Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 294


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИШБИЛ
БИШБИЛ (Р.: казакин ниже колен; И.: sort of a waistcoat; T.: kazakin) и. этн.
Билгә һылашып торорлоҡ итеп, итәккә табан киңәйтеп, сабыулап тегелгән, тубыҡтан түбән төшөп торған кәзәкей. □ Казакин ниже колен, с длинными рукавами, узкий в талии, расширенный к низу.
БИШЕК (бишеге) [боронғо төрки бэл-чик/бишик ‘бишек’] (Р.: колыбель; И.: cradle; T.: beşik) и.
1. ҡар. сәңгелдәк. ■ Бишектә укһеҙ имсәк балаһы илап ҡалды. Ф. Иҫәнғолов. • Үҙ илең — алтын бишек, башҡа илдең төбө тишек. Мәҡәл.
2. кусм. Кемде йәки ниҙелер тыуҙырған, үҫтергән ер. □ Колыбель. ■ Тыуған, уҫкән илем — ал бишек, алғыһатыр инде ҡайтырға. Халыҡ йырынан.
3. миф. Баланы һаҡлай, ҡурсалай торған предмет. □ Колыбель; обережное пространство ребёнка . ■ Буш бишекте бәуетмәйҙәр. Башҡорт мифологияһының.
БИШЕК ЙЫРЫ (Р: колыбельная; И.: lullaby; T.: ninni) и.
1. Балаларҙы йоҡлатҡанда йырланған йыр. □ Колыбельная. ■ Төн баҫыуға бишек йырын йырлай, өнһөҙ йыры моң да наҙ ғына. Р. Назаров.
2. миф. Баланың киләсәген билдәләй, баланы һаҡлай, ҡурсалай торған йыр. □ Колыбельная песня, имеющая проецирующий и обережный характер.
БИШЕКТУЙ и. этн. ҡар. бишек туйы.
Бишектуй уткәреу.
БИШЕК ТУЙЫ (Р: колыбельная свадьба; И.: sort of national ethnographic rite; T.: beşik düğünü) и. этн.
Бала тыуғас үткәрелгән йола байрамы.
□ Колыбельная свадьба (праздник в честь рождения ребёнка).
БИШЕНСЕ [боронғо төрки бишинч ‘бишенсе’] (Р: пятый; И.: the fifth; T.: beşinci) рәт һ.
Урын тәртибе 5 менән билдәләнгән.
□ Пятый. Бишенсе йыл. Бишенсе көн. Бишен
се цех. ■ Пассажир поезы киткән, тик бишенсе юлда ғына паровозһыҙ тауар составы тора. Б. Бикбай. Көнбикә бер-бер артлы дурт ул тапты, хәҙер бишенсеһен [көтә]. Н. Мусин.
БИШ ИЛЕ (Р: толщиной в пять пальцев; И.: thickness of the five fingers; T.: beş parmak kalınlığı) р. диал.
Биш бармаҡ ҡалынлығында. □ Толщиной в пять пальцев. Биш иле ҡалдырыу.
БИШҠУНАҠ (бишҡунағы) (Р: апрельский буран; И.: last blizzards in April; T: Nisanda kar fırtınası) u.
Апрель айында була торған биш көнлөк буран. □ Апрельский буран. ■ Кыштың һуңғы буранын бишҡунаҡ тиҙәр. Халыҡ ижадынан.
БИШЛЕ (Р: пятый; И.: size five; T: beşinci) с.
1. Үлсәме биш берәмеккә тиң. □ Пятый (по размеру). Бишле калуш. Бишле шәм. ■ Тоноҡ ҡына яҡтыртҡан бишле шәм яҡтыһында йылҡы ите һалып бешерелгән һалманы ашап туйғас, Мәликә һауыт-һаба йыуырға кереште. Я. Хамматов.
2. диал. ҡар. биш II. ■ Гел «бишле»гә, һирәктән-һирәк «дуртле» билдәһенә уҡыған ғәзиз балаһын Бибинур Ғумәровна, көсө етһә, кутәреп кенә йөрөтөргә риза ине. Ә. Хәкимов.
БИШЛЕК (бишлеге) (Р: пятёрка; И.: five-rouble note; T.: beşlik) и.
Биш һумлыҡ аҡса. □ Пятёрка, пятирублёвка. ■ Уның [йомғаҡтың] эсенән тағы бер егерме бишлек, бер бишлек килеп сыҡты. М. Кәрим.
БИШЛӘП (Р: около пяти; И.: about five; T: beşe kadar) сама һ.
Биш тирәһе, бишкә яҡын. □ Около пяти, до пяти. Бишләп кеше.
БИШЛӘТӘ (Р: в пять раз; И.: five times as big; T: beş defa) р.
Биш тапҡыр. □ В пять раз. Бишләтә артыҡ. ■ Бәхет яулағанға бәхет бишләтә килһен! Б. Бикбай.
294