Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 291


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИТӘ
БИТЛӘК II (битләге) (Р.: заика; И.: stutterer; T: kekeme) и. диал.
Тотлоҡма. □ Заика.
БИТЛӘС (Р.: косогор; И.: hillside; Т: yamaç) и. диал.
Тау битләүе. □ Косогор. ■ Ташбатҡан ауылы уркәсле-уркәсле бейек тауҙар итәгенә, бер битләстә, тау ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған. Ж. Кейекбаев.
БИТЛӘТЕҮ (битләт-) ҡ. йөкм. ҡар. битләү II. понуд. от битләү II.
БИТЛӘҮ I (Р: склон; И.: sloping; Т: yamaç) и.
Тау битенең түбәндәге һөҙәгерәк өлөшө. □ Отлогий, широкий склон горы. ■ Ҡаҙыш ауылынан төньяҡтараҡ Мырҙағол тауы бар. Уның ике яҡ битләуе лә һөҙәк. Хикәйәттән.
БИТЛӘҮ II (битлә-) (Р: проходить по склону; И.: walk by a hillside; T: yamaçtan geçmek) ҡ.
Tay, һырт битен буйлау. □ Проходить по склону. ■ Ҡая битләп һығыла-бөгөлә һуҡмаҡ һуҙылған. 3. Биишева.
БИТЛӘҮ III (битлә-) (Р: укорять; И.: reproach; T: yüzüne vurmak) ҡ.
1. Ғәйепләп әйтеү; битәрләү. □ Укорять, упрекать.
2. Кеше алдында яманлап әрләү. □ Ругать в лицо, бранить в глаза. ■ Унан тағы ни өсөн инде мине Әхмәҙи алдында битләп ултыраһың? һ. Дәүләтшина.
БИТЛӘҮ IV (битлә-) (Р: перелистывать; И.: turn over pages; T: sayfaları çevirmek) ҡ.
Китап, дәфтәрҙең битен асыу. □ Перелистывать. ■ Ул [Шәмси] ҡулындағы китапты битләп ултырҙы ла уҡый башланы. Ғ. Хәйри.
БИТСАЯ с. диал. ҡар. битһеҙ II.
БИТ-ТӘН (Р: тело; И.: body; T: vücut) и. йыйн.
Тотош тән. □ Тело. Бит-тәнгә um-ҡан йу-гертеп.
БИТУМ [рус. < лат. bitumen <гау ыҫмалаһы’] (Р: битум; И.: bitumen; T: bitüm, yer sakızı) и.
Ыҫмалаланып торған углеводородлы йәбешкәк (тәбиғи һәм яһалма) матдәләрҙең дөйөм исеме; кипкән нефть йәки нефть ҡалдыҡтарынан алынған төҙөлөш материалы. □ Битум. Битум плита. Битум ҡоролмалары. ■ Ҡайһы бер илдәрҙә нефть битумдары төҙөлөш эшендә ҡулланылған. Д. Бураҡаев.
БИТУМЛАУ (битумла-) (Р: битумизировать; И.: treat with bitumen; T: bitümlemek) ҡ.
Битум һалыу. □ Битумизировать.
БИТУМЛЫ (Р: битумный; И.: bituminous; T: bitümlü) с.
Битум менән. □ Битумный. Битумлы нефть.
БИТҺЕҘ I (P: без страниц; И.: without pages; T: sayfasız) с.
Биттәре булмаған. □ Без страниц, листов. Битһеҙ альбом.
БИТҺЕҘ II (Р: бесстыдный; И.: brazen; T.: utanmaz) c.
Оялыу, тартыныуҙы белмәгән намыҫһыҙ; оятһыҙ. □ Беззастенчивый, бесстыдный, наглый, нахальный, бессовестный, бесчестный. Битһеҙ кеше. Битһеҙ булыу. ■ Башҡорт намыҫына бысраҡ ташлай юрый ҡайбер битһеҙ, иманһыҙ. Ш. Бабич. • Битһеҙ буркен баҫмаҫ. Мәҡәл.
БИТҺЕҘЛЕК (битһеҙлеге) (Р: бесстыдство; И.: cheek; T.: utanmazlık) и.
Намыҫһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ. □ Бесстыдство, нахальство, наглость.
БИТҺЕҘЛӘНЕҮ (битһеҙлән ) (Р: становиться бесстыдным; И.: be brazen; T.: küstahlaşmak) ҡ.
Оят, намыҫты юғалтыу, оятһыҙлыҡ күрһәтеү. □ Становиться бесстыдным, бесчестным, бессовестным; наглеть, обнаглеть. Ир көндән-көн битһеҙләнде.
БИТӘ (Р: лыжные крепления в виде широкого ремня; И.: ski binding; T.: kayak kemeri) и.
10*
291