Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 299


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОҒАҠ
управлением; И.: bobsleigh; T.: bobsley) и. спорт.
Руль ярҙамында идара итмәле санала тауҙан шәп төшөү ысулы. □ Скоростной спуск с горы на санях с рулевым управлением. Мәләүез сана-бобслей трассаһы.
БОБСЛЕЙСЫ (Р: бобслеист; И.: bobsledder; Т.: bobsledder) и. спорт.
Бобслей менән шөғөлләнеүсе спортсы.
□ Бобслеист.
БОГЕМА [рус. < фр. boheme} (Р: богема; И.: bohemia; T: bohem) и.
1. Матди яҡтан тәьмин ителмәгән, ғәмһеҙ тормош алып барған ирекле һәнәр кешеләре.
□ Богема. Әҙәби богема. Музыкаль богема.
2. Богемасылыҡ, уларҙың тәртипһеҙ тормошо. □ Богема.
БОҒА [дөйөм төрки буға, буҡа ‘үгеҙ’] (Р: племенной бык; И.: pedigree ox; T.: damızlık boğa) и.
Тоҡом үгеҙе. □ Племенной бык.
БОҒАҘ [дөйөм төрки буғаз, боғаз/ боғуз ‘тамаҡ, боғаҙ’] (Р: горло; И.: throat; Т: boğaz) и.
1. анат. Муйындың ҡыҙыл үңәсте һәм боғарлаҡты эсенә алған алғы өлөшө.
□ Горло, глотка, гортань. Боғаҙҙы быуыу. Боғаҙға йәбешеү. ■ Нәфисә үҙендә көс, бөтмәҫ-төкәнмәҫ үс тойҙо. Бына-бына уның бармаҡтары һеләүһендең осло тырнаҡтарына әйләнер ҙә ҡаршыла тороусының юха-лыҡтан ысын йөҙөнә ҡайта барған битен аҡтарып төшөрөр, ә ҡыҫылған тештәре боғаҙына йәбешер һымаҡ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
2. геогр. Ике күл йәки диңгеҙҙе бер-береһенә тоташтырып торған тар һыу.
□ Пролив. Беринг боғаҙы. ■ Мин һеҙгә бер хажи әкиәтен иҫегеҙгә төшөрәм. Унан: «һеҙ Төркиәлә булғанһығыҙ. Дарданелл боғаҙын күрҙегеҙме?» — тип һорағандар. С. Агиш.
♦ Боғаҙҙан алыу ҡыҫмаҡҡа алыу, ауыр хәлгә ҡуйыу. □ Брать за горло кого-л. Аҡса һорап боғаҙҙан ала. ■ [Атайым:] Бөгөн булмаһа, иртәгә боғаҙығыҙҙан алырбыҙ,—
тип кемдәргәлер янай. Д. Юлтый. Боғаҙға арҡыры килеү файҙаға ашмау, ярамау.
□ Стоять поперёк горла (у кого). Боғаҙға-боғаҙ килеү ҡара-ҡаршы тороп, йәнтәслим алышыу. □ Столкнуться лицом к лицу в схватке. Буш боғаҙ бушҡа шау-шыу күтәреп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Пустослов, пустозвон.
БОҒАҘҘАУ I и. диал. ҡар. боғарлаҡ.
БОҒАҘ ЙЫРТЫУ (боғаҙ йырт-) (Р.: прикрикнуть; И.: shout(at); T.: bağırtmak) ҡ. һөйл.
Ныҡ ҡысҡырыу, аҡырыу. □ Горланить. Боғаҙ йыртылғансы ҡысҡырыу.
БОҒАҘЛАУ (боғаҙла-) [боронғо төрки боғузлан- ‘салынған булыу’] (Р: резать; И.: kill (cattle); T.: kesmek) ҡ.
1. Боғаҙҙан салыу. □ Резать, колоть, забивать (скот). ■ Боғаҙламай эсер [хан] ҡаныңды, үлтермәй алыр йәнеңде. Ҡобайырҙан. Ана бара, эҙе юҡ, боғаҙлаһаң, ҡаны юҡ (яуабы: балыҡ). Йомаҡ.
2. Боғаҙын сәйнәү (йыртҡысҡа ҡарата).
□ Терзать, задирать. Бүре һарыҡты боғаҙлап киткән.
3. диал. Алҡымдан алыу (ныҡ ирекһеҙләү). □ Брать за горло (не давать покоя).
БОҒАҘЛАУ ТӨЙӨНӨ (Р: шейный по звонок; И.: cervical vertebra; T: boyun omuru) и. диал.
Салыу һөйәге. □ Шейный позвонок (в том месте, где производится закалывание скота ).
БӨҒАҘЛАУЫҠ (боғаҙлауығы) и. диал. ҡар. боғаҙлау төйөнө.
БОҒАҘЛАШЫУ (боғаҙлаш-) ҡ. урт. ҡар. боғаҙлау, взаимн. от боғаҙлау.
БОҒАҘ ТӨЙӨНӨ (Р: адамово яблоко; И.: Adam's apple; T.: gırtlak çıkıntısı) и. анат.
Күмәгәй. □ Адамово яблоко (кадык).
БОҒАЗ и. һөйл. ҡар. боғаҙ i.
БОҒАҘЛАУ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ.
БОҒАҠ (боғағы) [дөйом төрки боғаз ‘боғаҙ’] (Р: зоб; И.: crop; T.: kursak) и. анат.
299