Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 300


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БОҒАҠ БИҘЕ
1. Ҡош ашҡаҙанының тәүге бүлеге, бөрләтәү. □ Зоб (у птицы).
2. Эре малдың үңәс аҫтында һалынып торған тиреһе. □ Свисающая часть шкуры в нижней части шеи быка, коровы.
3. диал. ҡар. ҡуштамаҡ.
БОҒАҠ БИҘЕ (Р.: вилочковая железа; И.: thymus; T.: timüs) и. анат.
Умыртҡалыларҙың күкрәк башында урынлашҡан бер биҙ. □ Вилочковая железа, зобная железа, тимус.
БОҒАҠ ШЕШЕ и. ҡар. ҡуштамаҡ.
БОҒАЛ (Р.: аркан; И.: lasso; T.: kement) и.
Аҫау йылҡыны муйынына ташлап тота торған тоҡанлы оҙон арҡан. □ Аркан, лассо. Боғал ташлау. Боғал һалыу. Боғал менән тотоу. ■ Ҡола-Ҡашка уҙ янына сит кешене яҡын ебәрмәуенә ышанһаҡ та, таһыллыраҡ кешенец боғал һалып булһа ла тотоуҙары һәм уларҙыц, старшинаның да бер-бер этлек эшләуе бик ихтимал ине. С. Кулибай.
БОҒАЛА и. диал. ҡар. боғал.
БОҒАЛАҠ I (боғалағы) и.
1. ҡар. боғал. Боғалаҡ һалыу. ■ Ҡайҙа яҙа баҫты Әхмәтхан, буштан-бушҡа, абайламай башын боғалаҡҡа тыҡтымы? Р. Камал. Боғалаҡты һиҙеп ҡалыуы булды, Йондоҙ, ҡармаҡҡа эләккән суртан һымаҡ, дулай башланы. Р. Солтангәрәев.
2. ҡар. мәскәү I. ■ Балыҡсылар һалдарын яр буйына сығарып ҡуйҙылар ҙа, ҡулдарына нәҙек кенә йомшаҡ сымдан яһалған боғалаҡ алып, балыҡты мәскәуләп тоторға керештеләр. Ғ. Ибраһимов.
БОҒАЛАҠ II (боғалағы) и. зоол. диал. ҡар. бөгәләк.
БОҒАЛАҠЛАУ (боғалаҡла ) ҡ. ҡар. боғаллау. Боғалаҡлап тотоу. Боғалаҡлап бәйләп ҡуйыу. ■ [Байрас:] Мин һине боғалаҡлап булһа ла алып ҡайтасаҡмын, көт тә тор! Иштуған ағайым да шулай ҡушты.
3. Биишева.
БОҒАЛЛАУ (боғалла-) (Р: ловить при помощи лассо; И.: lasso; T.: kementle yakalamak) ҡ.
Боғал һалыу. □ Ловить при помощи лассо, заарканить. Айғырҙы боғаллап тотоу.
БОҒАН (Р: гоголь; И.: goldeneye; T.: altmgöz) и. зоол.
Атаһы йәшел, инәһе көрән башлы һуна өйрәктән бәләкәйерәк ҡош. □ Гоголь блат. Bucephala). ■ Боған ағас ҡыуыштарында оялай. 5— 11 бөртөк йәшкелт-зәңгәр йомортҡаһы була. Э. Ишбирҙин.
БОҒАНА и. диал. ҡар. бығым.
БОҒАРА [фарс. ‘яҙ’] (Р: богара; И.: dry-farming land; T.: yağmurla beslenen) и. a. х.
Урта Азиялағы һуғарылмай торған баҫыу һәм шул ерҙәге сәсеүлек. □ Богара (неорошаемое поле в Средней Азии). Боғара игенселеге.
БОҒАРҘАҠ ОРОҺО и. диал. ҡар. күмәгәй.
БОҒАРЛАҠ (боғарлағы) [дөйөм төрки боғаз ‘тамаҡ’] (Р: трахея; И.: trachea; Т.: trakea) и. анат.
Тын юлының боғаҙҙан артабанғы өлөшө.
□ Трахея. Тын алыу системаһы тамаҡтан, боғарлаҡтан, ҡурылдайҙан һәм упкәләрҙән тора.
БОҒАРСАI и. анат. диал. ҡар. бөгәр 1,1.
БОҒАРСАII и. зоол. диал. ҡар. бөгәрсәй.
БОҒОР-БОҒОР (Р: бульк-бульк; И.: onomatopaeic sound; T: fokur fokur) оҡш.
Атлығып ҡайнағандағы йәки урғыл-ғандағы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при кипении кашеобразной массы, бульк-бульк. Боғор-боғор бутҡа бешә.
БОҒОРЛАУ (боғорла-) (Р: булькать; И.: gurgle; T: cumbuldamak) ҡ.
Боғор-боғор итеү, боғор-боғор килеү.
□ Булькать. Боғорлай башлау. Боғорлап ҡайнау. Бутҡа боғорлап бешә. ■ Төшөнәм мин Индрилдың куңелендәген — уның, боғорлап ултырған котелокҡа ҡарап, донъяһын онотоп тораһы, шунан ах та ух килеп тын ала-ала, арҡаһынан атылып тирҙәре сыҡҡансы, тәмле сәй һемергеһе килә. Д. Юлтый.
БОҒОУ (боҡ-) и. диал. ҡар. боҡайыу 1.
300