Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 293


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИШБАШ
БИШ I [боронғо төрки бэл/биш 'биш’] (Р.: пять; И.: five; T.: beş) төп һ.
1. Д үрттән һуң килгән һан; 5, V цифрҙарының исеме. □ Пять. Биш бишең егерме биш.
2. Кемдеңдер йәки нәмәнеңдер 5-кә тиң иҫәбе. □ Пять. Биш кеше. Биш алма. Биш көн.
■ Аталарын дурт куҙ менән көтөп торған биш бала өнһөҙ, шау-шыуһыҙ ҡаршы алды. Ғ. Дәүләтшин. Командир ҙа булған Ҡаһым турә командаһын көнөнә биш урай. Халыҡ йырынан.
3. миф. Күплек символы. □ Символ множества. Ниңә миңә биш тапҡыр тәҡрарлайһың?
♦ Биш артыҡ берәй нәмәнең икенсе нәмәнән өҫтөн икәнлеген күрһәткәндә әйтелә. □ Во много раз лучше. Биш бармағы кеүек белеү бик яҡшы, ныҡ белеү. □ Знать очень хорошо, на отлично. ■ Пушкаһын да, пулемётын да, мылтығын да биш бармағым кеуек беләм. Б. Бикбай. Бергә биште ҡушыу йәки берҙе биш итеү берәй нәмәне арттырып һөйләү; шапыртыу. □ Преувеличивать (е разговоре). ■ Яңы ваҡиғалар тураһында һөйләйҙәр, ялғанлайҙар, бергә биште ҡушалар. И. Насыри. Биш былтыр әллә ҡасан, бик күптән. □ Давным-давно. Биш былтырғы әллә ҡасанғы, бик күптәнге. □ Давнишний. Биш ҡат тиреһен тунау (йәки һыҙырыу) ныҡ, хәлдән тайғансы (эшләтеу, туҡмау). □ Спустить шкуру с кого. букв. Содрать пять шкур с него.
■ [Ҡотлояр — Айбулатка:] Ныязғол һиңә ярҙам иткән хәлдә лә, ул уның өсөн биш ҡат тиреңде һуйып туләтәсәк. Кур ҙә тор, -тине. Һ. Дәүләтшина. Бишкә бөгөлөү ярамһаҡланып, өлтөрәп тороу. □ Угодничать. Турә алдында бишкә бөгөлөу. Үҙ бише биш үҙ һүҙле, ныҡышмал кешегә ҡарата әйтелә. □ Неотступный, упорный, напористый, неуступчивый, настойчивый. Бишкә төрләнеү төрлөсәгә үҙгәреү. □ Меняться, видоизменяться. ■ Биш бармаҡтай беҙ биш малай уҫтек, бишебеҙ ҙә бишкә төрләнеп.
В. Әхмәҙиев. Бишкә ярылырҙай булыу эштҫ, мәшәҡәтте бөтөрә алмай яфаланыу. □ Не успевать, чуть не лопнуть. ■ Һин саҡ ҡына ҡул арама керер инең. Юғиһә, бер уҙем бишкә ярылырҙай булып йөрөйөм. М. Кәрим.
БИШ II (Р.: пятёрка; И.: a five; T.: beşen yüksek not) и.
Биш баллы баһа системаһындағы иң юғары «бик яҡшы» билдәһе. □ Пятёрка (оценка). Биш алыу. Бишкә генә уҡыу.
БИШБАРМАҠ I (бишбармағы) [боронғо төрки биш + пармаҡ] (Р: бишбармак; И.: kind of Bashkir meal; T.: milli yemek türü) u. этн.
1. Башҡорт халҡының милли ашы: ваҡлап туралған ит һәм шаҡмаҡлап киҫелгән эре һалманы бешереп, һуғанлап, борослап, тоҙлоҡло һурпа менән бирелә торған ашамлыҡ. □ Бишбармак (национальное блюдо, приготовляемое из мяса и лапши, нарезанной квадратиками, приправленное жирным бульоном, луком и перцем). Бишбармак бешереу. ■ [Фазлый] уҙен киң сахралағы кейеҙ тирмәлә, ҡурай моңдары аҫтында ҡымыҙ эсеп, бишбармаҡ ашап ултыра һымаҡ тойҙо. И. Насыри.
2. диал. Йола ашы. □ Обрядовое блюдо.
БИШБАРМАҠ II (бишбармағы) (Р: кисть руки; И.: hand; T.: el) и. диал.
Ҡул суғы. □ Кисть руки.
БИШБАРМАҠ III (бишбармағы) и. диал. ҡар. бирсәткә.
БИШБАРМАҠ IV (бишбармағы) (Р: башкирский женский танец; И.: sort of female national dance; T.: Başkurt halk oyunu) и.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙ бейеүе. □ Башкирский женский танец. Я Фирузә сәхнәгә сығып, бишбармаҡты бейене. К. Мәргән.
БИШБАРМАҠ V (бишбармағы) и. диал. ҡар. бишташ.
БИШБАШ (бишкөлтә) (Р: суслон; И.: bundle of five sheaves; T.: ekin demeti) и. диал.
Биш көлтәнән торған һоҫлан. □ Суслон (из пяти снопов).
293