БЛОК
БЛИЦ I [рус. < нем. Blitz ‘йәшен’] (Р.: блиц; И.: flashlight; T.: flaş) и.
1. Фото төшөргәндә ҡапыл ғына көслө яҡтылыҡ бирә торған лампа, ҡыуыҡса. □ Блиц.
2. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уйналған шахмат партияһы. □ Блиц.
БЛИЦ II [рус. < нем. Blitz ‘йәшен тиҙлегендә’] (Р.: блиц; И.: on the spot; T.: flaş) c.
Ҡушма һүҙҙәрҙең ‘ҡапыл’, ‘тиҙ’ мәғәнәләрен биреүсе тәүге өлөшө. □ Блиц. Блиц-анкета. Блиц-интервью. Блиц-конкурс. Блицтурнир. Блиц-яуап.
БЛОГ [рус. < ингл. blog] (Р: блог; И.: blog; T.: ağ günlüğü) и.
Текст, һүрәттәр, мультимедиалы яҙыуҙарҙы даими яңыртып барған интернет-көндәлек. □ Блог. ■ Үҙенең блогында ул [президент ] даими рәүештә теге йәки был тема буйынса республика яҙмышына битараф булмаусыларҙыц фекерен белешә, уларҙыц һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға тырыша. Уның бло-гына сығарған сираттағы тема — заманса һәм матур ҡала, ауыл, район үҙәктәре. «Киске Өфө», № 6, 2011.
БЛОГГЕР [рус. < ингл. blogger] (Р: блоггер; И.: blogger; T: blogcu) и.
Интернет селтәрендә блог асып, кон-дәлек алып барыусы кеше. □ Блоггер. ■ Блоггерҙар ниндәй генә темаларҙы күтәрмәгән — белем биреүҙең аңлайышлы, әһәмиәтле, хәүефһеҙ һәм сифатлы булыуынан алып баҙар ихтыяжына тура килеү-килмәүенә тиклем ҡыҙыҡһынғандар, фекерҙәрен әйткәндәр, һорауҙар биргәндәр. «Башҡортостан», 17 август 2010.
БЛОК I (блогы) [рус. < нем. Block ‘күтәреү механизмы’] и. ҡар. сығыр 1.
БЛОК II (блогы) [рус. < фр. block ‘берләшмә’] (Р: блок; И.: block; T.: blok) и.
1. Бер төрлө өлөштәрҙән торған, функциялары бер булған механизм, конструкция, комплект. □ Блок (механизм, конструкция, комплект чего-л. и т. п., состоящие из нескольких однородных частей). Цилиндрҙар блогы. Компьютер блогы.
2. Ниндәйҙер маҡсатта төҙөлгән көнкүреш, сәнәғәт һ. б. комплекстың бер өлөшө булған бүлмәләр йәки ҡоролма. □ Блок, секция. Операциялар яһау блогы. Быйыл сафҡа индереләсәк объекттарҙың иң мөһиме — катализатор блогы. а Мине лагерь ҡапҡаһынан комиссар Васильев етәкләп алып инде. Шулай итмәһә, бәлки, мине туранан-тура үлем блогына — крематорийға оҙатыла торған әсирҙәр блогына ябырҙар ине. Н. Мусин.
3. төҙ. Төҙөлөштә бинаның әҙер өлөшө булараҡ ҡулланылған йыйылма элемент. □ Блок (конструктивный элемент здания как готовая его часть). Ишек блогы. Стена блогы. а 20 тоннаға яҡын ҡорамалдар урынлаша торған үҙәк блокты ике метрға күтәреп ултыртыуы, 20 тонналыҡ лебедка-ны шул блок өҫтөнә мендереүе еңелдән булманы. «Ағиҙел», № 11, 2010.
4. Бөтөн бер ҙур тәбиғи йәки яһалма таш. □ Блок (каменный монолит). Мәрмәр блоктар. Тимерле бетон блок.
5. Билдәле бер техник маҡсатты атҡарырға тәғәйенләнгән, күп төрлө элементтарҙан торған берәй техник ҡоролманың өлөшө. □ Блок (часть технического устройства, прибора и т. п., состоящая из множества элементов и предназначенная для выполнения определённой технической задачи).
БЛОК III (блогы) [рус. < фр. block ‘берләшмә’] (Р.: блок; И.: block; T: güçbirliği) и.
1. Бер төрлө әйберҙәрҙең комплекты, ҡап. □ Блок. Тәмәке блогы. Видеосюжеттар блогы. а Бер ваҡыт сигарет бирә башланылар. Бер блокта — йөҙ бөртөк. «Ағиҙел», №4, 2010.
2. сәйәс. Бер нисә дәүләт, партия йәки ойошманың бергә эш итеү маҡсатындағы берекмәһе. □ Блок (объединение государств, партий, организаций и т. п. для совместных действий). Һуғышҡа ҡаршы блок. Блокка инеү. НАТО блогы. В Шуныһы ла хаҡ: Рәсәй хәҙер бер кемдән бер нәмә һорап бармай. Бер ниндәй дәүләт йә блоктар алдында ла һыр
297