Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 295


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИШӘМБӘК
БИШМЫЙЫҠ (бишмыйығы) и. диал. ҡар. бапаҡ I. Бапаҡтан ҡурҡыу.
БИШМӘТ [фарсы пешпанд ‘камзул’] (Р.: бешмет; И.: padded jacket; T.: hırka) и.
1. Мамыҡты, йөндө һырып тегелгән оҙон итәкле, оҙон еңле йылы өҫ кейеме. □ Бешмет, стёганка (зимняя верхняя одежда на подкладе). ■ Тышын ҡыҙыл кергәзиндән, эсен ҡара бәздән ҡуйып, мамыҡ менән һырып, бишмәт тектерҙеләр. М. Ғафури. Бишмәтеңдә һинең биш төймә, шул бишмәткәйеңде куп кеймә. Халыҡ йырынан.
2. диал. ҡар. камзул. Бишмәт тегеу.
БИШНӘК I (бишнәге) (Р.: водный путь; И.: trough; T.: su yolu) и. диал.
1. Tap итеп йырып, сит-ситен кәпләп ағыҙған һыу юлы. □ Водный путь.
2. Берәй нимәне ырып, соҡоп эшләнгән, һыу ағыр өсөн тәғәйен ҡулайлама. □ Жёлоб для стока воды (на дощатой крыше). ■ Кәмә тирмән бишнәгенән һыу уренә кутәрелде. Ғ. Хәйри.
БИШНӘК II (бишнәге) [рус. вечняк] (Р: бессрочное пользование; И.: eternal ownership; T: sınırsız kullanım) и. map.
1. Мәңгелек, ғүмерлек ҡулланыу (һатылған ергә ҡарата). □ Вечное, бессрочное пользование (купленной землёй). Ерҙе бишнәккә һатыу.
2. Ерен мәңгелеккә һатҡан кеше. □ Вечняк (продавший землю на вечное пользование). ■ Ураҡсыларҙың кубеһе — ерҙәрен һатып, ерһеҙ ҡалып, бер нисә йылдан бирле бишнәк исеме кутәреп йөрөгән башҡорттар. һ. Дәүләтшина.
БИШӨЙЛӨЛӘР (Р: название родового подразделения; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуы аймағы. □ Бишэйлэлэр (родовое подразделение башкир племени юрматы ).
БИШТАШ (Р: детская игра в камешки; И.: kind of children’s game; T.: beştaş oyunu) и.
Балалар уйыны (йомро ғына биш ташты һикертеп, бармаҡ араһынан төрлөсә уткәреп уйнайҙар). □ Детская игра в камешки («пять камушков»). ■ Зөлхизә тәҙрә янындағы ултырғыста ҡулындағы ике винтты һикертеп, шаярыбыраҡ ултыра ине. -Нәмә, бишташ уйнайһыңмы әллә? — тине Ташбулат. С. Агиш.
БИШТАШ ҺАЛЫУ (бишташ һал-) (Р: гадание на пяти камушках; И.: sort of guesswork; T: taş falına bakmak) ҡ. миф.
Биш таш менән күрәҙәлек итеү. □ Гадание на пяти камушках, которые бросают вверх к божеству неба (Күк тәңре) для его умилоствления. По расположению камней предсказывают судьбу.
БИШТЕК с. диал. ҡар. тиктормаҫ.
БИШТИНДЕК (биштиндеге) (Р: нары;
И.: plank bed; T.: tahta yatak) и. диал.
Ишек төбөндәге урындыҡ. □ Маленькие нары возле дверей.
БИШТӘР [рус. бестарка < фарс. бис-тәр\ и. диал. ҡар. артмаҡ 3. ■ Сафтар һирәгәйҙе .. юҡ сумаҙан, биштәр, юҡ әуәлге хисе дуҫтарҙың. X. Ғиләжев.
БИШТӘРЛӘҮ (биштәрлә-) ҡ. диал. ҡар. артмаҡлау. ■ Юл ситендә арҡаларына биштәрләп тоҡ аҫҡан ике малай тора икән. Ғ. Ибраһимов.
БИШУЛ (Р: бишул; И.: Bashkir tribal name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Бишул (название одного из башкирских родов племени табын).
БИШӘЙ (Р: бишей; И.: Bashkir tribal name; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Бишей (название одного из башкирских родов племени усерган).
БИШӘМ (Р: копна из пяти снопов; И.: bundle of five sheaves; T: ekin demeti) и. диал.
Биш көлтәнән торған өйөм. □ Копна из пяти снопов.
БИШӘМБӘК (бишәмбәге) и. диал. ҡар. бишташ. Бишәмбәк уйнау.
295