БИТӘЛ
Саңғының аяҡ башын кейҙерә торған яҫы бауы. □ Лыжные крепления в виде широкого ремня. Саңғы битәһе.
БИТӘЛ [рус. фитиль] (Р.: рыболовная снасть из частой сетки {вентерь, мережа); И.: trammel; T.: olta takımı) и. бал. ҡ.
1. Ептән үргән ҡанатлы мурҙа. □ Рыболовная снасть из частой сетки {вентерь, мережа).
2. диал. Бәләкәй ay. □ Маленькая сеть.
БИТӘР I (Р: укор; И.: reproach; T.: sitem) и.
1. Йөҙ йыртып әйтелгән һүҙ. □ Укор, упрёк. ■ Харистың тауышында битәр менән бергә янау ҙа ишетелде. Г. Ғиззәтуллина.
2. Әрләш. □ Ругань, брань. Битәр һуҙ. ■ Бей битәрен ишеткән, йәнен бейҙән өшөткән ил курмәйенсә, кем курер. Ҡобайырҙан.
БИТӘР II [фарс. ‘иң насар {яман); насарыраҡ {яманыраҡ)'] (Р: особенно; И.: particularly; T.: özellikle) р.
Артыҡ, бигерәк, нығыраҡ. □ В особенности. ■ [Хәмиҙә:] Шатландыҡ. Минән битәр килен шатланды. С. Ҡудаш. Беҙ уҙебеҙҙән битәр аттарҙы йәлләй торғайныҡ. С. Агиш.
БИТӘР III (Р: кроме; И.: except; Т.: başka) бәйл.
Башҡа, бүтән мәғәнәһендә. □ Кроме. Һинән битәр яҡын кешем юҡ.
БИТӘР IV [фарс. ‘әҙәпһеҙ; әшәке’] р. ҡар. бикәр II.
БИТӘРЛӘНЕҮ (битәрлән) ҡ. ҡайт. ҡар. битәрләү, возвр. от битәрләү. Битәрләнеп йәшәу. Битәрләнеп уҫкән бала.
БИТӘРЛӘШЕҮ (битәрләш-) ҡ. урт. ҡар. битәрләү, взаимн. от битәрләү.
БИТӘРЛӘҮ (битәрлә-) (Р: ругать в лицо; И.: scold; T.: sövmek) ҡ.
Ғәйепләп, йөҙ йыртып әйтеү; әрләү. □ Ругать в лицо, бранить в глаза. ■ Атаһы керһә лә, сыҡһа ла, бер сәбәп тапҡан булып, Зәйнәпте битәрләй. М. Ғафури.
БИФШТЕКС [рус. < ингл. beef steak ‘һыйыр ите киҫәктәре’] (Р: бифштекс; И.: beef steak; T.: biftek) и.
Түшкәнең урта өлөшөн киҫәкләй ҡырҡып ҡурылған һыйыр ите. □ Бифштекс. Бифштекс бешереу.
БИХАҠ [фарс. < ғәр. сучғ?] (Р: не имеющий прав; И.: unjust; T: haksız) с. иҫк. кит.
Хаҡһыҙ. □ Не имеющий права на что, незаконный. Бихаҡ кеше.
БИХАЯ [фарс. < ғәр. ^] (Р: бесстыдный; И.: shameless; T.: utanmaz) с. иҫк. кит.
Оятһыҙ, намыҫһыҙ. □ Бесстыдный, наглый. Бихая ҡылыҡ.
БИХИСАП [фарс. < ғәр. ^] (Р: бессчётный; И.: countless; T: sayısız) с. кит.
Иҫәпһеҙ, һанһыҙ. □ Бессчётный, бесчисленный. ■ Бугэсэу батыр янына ғәскәр килгән бихисап: эйәрләп атҡа менгән дә, биленә ҡылыс элгән дә. С. Юлаев. Ни тиһәң дә, тормош көн дә беҙҙе бихисап һынауҙар алдына ҡуя. Г. Янбаева.
БИХОЗУР [фарс. < ғәр. ^] (Р: невесёлый; И.: distressed; T: üzüntülü) с. иҫк. кит.
Күңелһеҙ, кәйефһеҙ. □ Невесёлый, печальный. Бихозур булыу.
БИХӘБӘР [фарс. < ғәр. jA (Р: неосведомлённый; И.: ignorant; T.: habersiz) с. иҫк.
Хәбәрһеҙ, мәғлүмәтһеҙ. □ Неосведомлённый, несведующий. Хәрби эштән бихәбәр булыу.
БИЦЕПС [рус. < лат. biceps ‘ике башлы’] (Р: бицепс; И.: biceps; T: pazı) и.
Беләк йәки бот мускулы. □ Бицепс.
БИҺЕР и. диал. ҡар. бүҫер.
БИҺУШ [фарс. (Р: бесчувственный; И.: insensible; T.: baygın) с. иҫк.
Һушһыҙ, иҫһеҙ. □ Бесчувственный, упавший в обморок. Биһуш булыу.
БИЧ I и. диал. ҡар. мейес.
БИЧ II [рус.] (Р: бродяга; И.: tramp; T.: serseri) и.
Йолҡош, меҫкен кеше. □ Бич, бродяга.
292