: çatkı) и. этн.
1. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың яулыҡ йәки ҡалпаҡ өҫтөнән маңлайға бәйләп ҡуя торған баш бәйләмесе (уҡа таҫма).
□ Налобная повязка пожилых женщин (лента с позументом, которая повязывалась на лоб поверх платка).
2. архит. Өй ҡыйығының маңлайына ҡағылған таҡта. □ Причелина. Семәрле битлек.
БИТЛЕК III (битлеге) (Р: оболочка плода в утробе (рубашка)', И.: decidual membrane; T.: döl kesesi) и. диал.
Ҡарындағы баланы уратып алған яры, йөҙлөк. □ Оболочка плода в утробе (рубашка). ■ Битлек менән тыуған бала бәхетле була тиҙәр. Л. Абдуллина.
БИТЛӘК I (битләге) и. диал. ҡар. битләү I.
290