Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 296


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БИШӘР
БИШӘР (Р.: по пяти; И.: five each; T.: beşer) бул. һ.
һәр бере биштән торған, бишкә тиң. □ По пяти. Бишәрҙән булеу. Кеше башына бишәр алма. Ж Әгәр тәңребеҙҙең амин тигән сағына тура килеп, табыш менән ҡайтһаҡ, берегеҙ ҙә буш ҡалмаҫһығыҙ, һарыҡ малынан һәр берегеҙгә кәмендә бишәр баш эләгер. К. Мәргән.
БИШӘРЛӘП (Р.: пятёрками; И.: by fives; T.: beşer) р.
Бишәр итеп, биш иҫәбенән. □ Пятёрками. ■ «Мәскәу — Брест» юлын һаҡлаусы ҡыҙҙар бишәрләп землянкаларҙа йәшәйҙәр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010.
БИШӘҮ (Р: пятеро; И.: five; T.: beş) йый. һ.
Биш кеше йәки нәмә. □ Пятеро. ■ Беҙ бер итәктә бишәу уҫтек, бер ҙә генә талашмай торғайныҡ! С. Агиш. Унан һуң мин яңғыҙ ҙа тугел әле. Беҙ бишәу. К. Мәргән. • Алғанға алтау ҙа аҙ, биргәнгә бишәу ҙә куп. Мәҡәл.
БИШӘҮЛӘП (Р: впятером; И.: five together; T.: beş kişi) p.
Биш кеше бергә. □ Впятером. ■ Мин Аҡъял батыр булам. Ә былар юлдаштарым. Бишәуләп донъя ҡыҙырып йөрөп ятабыҙ. Әкиәттән. Бишәуләп өр-яңы ҡәбер тупрағы тирәләй оҙаҡ өндәшмәй ултырҙыҡ. Д. Юлтый.
БИШӘҮЛӘШЕП (Р.: впятером; И.: five together; T.: beş kişi) р.
Биш кеше бергәләшеп. □ Впятером. Бишәуләшеп эшләу. ■ Капитан Силин ҡулы аҫтында бишәуләшеп дошман тылына сыҡтыҡ. А. Мағазов.
БИӘСӘЙ и. диал. ҡар. ҡәйнә.
БИӘТӘ и. диал. ҡар. ҡайны.
БЛАНК [рус. < фр. blanque ‘аҡ’] (Р: бланк; И.: printed form; Т.: form) и.
Тейешле урынын тултырып яҙыу өсөн ерлеге әҙерләнгән ҡағыҙ. □ Бланк. Бланк ҡағыҙы. Телеграф бланкыһы. Иҫәп бланкыһы. Бланк тултырыу. ■ Халыҡ иҫәбен алыу көндәрендә өйҙә булмаясаҡ кешеләр менән алдан һөйләшеп махсус бланк тултыра инек. К. Ғәйфуллина.
БЛАНТ и. диал. ҡар. ишек алды.
БЛАТ и. һөйл.
1. ҡар. таныш-тоношлоҡ. Блат менән алыу. ■ Уның шунда блаты бар: беҙгә тәтемәгән Һиндостан сәйҙәрен артмаҡлап ҡайта ауылға — ҡарт-ҡоро шуның аша алдырта. Й. Солтанов.
2. Йәшерен (шартлы) тел. □ Воровской жаргон.
БЛАТЛЫ (Р: блатной; И.: having apul; T: pistonlu) с. һөйл.
Блаты булған. □ Блатной. Блатлы һаналыу. Блатлы булыу. ■ Бер рус ҡатынына операция эшләргә тура килде. Каланың Кумерселәр һарайында билет һатыусы булып сыҡты ул. Үҙем дә уйламағанда блатлы булдым, кил, мин һине бушҡа индерермен, ти торғайны. «Йәшлек», 3 март 2009.
БЛЕЙЗЕР [рус. < ингл. blazer] (Р: блейзер; И.: blazer; Т: blazer ceket) и.
Кеҫәле киң пинжәк. □ Блейзер. Блейзер кейгән ир.
БЛЕФ [рус. < ингл. bluff] (Р: блеф; И.: bluff; T: blöf) и.
Уйҙырма, ялған, буш ҡыуыҡ. □ Блеф.
БЛИЗАРД [рус. < ингл. blizzard ‘буран’] (Р: близард; И.: blizzard; T: makine türü) и.
Мал аҙығы эшкәртеү машинаһы. □ Близард. Близард һатып алыу.
БЛИЗЗАРД [рус. < ингл. blizzard ‘буран’] (Р: близзард; И.: blizzard; Т: blizzard) и.
Компьютер уйындары уйлап табыусы, сығарыусы компания. □ Близзард (компания, выпускающая компьютерные игры).
БЛИНДАЖ [рус. < фр. blindage] (Р: блиндаж; И.: shelter; T: blindaj) и. хәрб.
Туптан һаҡланыу өсөн ергә ҡаҙып, өҫтән ныҡ итеп ябып эшләгән ҡоролма. □ Блиндаж. ■ Окоптар тәрән ҡаҙылған, блиндаждар ныҡ эшләнгән. Д. Юлтый.
БЛИНТ [рус. < нем. blind] (Р: блинт; И.: blind; T: blind) и. полигр.
Китап тыштарына буяуһыҙ баҫыу ысулы. □ Блинт. Блинт ысулын ҡулланыу.
БЛИСА и. диал. ҡар. һоҫҡо.
296